Арыш
Арыш | |||||||||||||||||||||||
Арыш башағы | |||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||
Secale cereale L. (1753) | |||||||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||||||
| |||||||||||||||||||||||
|
Арыш (лат. Secále cereále) — ҡыяҡлылар ғаиләһенән бер йыллыҡ йәки күп йыллыҡ бөтөклө культура; оҙонса нәҙек орлоҡло, ҡыяҡ япраҡлы ашлыҡ һәм уның орлоғо[3]. Арыш — культуралы үҫемлек, башлыса, төньяҡ ярымшарҙа үҫтерелә. Арыш ырыуында (Secale) Кесе һәм Урта Азияла, Кавказ аръяғында, Көньяҡ Африкала үҫеүсе 6—8 ҡырағай төрө билдәле.
Арыш культураһының яҙғы һәм көҙгө формалары бар[4].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Русский һүҙе «рожь» праславян *rъžь[5] һүҙенә барып тоташа, һуңғыһы инде диалект һүҙе *rugis (ошонан инглиз rye) алып килә[6].
Ботаник тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Морфологик үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәсеү арышы (S. cereale) — бер йә ике йыллыҡ сәсеү үләне. Төньяҡ ярымшарҙа киң игелә торған культура. Уның дөньякүләм игеү майҙанының яртыһынан артыҡ өлөшө Рәсәйҙә тупланған. Башаҡ ҡабырсыҡтарытары беҙ һымаҡ. Башаҡсыҡтар ике сәскәле һәм улар ҡатмарлы башаҡ күсәренең һәр быуынында берәрләп урынлаша. Сәскәнең аҫҡы ҡабырсағы оҙон ҡылсыҡлы. Һабағы эсе ҡыуыш һалам. Тәбиғи төр булараҡ, арыш диплоид формалы. һуңғы тиҫтә йылдарҙа селекционерҙар күҙәнәктәрҙә хромосом һанын икеләтеп уш башаҡлы йәиһә тетраемешле арыш алыуға өлгәште, был сорттар (1000 орлоҡтоң массаһы 50—55 г етә), көслө, йығылыуға бирешмәүсе эре орлоҡ формалаштыра.
Тамыр системаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыш 1—2 м тәрәнлеккә тиклем еткән суҡлы тамыр системаһына эйә[7][8], шуның өсөн уға еңел ҡомло тупраҡ та ҡурҡыныс түгел[9], ә юғары физиологик әүҙемлеге арҡаһында тупраҡтан ауыр иреүсән берләшмәләрҙән дә файҙалы матдәләр алыуға һәләтле. Арыштың өлкөмләнеү, тармаҡланыу, төп йәйеү үҙәге, бойҙай (2—3 см) менән сағыштырғанда, тупраҡтың өҫкө яғынан әллә ни тәрән булмаған (1,7—2 см) кимәлдә лә формалаша. Арыш, бойҙайға ҡарағанда, сыҙам һәм талапсан түгел. Әгәр орлоҡ тупраҡта тәрәнерәк ятһа, арыш ике өркөмләнеү үҙәгенә: беренсеһе — тәрән, һуңыраҡ икенсеһе — тупраҡтың өҫкө яғына яҡыныраҡ, эйә була, һәм шуныһы төп тармаҡ була ла инде. Арыштың төп йәйеү тиҙлеге юғары — һәр үҫемлек 4—8 үренде, ә яйлы шарттарҙа — 50—90-ға тиклем үренде формалаштыра. Ғәҙәттә 25 см тәрәнлеккә үҫеш ала, айырым тамырҙары 1-1,5 м тәрәнлеккә етә һәм фосфор һәм калийҙы үҙләштерегә һәләтле.
Һабағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыш һабағының эсе ҡыуыш, биш-алты (һирәгерәк өс йә ете) үҙ-ара ҡуша үҫкән төйөндәргә эйә, тура, яланғас йә фәҡәт башаҡ аҫтарында ғына мамыҡланған була. Һабаҡ бейеклеге үҫтереү шарттарына һәм сортына бәйле, 70-тән 180—200 см (уртаса 80—100 см) тирәһе. Япрағы ланцет.
