6 май
Уҡыу көйләүҙәре
6 май | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
Ай | Май |
6 май Викимилектә |
6 май — григориан стиле буйынса йылдың 126-се (кәбисә йылында 127-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 239 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Диеталарға ҡаршылыҡ көнө.
- АҠШ: Йыһан көнө.
- Хәрбиҙәрҙең ҡатындарына рәхмәт белдереү көнө.
- Йәмәғәт парктары көнө.
- Ҡоймаҡ көнө.
- Эсемлектәр көнө.
- Антигуа һәм Барбуда: Хеҙмәт көнө.
- Болгария: Армия көнө.
- Батырлыҡ (Ҡыйыулыҡ) көнө.
- Дания: Ҡәһүә көнө.
- Төркиә: Яҙҙы ҡаршылау көнө.
- Филиппин: Батырлыҡ көнө.
Төбәк байрамдары
- Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү ҡалаһының гербы һәм флагы көнө.
- Тыва Республикаһында Конституция көнө.
- 1715: Пётр I раҫлаған Хәрби устав (рус. Артикул воинский) — Рәсәй империяһының беренсе хәрби-енәйәт һәм енәйәти-процессуаль кодексы иғлан ителә.
- 1835: АҠШ-та «Нью-Йорк геральд» гәзитенең тәүге һаны донъя күрә.
тулы исемлек
- 1840: Британияла донъялағы тәүге почта маркаһы рәсми әйләнешкә сығарыла.
- 1985: Мурманск һәм Смоленскиға «Герой ҡала» исеме бирелә.
- 2000: Рәсәй Халыҡ-ара сауҙа палатаһына ҡабул ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Меос Владислав Эдуардович (1940), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы, 1995 йылдан — Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2007).
- Дукачёв Сергей Александрович (1960), музыкант, педагог. 1989 йылдан (өҙөклөктәр менән) хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, махсус фортепиано кафедраһы профессоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы. Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асаев Рәйес Бәҙеғитдин улы (1931—3.03.2001), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1965—1993 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Шишмә районы «Луч» колхозы рәйесе, 1993—1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990).
- Мәҡсүтов Вил Шәрифйән улы (1931—23.03.2020), дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1967—1991 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау буйынса идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары. СССР-ҙың Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылынан.
тулы исемлек
- Нагаев Валерий Ғүмәр улы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-оториноларинголог. 1974 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауылынан.
- Йәғәфәрова Роза Ҡәйүм ҡыҙы (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-фтизиоуролог. 1978 йылдан хәҙерге Санкт-Петербург Фтизиопульмонология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1989 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 1993 йылдан — клиника етәксеһе; 2005 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университетының Өҫтәлмә һөнәри белем биреү институты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Александрова Ирина Николаевна (1961), ветеран-уҡытыусы. Күмертау ҡалаһының Советтар Союзы Геройы Н. Т. Антошкин исемендәге 1-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012). Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2007).
- Миңлебаева Сулпан Рәжәп ҡыҙы (1961), мәғариф ветераны, шағир. 1985 йылдан Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Райондың Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премияһы (2012) һәм республика шиғыр конкурсы (2013) лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Туйыш ауылынан.
- Бәшәрова Гүзәл Рәдис ҡыҙы (1966), ғалим-терапевт. 1989 йылдан Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, 1999 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. 2000 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2008). Сығышы менән Учалы ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Катанов Николай Фёдорович (1862—10.03.1922), ғалим-төркиәтсе, этнограф, филология фәндәре (1903) һәм сағыштырма тел ғилеме (1907) докторы, профессор (1922), «Башҡорт теле өсөн әлифба»ны («Азбука для башкирского языка») төҙөүсе.
- Сәйфуллин Таһир Сергеевич (1932—25.07.2007), хор дирижёры, педагог, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995), РСФСР-ҙың (1978) һәм Башҡорт АССР-ының (1973) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
тулы исемлек
- Мазин Алексей Васильевич (1937—16.03.2004), техник-технолог. 1957—1992 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1981), коммунистик хеҙмәт ударнигы (1969). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан.
- Цирельман Наум Моисеевич (1937), ғалим-инженер-механик, техник фәндәр докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Хисаметдинов Рәбис Аҡмал улы (1947), ғалим-табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре, йәмәғәтсе. 1977 йылдан Өфө ҡалаһының 15-се дауахананың, 1980 йылдан – ҡала кардиология диспансерының баш табибы, 1987 йылдан — Башҡорт АССР-ы һаулыҡ һаҡлау министрының 1-се урынбаҫары, 1994 йылдан Республика мотлаҡ медицина страховкалауы фондының генераль директоры, 1998 йылдан — башҡарма директор – Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары. 1999 йылдан «Микроген “Иммунопрепарат”» ғилми-производство берекмәһенең генераль директор урынбаҫары, 2004 йылдан – директор урынбаҫары, 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университеты, 2015 йылдан — Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1994), СССР-ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982).
