Эстәлеккә күсергә

Емеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Емеш (лат. fructus)— сәскәле үҫемлектәргә (Ябыҡ орлоҡло үҫемлектәргә) генә хас үрсеү (репродуктив) органы.

Төрлө емештәр
Грек сәтләүеге
I — өҫкө емшән ( верхняя завязь), II — ярым түбән емшән, III — түбән емшән (нижняя завязь)
  • Емеш.
  • Емшән.
  • Емешлек эргәлеге.
  • Сәскә төбө.
  • Орлоҡ бөрөһө.
  • Ҡоро емеш.
  • Һутлы емеш.
  • Бер орлоҡло емеш.
  • Күп орлоҡло емеш.

Емеш сәскәнең емшәненән барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә, уны барлыҡҡа килтереүҙә сәскә төбө лә ҡатнашырға мөмкин. Сәскә емшәненең төп тәғәйенләнеше — эсендәге орлоҡ бөрөһөн мөхиттең насар тәьҫиренән һаҡлау.

Емештәр емшәндән барлыҡҡа килә. Сәскә һеркәләнгәндән һәм аталанғандан һуң, емшән үҫешә башлай. Емшәнгә туҡлыҡлы матдәләр килә башлай, һәм ул яйлап өлгөргән емешкә әүерелә. Үҫеү һөҙөмтәһендә емшәндең ҡабығы, бер аҙ үҙгәреп, емешкә әүерелгәс, ул емешлек эргәлеге тип йөрөтөлә. Ә эсендәге орлоҡ бөрөһөнән орлоҡ үҫешә башлай.

Емешлек эргәлегенең төп бурысы — орлоҡ тейешенсә үҫешһен өсөн шарттар булдырыу; орлоҡ өлгөрөп еткәнсе уны һаҡлау; өлгөрөп еткәс, инә үҫемлектән йырағыраҡ китһен өсөн, таралырға булышлыҡ итеү.

Емештәр емшәндән генә барлыҡҡа килһә, ундайҙарын ысын емеш тип йөрөтәләр. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙә емеш барлыҡҡа килтереүҙә сәскәнең башҡа өлөштәре лә ҡатнаша (сәскә төбө, сәскә эргәлеге, һеркәстәрҙең аҫҡы өлөшө).Емеш барлыҡҡа килеүҙә емшәндән тыш сәскәнең башҡа өлөштәре лә ҡатнашһа, ундай емештәрҙе ялған емештәр тип атайҙар.

Сәскәле үҫемлектәрҙең икенсе атамаһы — «Ябыҡ орлоҡло үҫемлектәр». Сөнки, орлоҡтары емеш эсендә өлгөрә.

Шулай итеп, емештең төп тәғәйенләнеше: орлоҡ барлыҡҡа килтереү, уны һаҡлау һәм таралырға ярҙам итеү.

Емештәрҙе төркөмләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Емшән стеналарынан орлоҡто төрлө уңайһыҙ шарттарҙан һаҡлаусы емеш эргәлеге барлыҡҡа килә. Емеш өлгөрөү барышында емеш эргәлеге кибергә (сәтләүек) йәки һутлы итләскә (сейә) әйләнергә мөмкин.

Өлгөргән емештең эргәлеге төҙөлөшөнә ҡарап, бөтә емештәрҙе ҡоро емештәргә һәм һутлы емештәргә бүләләр.

Шулай уҡ, емшәндең эсендә орлоҡ бөрөһө берәү йәки күп булырға мөмкин. Орлоҡ бөрөһө берәү булһа, емеш бер орлоҡло һәм орлоҡ бөрөһө күп булһа, күп орлоҡло була.

Шулай итеп, сәскәле үҫемлектәрҙең дүрт типтағы емеше булырға мөмкин: күп орлоҡло ҡоро , бер орлоҡло ҡоро, күп орлоҡло һутлы, бер орлоҡло һутлы.

Күп орлоҡло ҡоро емештәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ҡуҙаҡ,
  • пәрҙәле ҡуҙаҡ,
  • ҡап емеш.

Ҡуҙаҡ — ике ҡапҡас менән асылыусы ҡоро емеш. Ҡуҙаҡ өлгөрөп еткәс, уның япмалары төрөлөп кибә һәм орлоҡтарҙы тирә-яҡҡа һибә (Бындай емеш фасолдә, борсаҡта, мал борсағында, акацияларҙа өлгөрә.