Көҙҙән сәселгән арыш тупраҡтар дым һәм башҡа минераль матдәләр ала һәм ҡоролоҡто яҡшы кисерә. Башҡа ужым культураларына ҡарағанда һалҡынға сыҙамлы үҫемлек. Ҡышҡы 19—21°С һалҡынды еңел кисерә. Яҙын 0,5—2°С йылылыҡта үҫә башлай. Вегитация осорон көҙөн туҡтатып яҙын дауам итә.
Сәскәһе — ҡатлаулы башаҡ. Ситтән һеркәләнә. Емеше — шыма, тар, тирән бураҙналы бөртөк.
Арыш ҡиммәтле аҙыҡ культураһы. Арыш бөртөктәренән икмәк бешерелә. Йәшел массаһы сенаж һәм силосҡа һалына, үлән оно һәм гранулалар эшләүҙә файҙаланыла.
Япраҡтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Япраҡтары киң һыҙыҡлы, яҫы, һабағы менән күкһел төҫтә. Япраҡ пластинкаһы оҙонлоғо — 15—30 см, киңлеге — 1,5—2,5 см. Пластинка нигеҙендә һабаҡты уратҡан ҡыҫҡа телсәле һәм ҡыҫҡа яланғас һәм йөнтәҫ ҡолаҡсыҡтары (auriculate) бар. Япраҡ пластинкаһы ҡайһы берҙә үрге яғынан бер аҙ сәстекәй була, һәм был дым етмәгәндә лә сыҙамлы һәм еңел ҡомло тупраҡҡа ла ҡулайлашҡан булыуын күрһәтә. Арыш япраҡтарының телсәһе һәм ҡолаҡсыҡтары иртә ҡорой һәм ҡойола.
Һабаҡтың үрендә сәскәлек — береһе оҙонораҡ, бер аҙ аҫҡа эйелгән ҡатмарлы башаҡлы; башаҡ аҫтындағы һабаҡ бер аҙ сәстекәй. Һыныуға бирешмәүсән башаҡ, ваҡ өлөшсәләргә ватылмай торған ныҡ һабаҡлы, оҙонлоғо 5—15 см һәм киңлеге 0,7—1,2 см, шаҡмаҡ, дүрткел үҙәктән һәм үҙәктең сығынтыларына яҫы яғы менән ҡаратылып урынлашҡан яҫы башаҡтарҙан тора. Башаҡтар, өсөнсө сәскә бәбәкле һәм ике сәскәле, һәм бары тик triflorum төрөндә генә өс сәскәле. Башаҡ ҡауаҡсаһы һыҙыҡлы-беҙ һымаҡ,бер тамырсыҡлы, сәскә ҡыуаҡсаларынан ҡыҫҡараҡ, әкренләп ослая барған, ҡылсыҡһыҙ йә 2—3 мм оҙонлоғонда ҡыҫҡа ҡылсыҡлы, ҡырласы буйлап ҡытыршы; тышҡы сәскә ҡауаҡсаһы башаҡтыҡынан бер аҙ оҙонораҡ, оҙонлоғо 1,5 см тирәһе, ҡыяҡ япраҡлы ланцетовидная, башаҡ буйын күпкә уҙып киткән оҙон ҡылсыҡлы, биш тамырсыҡлы жилка, ҡырласы йыуаныраҡ, шырт ҡыллы щетинистый, бер ан ураҡҡа оҡшап серповидно бөгөлгән керпекле; ҡылсыҡтары ҡытыршы, тура, оҙонлоғо 2—5 см.
Сәскәһе һәм емештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өс һеркәсле, башаҡтан сығып торған оҙонсаҡай һеркәлекле, үрге емшәне мамыҡлы ике көрәкле емешлек ауыҙынан тора; ел аша һеркәләндерелә.