- Әхмәтов Роберт Хәсән улы (1947), ғалим-табип. Медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Шәйәхмәтов Рәшит Заһит улы (1947), спортсы, педагог, Башҡорт дәүләт аграр университетының өлкән уҡытыусыһы, СССР-ҙың спорт мастеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе, спорт туризмы буйынса СССР чемпионы.
- Саттаров Илдар Ғәбдулхәй улы (1957), хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, муниципаль хеҙмәткәр. 1983—2006 йылдарҙа прокуратура органдары хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1998 йылдан — Бәләбәй район-ара прокуроры; 2006 йылдан Бәләбәй район хакимиәте башлығының кадрҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән Яңауыл ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Саламатов Георгий Тимофеевич (1923—23.09.2013), эшсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой. Һуғыштан һуң Белорет металлургия комбинатының автортанспорт цехы хеҙмәткәре. Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1943, 1945).
- Андрейчев Егор Потапович (1938—22.11.1994), механизатор. 1954 йылдан Хәйбулла районы «Аҡъяр», 1989—1994 йылдарҙа — «Быҙаулыҡ» совхозы механизаторы. Ике Ленин (1967, 1981) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың 1960 йылдарҙа бөткән Архангел утарынан.
тулы исемлек
- Әхмәтов Марс Мәхмүт улы (1938), ғалим-химик-технолог. 1962 йылдан Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре. Техник фәндәр докторы (1993). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1990). Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
- Нуртдинов Рәзиф Ғәлимулла улы (1948—17.06.1992), тренер. 1966—1967 йылдарҙа Борай районы Оло Баҙраҡ урта мәктәбе, 1974 йылдан Борайҙың 1 се урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, 1975 йылдан Нефтекама Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры, 1992 йылдан — директоры. Грек-рим көрәше буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1987). Сығышы менән Борай районының Туҡай ауылынан.
- Галушкина Надежда Ивановна (1953), шәфҡәт туташы. Өфө районы Николаевка табип амбулаторияһы физиотерапия кабинетының шәфҡәт туташы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Ғәниева Лилиә Фәйзулла ҡыҙы (1958), педагог, журналист. 1980 йылдан «Баймакский вестник» гәзите тәржемәсеһе, 1993 йылдан — хәбәрсе, 2004 йылдан — реклама һәм белдереүҙәр бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006).
- Рәхмәтуллин Ринат Нурғаян улы (1968), табип-травматолог-ортопед. Өфө ҡалаһының ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының травматология-ортопедия бүлеге мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Әмиров Алмас Хәдис улы (1968), артист. 1991 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2004) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәрәфетдинов Шамил Сәлих улы (1939), механизатор. 1953–1999 йылдарҙа Баймаҡ районының Куйбышев исемендәге колхозы һәм Сибай совхозы механизаторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). Сығышы менән ошо райондың Кәрешкә ауылынан.
- Кәлимуллина Дилара Хәтим ҡыҙы (1959), ғалим-терапевт, гематолог. 1987 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Айыт ауылынан.
тулы исемлек
- Фәйзуллин Айрат Рай улы (1959—26.12.2002) спортсы. Мотоспорт буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1980). Спидвей буйынса шәхси ярыштарҙа РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1984); СССР чемпионаттарының көмөш (1983) һәм бронза (1982, 1989) призёры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһынан.
- Хәлимов Рәфис Иҙиәт улы (1959), мәҙәниәт эшмәкәре. 2003–2011 йылдарҙа һәм 2018 йылдан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Боғҙан ауылынан.
- Шаһманов Тәлғәт Ғиндулла улы (1959), журналист. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2007).
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1856: Зигмунд Фрейд, Австрия психологы, психиатр һәм невролог
- 1870: Амадео Джаннини, АҠШ банкиры, Америка Банкын ойоштороусы.
тулы исемлек
- 1880: Эрнст Кирхнер, Германия экспрессионист-рәссамы.
- 1895: Рудольф Валентино, АҠШ актёры, сығышы менән Италиянан.
- 1915: Орсон Уэллс, АҠШ кинорежиссёры, актёр, ике «Оскар» премияһы лауреаты.
- 1940: Вячеслав Старшинов, СССР хоккейсыһы, илдең йыйылма командаһы составында ике тапҡыр олимпия, туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы.
- 1941: Гена Димитрова, опера йырсыһы. Болгарияның халыҡ артисы (1979).
- 1945: Боб Сигер, АҠШ-тың рок-музыканты, йырсы һәм композитор.
- 1960: Анн Парийо, Франция актрисаһы.
- 1985: Крис Пол, АҠШ баскетболсыһы, илдең ирҙәр йыйылма командаһы составында ике тапҡыр олимпия чемпионы.