Пәрҙәле ҡуҙаҡ, ҡуҙаҡ кеүек үк, ике ҡапҡаслы, тик орлоҡтары ҡуҙаҡтағы һымаҡ ҡапҡастарҙа түгел, ә емештең пәрҙәһе буйлап урынлашҡан. Тиле шалҡандың, кәбеҫтәнең, редистың, шалҡандың, һыйыр шалҡанының, ҡырағай торманың, левкойҙың емеше— пәрҙәле ҡуҙаҡ.

Ҡап емештәр етендә, мамыҡта, мәктә, миләүшәлә, тәмәкелә, тюльпанда барлыҡҡа килә. Күп һанлы орлоҡтар ҡап емеш ҡабығындағы махсус тишектәр йәки ярыҡтар аша ҡойолалар .

Бер орлоҡло ҡоро емештәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • сәтләүек,
  • бөртөксә,

*орлоҡса.

Сәтләүек — ҡоро емеш. Уның орлоғо емеш эргәлегенә ҡушылып үҫмәгән. Емеш эргәлеге ҡалын һәм бик ҡаты. Бындай емеш имәндә, сәтләүек ҡыуағында, турға еләгендә, шартыйҙа.

Бөртөксә — ҡоро емеш, уның ярылы емеш эргәлеге берҙән-бер орлоҡтоң тышсаһына ҡушылып үҫә. Бойҙай һәм кукуруз емештәре шундай була.

Орлоҡса — ҡоро емеш. Уның емеш эргәлеге, берҙән-бер орлоғона яҡын урынлашһа ла, уға ҡушылып үҫмәгән. Ундай емештәр көнбағышта була.

Күп орлоҡло һутлы емештәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
көртмәле еләге
алма емеш
ашҡабаҡ емеш
Гесперидий, йәки померанец
Гранат емеш
  • еләк,
  • алма емеш,
  • ашҡабаҡ емеш,
  • померанец,
  • гранат емеш

Еләк (лат. bácca, úva)— тыштан йоҡа тиресә менән ҡапланған итсәле һутлы емеш. Емеш эсендә ваҡ орлоҡтар була Ҡарағаттың, мүк еләгенең, көртмәленең, томаттың, виноградтың емештәре — еләктәр.

Алма емеш (рус.яблочко, лат. bácca, úva)— (алма, груша, мышар).Күп орлоҡло асылмай торған емеш. Роза сәскәлеләр семьяһы, Алмағастар аҫғәиләһе ( подсемейство Яблоневые) үҫемлектәренә хас билдә (алмағас, груша, кизильник, энәлек, мушмула, айва, мышар). Тар мәғәнәлә алма алмағас емеше. Алма емеш сәскә эргәлеге менән ҡушылып үҫкән моҡсай һымаҡ сәскә төбөнән(гипантий), уның эсендә урынлашҡан емшәндән, һеркәстәрҙең(андроцея)аҫҡы өлөшөнән барлыҡҡа килә. Төҙөлөшө менән еләк емешкә оҡшаған

Ашҡабаҡ емеш (лат. pepo, peponium)— (ҡарбуз, ашҡабаҡ, ҡабаҡ, ҡыяр). Күп орлоҡло паракарп емеш. Ашҡабаҡтар ғәиләһенә хас билдә. Төҙөлөшө менән еләк емешкә тартым. Әммә орлоҡтары бик күп, шулай уҡ емеш эргәлегенең төҙөлөшө айырыла. Ашҡабаҡ емеш ҡс емеш япраҡсаһынан торған емшәндән, емшән инеп урынлашҡан сәскә төбөнән хасил була. Уның һутлы эске өлөшө, итләс урта өлөшө һәм ҡаты тышҡы ҡабығы бар. Ҙурлыҡтары менән менән айырылалар. Ҡайһылар бик дәү була.

Померанец (лат. hesperídium)—(цитрустар). Күп оялы, күп орлоҡло асылмай торған емеш. Морфологик билдәләре менән еләк емешкә тартым. Тышҡы ҡабығы (емеш эргәлеге йәки экзокарпий, лат. epicarpium)цедра менән көпләнгән ҡалын һәм йомшаҡ ҡатламдан тора. Тышҡы ҡатламында бик күп хуш еҫле эфир майҙары бар. Оялар эре һәм һутлы күҙәүҙәрҙән(емеш аралығы, рус.межплодник, мезокарпий, лат. mesocarpium)тора. Күҙәүҙәрҙең эсендә орлоҡ тотҡосона беркетелгән бик күп орлоҡтар бар. Наружный слой кожи содержит большое количество эфирных масел.