Бертөксәһе оҙонсаҡай, ҡырҙарынан бер аҙ ҡыҫылған, эске яҡтың уртаһынан тәрән бураҙналы; өлгөргәндән һуң, ул башаҡтан ҡойолоп төшә. Арыш орлоғо размеры, формаһы һәм буяуы буйынса айырылып тора. Уның оҙонлоғо 5—10 мм, киңлеге 1,5—3,5 мм, йыуанлығы 1,5-3 мм. Диплоидлы арыштың 1000 дана орлоғо массаһы — 20—35 г, тетраплоидлыһының — 50—55 г. Орлоҡ формаһы оҙонсаҡай (оҙонлоғоноң киңлегенә нисбәте 3,3-тән артыҡ) йә оҙонса түңәрәк (оҙонлоғоноң киңлегенә нисбәте 3,3-тән кәмерәк) өҫкө яҡтан һиҙелеп торған йыйырсыҡлы. Төҫө буйынса аҡ, йәшкелт, һоро, ҡара көрән була.
Һулдан уңға: арыш япрағы һәм һабағы, башағы, орлоғо
|
Биологик үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Онтогенезда арыш, бойҙай кеүек үк, органогенездың шул уҡ фенологик фазаларын һәм этаптарын үтә. Бер үк төрлө шарттарҙа арыш шытымдары 1—2 көнгә иртәрәк күренә. 1—2 көниалдараҡ өлкөмләнә лә башлай. Өлкөмләнеү быуыны тупраҡтың өҫкө яҡынараҡ (1,7—2,5 см) урынлаша, йышыраҡ ике йә өс быуынлы үҫемлектәр осрай. Арыштың өлкөмләнеүе нигеҙҙә көҙгө осорҙа була. Яҙ көнө ул 18—20 көн үҫеш эсендә торба һона, ә 40—50 көндән башаҡлана. Башаҡ ҡоҫоу башланғанға саҡлы 7—12 көн алдан сәскә ата (бойҙайҙың 4—5 көндән) һәм был 7—9 көн дауам итә. сәскә атҡандан һуң 10—14 көн үткәс башланғыс өлгөргәнлеге фазаһы етә һәм 8—10 көн дауам итә. Башаҡланғандан һуң 2 ай үтеүгә арыш өлгөрә. Уңыш йыйғандан һуң өлгөрөүе оҙағыраҡ дауам итә, шуға ла арыш башағының һирәк осраҡта артығыраҡ үҫеүе мөмкин. Диплоид сорттарҙа 1000 орлоҡтоң ауырлығы — 23—38 г, ә тетраплоидлы сорттарҙа — 35—62 г.
Арыш, бойҙай менән сағыштырғанда, үҫтереү шарттарына, бигерәк тә тупраҡ үҙенсәлектәренә артыҡ ныҡ талапсан түгел. Уның үҫешкән иамыр системаһы 1,5-2 метрға тиклем тәрән таралып, иреүгә бирешмәүсән берләшмәләрҙән фосфор һәм калий үҙләштерә. Арыш тупраҡ кислоталылығына аҙ дәрәжәлә һиҙгер. Водород күрһәткесендә лә (pH 5,3—6,5) яҡшы үҫә. Шуға ла уны бойҙайға аҙ яраҡлы көлһыу тупраҡта үҫтерергә мөмкин. Ләкин уңдырышлы урта һәм еңел балсыҡлы механик составлы структуралы ҡара тупраҡ һәм һоро урман тупрағы иң яҡшыһы һанала. Ауыр балсыҡта, һаҙлыҡлы, тоҙло тупраҡта насар үҫә.
Башҡа яҙғы һәм ужым ашлыҡ культуралары менән сағыштырғанда, арыш ҡышҡа сыҙамлы. Өлкөмләнеү кимәлендә температураның минус 19—21 °С тиклем түбәнәйеүен күтәрә. 0,5—2 °С температурала орлоҡтар шыта башлай. Вегетация осорон көҙ тамамлай һәм яҙ көнө 3—4 °С йылыла тергеҙә.
Арыш — оҙон яҡты көндә сатраш һеркәләнеүсе үҫемлек. Һеркәләре һауа аша тарала. Етерлек дымлы һауа шарттарында тымыҡ йылы һауа торошо һеркәләнеү өсөн яйлы. Түбән дымлы эҫе һауала һеркә йәшәү һәләтен юғалта. Елле һәм ямғырлы һауа торошо һеркәләнеү өсөн яйлы түгел.
