Эстәлеккә күсергә

Хараре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Хараре
ингл. Harare
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Зимбабве

Провинция

Хараре

Координаталар

17°51′50″ ю. ш. 31°01′47″ в. д.HGЯO

Мэр

Якоб Мафуме

Нигеҙләнгән

1890

Элекке исеме

1982 йылға тиклем — Солсбери

Ҡала с

1935

Майҙаны

960 км²

Высота НУМ

1490 м

Халҡы

2 150 000 кеше (2012)

Тығыҙлығы

2 239 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+2

Телефон коды4
Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

hararecity.co.zw

Хараре (Зимбабве)
Хараре
Хараре
1930 йылда Солсбери

Хара́ре (ингл. Harare [həˈrɑːreɪ]; 1890—1982 йылдарҙа — Со́лсбери, ингл. Salisbury) — Зимбабвеның баш ҡалаһы. Хараре ҡалаһын, Читунгвиз, Эпуэрт муниципалитеттарын үҙ эсенә алған ошо уҡ исемдәге провинцияның административ үҙәге. Хараре илдең иң ҙур ҡалаһы, шулай уҡ уның мәҙәни һәм индустриаль үҙәге. Диңгеҙ кимәленән 1483 метр бейеклектәге яйлала урынлашҡан, ә уның климаты субтропик тау райондары категорияһына эләгә.

Хараре

1890 йылда Бөйөк Британия премьер-министры Солсбери хөрмәтенә аталған Форт-Солсбери хәрби база булараҡ нигеҙләнә. 1982 йылда ҡаланың атамаһы Африка ҡәбиләләренең береһенең юлбашсыһы хөрмәтенә Хараре тип үҙгәртелә. Ул 1890 йылда Зимбабве халҡының инглиздәргә ҡаршы көрәшен етәкләйгән[1].

Британия Көньяҡ Африка компанияһы ебәргән отряд 1890 йылдың 12 сентябрендә Форт Солсбери хәрби база булараҡ нигеҙ һала, ул Бөйөк Британия премьер-министры лорд Солсбери хөрмәтенә аталған[2][3]. Торама, нигеҙҙә, Бейраға (Мозамбик порты) илткән юлдағы сауҙа үҙәге булараҡ үҫешә. 1896 йылда Солсбери поло-клубы ойошторола[4]. 1897 йылда форт Солсбери муниципалитет тип иғлан ителә һәм 1935 йылда ҡала статусына эйә була[5].

Ҡалаға нигеҙ һалынған ваҡытта территория насар киптерелгән була, ә уның иртә үҫеше бөгөн магистраль юл буйлап үткән шишмәнең һул яры буйлап ауыш өҫтөндә бара (Юлиус Ньерер юлы). Тулыһынса киптерелгән тәүге территория уның инеше янында урынлашҡан һәм һөҙөмтәлә Козуэй (Causeway) тип аталған. Хәҙер был районда иң мөһим хөкүмәт биналары, шул иҫәптән Сенат бинаһы һәм премьер-министр канцелярияһы урынлашҡан, хәҙер улар 1988 йылдың ғинуарында ошо вазифаны бөтөргәндән һуң президент канцелярияһы тип үҙәгертелде[6].

Солсбери 1953—1963 йылдарҙа Родезия һәм Ньясаленд Федерацияһының баш ҡалаһы була. 1965 йылдың 11 ноябрендә Ян Смит хөкүмәте тарафынан Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгәндән һуң ҡала Көньяҡ Родезияның баш ҡалаһына әүерелә. 1980 йылдың 18 апрелендә Көньяҡ Родезиялағы һуғыш һөҙөмтәһендә аҡ тәнлеләр режимы ҡолатыла. 1982 йылда Солсбериның атамаһы Хараре тип үҙгәртелеп, ул Зимбабве Республикаһының баш ҡалаһына әйләнә. Атамаһы Хараре Копье (Harare Kopje) ауылынан шона халҡының башлығы Нехарава исеменән алынған, уның ҡушаматы «йоҡламаған кеше» булған[7]. Бойондороҡһоҙлоҡҡа тиклем, «Хараре» тип ҡара тәнлеләрҙең торлаҡ районы аталған, хәҙер ул район Мбаре булараҡ билдәле.