Гранат емеш (лат. balausta) — ( гранат). Күп оялы, күп орлоҡло емеш. Тығыҙ тиресәле емеш эргәлеге (перикарпий) емеш өлгөргәс тигеҙһеҙ итеп йыртыла. Оялар орлоҡтар менән шыплап тултырылған. Орлоҡтарҙың һутлы өлөшө ашарға ҡулланыла.Бындай емеш гранат ырыуы үҫемлектәренең билдәһе (Punica). Развивается из нижней завязи

Бер орлоҡло һутлы емештәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
персиктың төшлө емеше
  • төшлө емеш.

Төшлө емеш  (лат. drúpa) — йоҡа тиресәле, йомшаҡ итсәле, эсендә бер орлоҡ ятҡан ҡаты эске емеш эргәлеге — һөйәге булған һутлы емеш . Бындай емештәр сейәлә, сливала, абрикоста, муйылда була. һутлы емештәрҙең башҡа төрҙәре лә осрай.

Үҫемлек орлоҡтарын формаларына һәм ҙурлыҡтарына ҡарап айыралар. Мәҫәлән, орхидеяның орлоҡтары, туҙан кеүек, ваҡ һәм түңәрәк. Мәк, петуния, астра кеүек һеҙгә яҡшы билдәле булған һәм башҡа күп үҫемлектәрҙең орлоҡтары бик ваҡ.

Фасолдең, имәндең, сәтләүек ағасының орлоҡтары сағыштырмаса эре. Иң эре орлоҡтар сейшель пальмаһыныҡы һанала. Уларҙың оҙонлоғо 50 см булып, ауырлығы 10 килограмдан ашып китә.

Емештәрҙең һәм орлоҡтарҙың таралыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡоро емештәрҙең (ҡуҙаҡ, пәрҙәле ҡуҙаҡ, һәр төрлө ҡап емештәрҙең) орлоҡтары өлгөрөү менән емеш эргәлеге асылырға тейеш; ул орлоҡтарға сәселергә мөмкинлек бирә. Ҡайһы бер үҫемлектәрҙең ҡап емештәре һәм ҡуҙаҡтары орлоҡтарын үҙҙәре тарата.

Күп орлоҡло ҡоро емештәрҙең өлгөргән орлоҡтарының ныҡ үҫешкән орлоҡ ҡабыҡтары була, был ҡабыҡ емештән ҡойолған орлоҡтарҙы һаҡлай.

Бер орлоҡло ҡоро емештәр барлыҡҡа килтереүсе үҫемлектәрҙең (сәтләүек, имән сәтләүеге, бөртөксәләр, орлоҡсалар) емештәре орлоҡтары менән бергә һибелә. Шуға күрә бер орлоҡло емештәр асылмай. Уларҙың емеш эргәлеге орлоҡ шытҡанда ғына ярыла. Ундай емештең орлоҡ эргәлеге яҡшы үҫешкәнлектән, орлоҡ ҡабығы йоҡа була.

һутлы күп орлоҡло емештәрҙең (еләк) һәм бер орлоҡло емештәрҙең (төшлө емеш) орлоҡтарын хайуандар ашай һәм уларҙың таралыуына сәбәпсе була. Ундай орлоҡтар хайуандың аш һеңдереү юлы аша үтеп тә шытып сығыу һәләтлелеген юғалтмай.

Шуға күрә еләк орлоҡтарының яҡшы үҫешкән ҡабығы, ә төшлө емеш эсендәге орлоҡтарҙы орлоҡ эргәлегенең эске таштай ҡаты ҡатлауы һаҡлай.

Емеш һәм орлоҡтарҙың әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше тормошонда емеш һәм орлоҡтарҙың әһәмиәте бик ҙур. Уларҙы кешеләр ашай. Улар малға аҙыҡ була, сәнәғәттә һәм медицинала ҡулланыла.

Күп емештәр ҡиммәтле аҙыҡ сығанағы, дарыу һәм буяу матдәләре өсөн сеймал итеп файҙаланыла.

Емештәрҙе һәм орлоҡтарҙы өйрәнеүсе фән карпология тип атала. Карпологияның емештәрҙе һәм орлоҡтарҙы өйрәнә торған бүлеге карпоэкология тип атала.