Артыҡ һеркәләнеүҙән ҡотолоу өсөн, диплоид сорттарҙың орлоҡ бүлемдәре 200—300 метр, тетраплоид сорттарҙың орлоҡ бүлемдәре — 500 метрға яҡын яҫылыҡ изоляцияһына эйә.
Транспирацион коэффициенты — 340—450. 1 центнер орлоҡ булдырыр өсөн үҫемлектәр тупраҡтан 2,9—3,3 кг азот, 1,1—1,4 кг фосфор, 2,2—3 кг калий үҙләштерергә тейеш була. Грунт запастарынан алынған азот, фосфор һәм калий файҙаланыу коэффициентына ярашлы 0,20—0,35, 0,10—0,17, 0,10—0,22, органик ашламаларҙан — 0,20—0,35, 0,30—0,50, 0,50—0,70, минераль ашламаларҙан — 0,55—0,80, 0,25—0,45, 0,65—0,80.
Килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыш көньяҡ Европала, көньяҡ-көнбайыш һәм Үҙәк Азияла ҡырағай үҫкән Secale montanum Guss. биологик төрөнән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Ғалим-сәйәхәтселәрҙең ҡайһы бере ниндәйҙер урындарҙа арыштың ғына түгел, ә башҡа икмәктәрҙең дә ҡырағай булыуы мөмкинлеген күрһәтә. Мәҫәлән, Фёдор Кондратьевич Биберштейн Кавказ-каспий далаларында, артабан Ҡырымда, Феодосия һәм Волгалағы Сарептала ҡырағай арышты осратҡан. Карл Линней Волга йылғаһы буйында, Һамарға яҡын урындарҙа, ҡырағай арыш осрай ти. Был ерҙәргә арыш ҡасандыр Волга аръяғында йәшәгән татар ҡәбиләләре тарафынан килтерелеүе мөмкин тигән фараз бар. Николай Алексеевич Северцов арыш көньяҡ Рәсәйҙә, төньяҡ Африкала, төньяҡ һәм Үҙәк Азияла үҫкән ҡырағай ырыуҙаштарынан килеп сыҡҡан тип иҫәпләгән.
Хәҙерге заманда арыштың тыуған иле тип Анатолияны (Төркиә территорияһы) һанайҙар. Тәүге әҙер сүп үләне тип иҫәпләгән, ләкин һалҡындарға айырыуса сыҙамлылығын күҙ уңында тотоп, Европала культивация барышында ул үҙаллы әһәмиәткә эйә тип танылған[10].
Александр Фёдорович Баталин күҙәтеүҙәре буйынса, арыш, сабып алынғандан һуң, шытым биреүгә һәләтле, йәғни күп йыллыҡ үҫемлек тип танылған. Баталин фекере буйынса, Төркөстан төбәгендә ҡырағай үҫкән ҡырағай арыш төрөнә — Secale anatolicum оҡшаған. Хәҙерге арыш күп йыллыҡ ҡырағай төрҙән килеп сыҡҡан, һәм бары тик культуралау арҡаһында берйыллыҡҡа әйләнгән. Йоханнес Эугениус Варминг Үҙәк Азияла һаламы мурт, орлоғо ярыһына ҡушылып үҫеүсе, күп йыл ҡырағай Secale montanum арыштың ырыуҙашы тип иҫәпләнгән. Эрнст фон Бибра әйтеүе буйынса, ботаниктарҙың күпселеге сәйәхәтселәрҙең арыш тыуған ер тураһындағы күрһәтмәләренә ышанмай. Огюстен Пирам Декандоль да шуны раҫлай, төрлө авторҙар йыш ҡына башаҡтары еңел генә һынған Secale cereale башҡа күп йыллыҡ төрҙәр менән бутай, һәм яңы ботаниктар (Secale fragile — Биберштейн буйынса, Secale anatolicum — Пьер Эдмон Буассье буйынса, Secale montanum — Джованни Гуссоне һәм Secale villosum — Линней буйынса) төплө шулай тип һанай. Ләкин иген үҫемлектәренең күпселегенең, (шул иҫәптән арыштың), йорт хайуандарының да, тыуған иле билдәһеҙ ҡала. Мәҫәлән, Боронғо Мысырҙа б. э. т. 4000 йылда шул осорҙоң бөтә халыҡтары бойҙай эшкәрткән.
