Үҫемлектең тыуған иле — Экваториаль Африка, һуңынан Һиндостан һәм Ҡытайға таралған. Һиндостанда соргоны б. э. т. III мең йыллыҡтан бирле үҫтерәләр, Ҡытайҙа б. э. т. II мең йыллыктан үҫтерәләр. XV быуатта үҫемлекте Европаға килтерәләр, XVII быуаттан бирле Америкала һуғаралар[6].