Роберт Мугабе режимы һәм 1990-сы йылдар аҙағындағы иҡтисади көрсөк ҡала иҡтисады һәм инфраструктураһы өсөн катастрофик эҙемтәләргә килтергән. Эшһеҙлек һәм енәйәтселек кимәле юғары. Бер нисә кварталдан тыш ҡала үҙәгендә сүп-сар сығарыу һәм юлдарҙы ремонтлау тормошҡа ашырылмай, үҙәкләштерелгән һыу һәм электр тәьминәте системалары емерелгән, канализация эшләмәй.

2005 йылда хөкүмәт Хараре, Эпворт һәм илдең башҡа ҡалаларында трущобаларҙы емереү һәм халҡын күсереү буйынса Мурамбатсвина («Сүп-сарҙы юҡ итеү») операцияһын үткәрҙе[8].

1952 йылда төҙөлгән Чиверо һыуһаҡлағысы ҡаланы эсәр һыу менән тәьмин итә.

Хараре климаты — диңгеҙ кимәленән 1490 метр бейеклектә урынлашыуына бәйле субтропик бейек таулы. Харарҙе өс миҙгел күҙтелә: ямғырҙар миҙгеле (ноябрь-апрель), бик һирәк саҡта ҡырау төшөүе ихтимал булған һалҡын ҡоро миҙгел (май-август) һәм эҫе ҡоро миҙгел (сентябрь-октябрь) бар. Уртаса йыллыҡ температура +18 °C, ә иң һыуыҡ айҙың (июлдең) уртаса температураһы +14 °C тәшкил итә, ә иң йылы ай булып ноябрь тора, уның уртаса температураһы +22 °C.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 32 31 30 32 28 26 28 31 33 34 35 32 35
Уртаса максимум, °C 26,3 25,8 26,2 25,3 23,4 21,4 21,4 23,7 26,8 28,2 27,4 26,2 25,2
Уртаса температура, °C 21,0 20,7 20,3 18,8 16,1 13,7 13,4 15,5 18,6 20,8 21,2 20,9 18,4
Уртаса минимум, °C 15,8 15,6 14,5 12,3 8,8 6,1 5,5 7,4 10,5 13,4 15,0 15,7 11,7
Абсолют минимум, °C 8 9 8 6 2 0 0 1 3 7 8 9 0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 191,4 144,3 95,3 40,6 10,0 2,2 1,8 2,0 8,8 36,8 101,2 170,4 804,8
Сығанаҡ: Гонконгская обсерватория, BBS Weather

Харарела бик күп мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары, шул иҫәптән Зимбабве Милли галереяһы, Гуманитар фәндәр музейы һәм Милли геройҙар акры урынлашҡан.

Хараре түбәндәге ҡалалар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөгән:

Хараре төрлө ойошмалар (шул иҫәптән 2009 һәм 2011 йылдарҙа The Economist журналы) тарафынанын донъяның тормош өсөн иң насар булған баш ҡалаһы тип бер нисә тапҡыр танылды.

  1. Поспелов, 2002, с. 446
  2. Hoste, Skipper. Gold Fever / N.S.Davies. — Salisbury, Rhodesia: Pioneer Head, 1977. — ISBN 0-86918-013-4.
  3. Roman Adrian Cybriwsky, Capital Cities around the World: An Encyclopedia of Geography, History, and Culture, ABC-CLIO, USA, 2013, p. 120
  4. Horace A. Laffaye, Polo in Britain: A History, Jefferson, North Carolina: McFarland & Company, 2012, p. 76
  5. Britannica, Harare, britannica.com, USA, accessed on July 7, 2019
  6. Journal of Frederick Courtney Selous, Rhodesiana Reprint Library, Salisbury, 1969
  7. Room, Adrian. Placenames of the World: Origins and Meanings of the Names for Over 5000 Natural Features, Countries, Capitals, Territories, Cities and Historic Sights (инг.). — McFarland, 2003. — ISBN 9780786418145.
  8. Zimbabwe - Rhodesia and the UDI.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
  • Шереметьева Т. Л., Рагозина Т. О. Республика Зимбабве // Весь мир: Страны и столицы. — Минск: Харвест, 2004. — С. 761—764. — 976 с. — ISBN 985-13-2056-0.