Химик составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иген составына углеводтар, аҡһымдар, витаминдар, минераль матдәләр инә[11].
Эшкәртеү технологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙғы арыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Ужым арышының уңышы яҙғы арыштыҡынан юғарыраҡ. Ҡышҡы киҫкен һыуыҡ температурала туңғанлыҡтан, төньяҡ райондарҙа яҙғы арыштың таралыуы сикле. Рәсәйҙә яҙғы арышты нигеҙҙә Үҙәк Себерҙә, Яҡутстанда һәм Байкал аръяғында үҫтерәләр. Хәҙерге ваҡытта яҙғы арыштың роле ҙур булмағанлыҡтан, ауыл хужалығында аҙ һанлы сорттары ғына ҡулланыла.
Ҡайһы бер сорттарҙы, мәҫәлән «Вятка 1996»ны, Рәсәйҙең европа өлөшөндә ужым сәсеүлектәре һәләкәткә осраған хәлдә, страховой сифатында булдырғандар.[12].
Страховой булмаған себер сорттары араһында башаҡ һәм орлоҡ продуктлығы буйынса «Онхойская» сорты өҫтөнлөк итә. Уртаса уңышы — гектарынан 18-27 центнер. Рекорд уңышы гектарынан 39 центнер. Вегетация осоро — 76-100 көн. Яҙғы ҡырауҙарҙы, май-июнь ҡоролоғон яҡшы кисерә.[13].
Арыш ҡырауға сыҙамлы, яҙғы арыш орлоғон, һауа торошо 1—2 °С температураға саҡлы күтәрелгәндән һуң, иртә сәсергә кәрәк.
Ужым арышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ужым арышын эшкәртеү технологияһы ужым бойҙайын эшкәртеүгә оҡшаған. Ужым арышы таҙа парға сәселһә, уның уңышы арта; шулай уҡ дымлығы етерлек райондарҙа бушамаған парға һәм сидераль парға сәсәләр. Арыш тупраҡты сүптән арындырыу һәләтенә эйә, алдағы йылда арыш үҫкән ерҙә күп кенә йәшелсәләр һәм ҡыяҡлылар яҡшы уңыш бирә. Ужым арышын сәсер алдынан тупраҡ эшкәртеү вариантлана: бушамаған һәм таҙа парҙарға сәскәндә, туңға һөрөү комплексы ҡулланыла, ә парға сәселмәгән элгәреләр өсөн тик һай һай эшкәртеү генә уҙғарыла.
Ужым арышы өсөн органик ашламалар (тиреҫ, торф-тиреҫ, компосттар) төп ашлама булып тора, кәҫле-көлһыу тупраҡ һәм етерлек дымлы райондар өсөн гектарына 30-40 тонна, йә ҡара тупраҡлы һәм ҡоролоҡло райондар өсөн гектарына 15-20 тонна норма булып тора; шулай уҡ минераль ашламалар (азот, фосфор, калий ашламалары) ҡулланыла. Азот ашламалары, планлаштырылған уңышҡа бәйле һәм диагностик күрһәткестәрҙе иҫәпкә алып, ваҡ миҡдарҙа индерелә; сикләнмәһе — гектарына 60 килограмм.
Үҫемлек сәсеүлектәре өсөн түбәндәге күрһәткесле, сортлап һайлап алынған: орлоҡтарҙың таҙалығы — 99 %, орлоҡтарҙың шытымы — 95 %, мең орлоҡтоң минималь массаһы — 35 грамм, үҫеш көсөнөң түбәнге сиге — 80 % орлоҡтар ҡулланыла. Сирҙәр таралыуынан һаҡлау маҡсатында, сәсер алдынан арыш орлоғон ағыулайҙар. Үҫемлектәр, уларҙың нормаль үҫеше мәнфәғәтенән сығып, тотороҡло һалҡындарҙан (йәғни уртаса тәүлек температураһы 5 °С-тан түбәнерәк төшкәнгә тиклем) 50 көн алдараҡ сәселә. Атап әйткәндә, бер нисә — тар рәтле, ғәҙәти һәм ян-яҡтан сәсеү ысулы ҡулланыла. Сәсеү нормаһы бер нисә параметрға һәм күрһәткестәргә бәйле һәм квадрат метрға 500—600 продуктлы һабаҡ иҫәбенән сығып ҡуйыла; теге йәки был төбәктә ул гектарына 3-тән 6 миллионға саҡлы шытымлы орлоҡ тәшкил итә.
Ужым арышы сәсеү тәрәнлегенә һиҙгерлеге менән һыҙатлана. Әгәр тупраҡ дымлылығы етерлек булһа, орлоҡ ятыу тәрәнлеге 5 сантиметрҙан артмай; ҡоро һауа торошонда был параметр 1-2 сантиметрға арттырылыуы мөмкин.
Сәсеүлектәрҙе ҡарау маҡсатында бер нисә операция, атап әйткәндә — катоклау, тырматыу, гербицидтар һәм ретарданттар менән эшкәртеү ҡулланыла. Дүңгәләкле катоктар менән катоклау сәсеү эштәре тамамланыу менән башҡарылыуы мөмкин; был яланды тығыҙларға һәм тигеҙләүгә ярҙам итә, шулай уҡ орлоҡтарҙың шытыуына ыңғай тәьҫир итә. Шулай уҡ үҫемлектәрҙең сирҙәрен: ҡарлы үңәҙ, тамыр сереге, онло ысыҡ һәм башҡаларҙы булдырмау маҡсатында ла ер эшкәртелә.
Ужым арышы уңышын йыйыу бер йәки ике осорға бүленеүе мөмкин. Бер фазалы уңыш йыйыу арыш тулыһынса өлгөргәндән һуң, орлоҡ дымлылығы 20 проценттан артмаған осорҙа, комбайндар менән башҡарыла. Үҙ сиратында, ике фазалы уңыш йыйыу балауыҙ өлгөрөү мәлендә (дымлылыҡ 35-тән алып 40 процентҡа тиклем) атҡарыла, рәтле урғыстар менән сабыу һәм яҫмаларҙы ҡамылға һалыу күҙ уңында тотола; бер нисә көндән һабаҡ һәм орлоҡ ҡорой, яҫмалар йыйыла һәм һуғыла. Арыштың биологик үҙенсәлектәре менән бергә уңыш йыйыу ҡыҫҡа сроктарҙа атҡарыла[14].
Ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыш — типик икмәк орлоҡ культураһы. Орлоҡтан арыш кеүәҫе әҙерләйҙәр, башлыса арыш икмәге бешереүҙә ҡулланырлыҡ он яһайҙар, крахмал алалар, шулай уҡ этанол спиртын эшләрлек сеймал итеп файҙаланалар.
Арыш (гәрсистән ҡала) иң таралған һәм ҡиммәтле йәшел ашламаларҙың береһе. Ул үҙенең айырыуса тиҙ үҫеүе һәм үҙенсәлектәре менән башҡа билдәле сидераттарҙан өҫтөнөрәк, сүп үләндәрен һәм үҫемлек сирҙәрен эффектлы баҫа. Арыш, балсыҡһыл тупраҡты еңелерәккә һәм һыу үткәрерлеккә әйләндереп, йомшарта. Бынан тыш, ул төрлө ҡоротҡостарҙы, арыш йәлеп иткән ҡаты ҡорттан башҡаһын, (бигерәк тә нематодтарҙы) өлөшләтә ҡыуып сығара. Яҙғы сәсеүҙәр алдынан йыйып алырлыҡ итеп, ҡышҡа табан сәселә; яҙ, сәселеүсе баҫыу ошо йылда эшкәртелмәгән осраҡта ғына, арышты сәсеү мөмкин була[15].
Арыштың яңы һабағы фураж булараҡ файҙаланылыуы мөмкин.
Үткән дәүерҙәрҙә, ҡайһы берҙә хәҙерге көндәрҙә лә, арыш һаламы арзан һәм ябай һалам өй ҡыйығы эшләү маҡсатында файҙаланыла. Бындай ҡыйыҡ, хәҙерге ремонт шарттарында, бер нисә тиҫтә йылға етә.
Арыш етештереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арышты Германияла, Рәсәйҙә, Польшала, Белоруссияла, Украинала, Скандинавияла, Ҡытайҙа, Канадала һәм АҠШ-та үҫтерәләр. Рәсәй территорияһында арышты урман зонаһы сиктәрендә үҫтерәләр. Германия, Рәсәй һәм Польша арыш үҫтереү буйынса лидерҙар. 2011—2016 йылдарҙа был өс илдең өлөшөнә бөтә донъя етештереүенең 60-тан 68 %-ҡа тиклеме тура килә[16].
Ил | 1985 | 1995 | 2005 | 2013 | 2016 |
---|---|---|---|---|---|
Германия | — | 4521 | 2812 | 4689 | 3174 |
Рәсәй Федерацияһы | — | 4098 | 3628 | 3360 | 2541 |
Польша | 7600 | 6288 | 3404 | 3360 | 2200 |
Беларусь | — | 2143 | 1250 | 648 | 651 |
Дания | 565 | 495 | 132 | 527 | 577 |
ҠХР | 1283 | 1200 | 748 | 620 | 525 |
Украина | — | 1208 | 1300 | 638 | 392 |
Канада | 569 | 310 | 367 | 223 | 382 |
АҠШ | 518 | 256 | 191 | 195 | 342 |
Испания | 273 | 168 | 129 | 384 | 316 |
Төркиә | 360 | 240 | 260 | 365 | 300 |
Халыҡ-ара арыш баҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2017 йылға мәғлүмәт буйынса[17] арыш баҙары 207 млн. АҠШ доллары менән баһалана. Донъяла иң эре экспортёрҙар: Польша (25 %), Германия (24 %), Канада (14 %) һәм Латвия (6,8 %), Рәсәйҙең өлөшө — 2,5 %. Рәсәйҙә, арыш сәсеүлектәре ҡыҫҡартылыу сәбәпле, һуңғы йылдарҙа арыш икмәгенә хаҡ артыуы көтөлә. Иң эре импортёрҙар — Германия (31 %), АҠШ (19 %), Нидерланд (8 %), Испания (6,4 %)
Диетик үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыштың орлоғо, көрпәһе һәм йәшел һабаҡтары дауалау шифаһына эйә.
Орлоҡ аҡһымында лизин һәм треонин — туҡыманың үҫеше һәм терелеүе гормон һәм антиесемдәр эшләп сығарыу өсөн кәрәкле аминокислоталар бар. Арыш организмдың сирҙәргә ҡаршы тороуына ярҙам итә, ҡаҡыртҡыс тәьҫиренә эйә, шәкәр ауырыуынан яфаланғандарға диетик продукт булараҡ файҙалы. Шуның өсөн арыш икмәген ниндәйҙер дәрәжәлә дарыу сараһы тип атаһаң да була. Халыҡ уны еңел эс китергес сара итеп ҡуллана, көрпәһенән яһалған ҡайнатмаһы, киреһенсә, эс ҡатырыу үҙенсәлегенә эйә. Арыш кеүәҫе файҙалы: ул аш һеңдереүҙе нормаға һала, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, йөрәк-ҡан системаһына шифалы тәьҫир итә.
Номенклатураһы һәм системалы хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәсеү арышы — донъя игенселегендә, шул иҫәптән Рәсәйҙә, мөһим аҙыҡ һәм мал аҙығы, берҙән-бер культуралы арыш булараҡ таралған. Был төрҙөң 40-тан артыҡ төрө бар. Рәсәйҙә таралған арыш сорттарының барыһы ла var Vulgate Körn. (башаҡ үҙәге һынмай, тышҡы сәскәле яланғас күп йыллыҡ үҫемлектәрҙең бөрөләрендәге япма япраҡтарҙың бер төрө, асыҡ һәм ярым асыҡ орлоҡло) төрөнә ҡарай.
Рәсәйҙәге сорттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә ужым арышының 49 сортына яҡыны файҙаланыуға рөхсәт ителгән.
Сорт | Тиҙ өлгөрөүе | Ҡышҡа сыҙамлығы | Ҡоролоҡҡа сыҙамлығы | Рөхсәт ителгән төбәктәр |
---|---|---|---|---|
Восход 2 | Уртаса өлгөрөүсән | Яҡшы | Түбән | Үҙәк һәм Волга-Вятский |
Вятка 2 | Уртаса һүңлап өлгөрөүсән | Яҡшы | Урта | Төньяҡ, Төньяҡ-Көнбайыш, Волга-Вятский |
Саратовская 5 | Уртаса өлгөрөүсән | Яҡшы | Юғары | Үҙәк-Ҡара тупраҡлы, Урта Волга, Түбән Волга, Урал, Көнбайыш-Себер |
«Сулпан» арышы | Уртаса өлгөрөүсән | Яҡшы | Юғары | Үҙәк-Ҡара тупраҡлы, Урта Волга, Түбән Волга, Урал |
Ҡыҫҡа һабаҡлы, йығылыуға һәм сирҙәргә тотороҡло юғары уңыш биреүсе Безенчукская 87, Ҡыҫҡа һабаҡлы 69, Дымка, Пурга, Саратовская 5 сорттары, шулай уҡ күп йыллыҡ арыш сорты Державинская 29 файҙаланыуға сығарылған һәм тәҡдим ителгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
- ↑ Secale cereale: сведения о названии таксона на сайте The Plant List (version 1.1, 2013). (инг.) (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2012)
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Рожь — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә. О. А. Хорькова
- ↑ Фасмер М. Этимологический словарь русского языка. — Прогресс. — М., 1964–1973. — Т. 3. — С. 494.
- ↑ J. P. Mallory,Douglas Q. Adams. Encyclopedia of Indo-European culture. — London: Fitzroy Dearborn Publishers, 1997. — P. 491. — ISBN 9781884964985.
- ↑ Рожь (Secale) . Зерно Он-Лайн. Дата обращения: 3 июль 2013.
- ↑ Рожь озимая . Региональный общественный фонд исследования аграрного развития (ФИАР). МГУ. Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано 5 июль 2013 года.
- ↑ AGROMIR.KZ. Рожь (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 3 июль 2013. Архивировано 5 июль 2013 года. 2012 йыл 15 июнь архивланған.
- ↑ ЧАСТНАЯ ЖИЗНЬ МУТАНТА ЕМ-1
- ↑ Рожь 2018 йыл 21 ноябрь архивланған. // Большая российская энциклопедия. Том 28. — М., 2015. — С. 600—601.
- ↑ Знайтовар. Яровая рожь. 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
- ↑ ФГБНУ БУРЯТСКИЙ НИИСХ ФАНО РОССИИ 2017 йыл 3 февраль архивланған.
- ↑ Стрижова Ф.М. и др. Биологические особенности и технология возделывания основных полевых культур в Алтайском крае. — Барнаул: Изд-во АГАУ, 2006. — 124 с.
- ↑ Н. И. Курдюмов. Умный сад и хитрый огород
- ↑ 16,0 16,1 FAOSTAT(недоступная ссылка)
- ↑ The Observatory of Economic Complexity 2019 йыл 5 ноябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 5 март архивланған.
- Мәүлүдова Л. Г. MIl Ботаника: Югары төзелешле үсемлекләр систематикасы: Югары уку йортлары өчен д-лек.— Казан: Мәгариф, 2002.— 447 б.: рәс. б-н. ISBN 5-7761-0954-5
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рожь посевная: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт. (Тикшерелеү көнө: 13 сентябрь 2012)