23 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
23 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
23 октябрь Викимилектә |
23 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 296-сы көнө (кәбисә йылында 297-се). Йыл аҙағына тиклем 69 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Мәктәп китапханалары көнө.
- Плеерҙың тыуған көнө.
- Ҡар барыҫы көнө
- АҠШ: Юрист ярҙамсыһы көнө.
- Телевидениела ток-шоу алып барыусылар көнө.
- Бразилия: Лётчиктар көнө.
- Мексика: Доктор көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Гаражистар көнө.
- Реклама хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Төрлө сараларҙы ойоштороусылар көнө.
- 1689: Англия парламенты Хоҡуҡтар хаҡында билль ҡабул итә.
- 1914: Мәскәүҙә Щукин театр училищеһы асыла (хәҙер Борис Щукин исемендәге Театр институты).
тулы исемлек
- 1931: Башҡортостан республика оборона спорт-техник ойошмаһы (РОСТО) ойошторола.
- 1946: БМО Генераль Ассамблеяһының беренсе ултырышы башлана.
- 1956: Венгрияла советтарға ҡаршы ихтилал башлана.
- 1958: Борис Пастернак әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты итеп иғлан ителә.
- 1974: Халыҡ-ара Олимпия комитетының Веналағы 75-се сессияһы XXII Олимпия уйындарын 1980 йылда СССР-ҙың баш ҡалаһы Мәскәүҙә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1985: Мәскәүҙә рок-лабораторияһы эш башлай.
- 1989: Будапешта Венгр Республикаһы ойошторолоу тураһында иғлан ителә.
- 2001: Беренсе iPod һатыуға сығарыла.
- 2002: Дубровкалағы Театр үҙәгендә «Норд-Ост» мюзиклы барғанда террорсылар 800 тирәһе кешене аманатҡа ала.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мазунова Лидия Константиновна (1945), ғалим-педагог-методист. 1969 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1997 йылдан башҡа телдәрҙә белем биреү методикаһы һәм икенсе сит тел кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (2006), профессор. (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Андижан ҡалаһынан.
- Савицкий Александр Казимирович (1945), музыкант, педагог. 1970 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент (1989). Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Мәскәү өлкәһенең Балашиха районы Савино ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Марков Геннадий Павлович (1970), инженер-механик, ауыл хужалығы эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2005 йылдан «Үмәр» яуаплалығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Башҡортостан Республикаһы керәшендәренең милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Үмәр ауылынан.
- Жданова Елена Александровна (1980), спортсы. 1995—2005 йылдарҙа күреү буйынса инвалид спортсыларҙың еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1998) һәм атҡаҙанған (2001) спорт мастеры. Инвалидтарҙың бөтә донъя уйындары чемпионы (2003) һәм төрлө кимәлдәге башҡа чемпионаттар еңеүсеһе, призёры һәм рекордсыһы. 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2002). Өфөнөң 20-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм күреү буйынса инвалидтарҙың «Луч» республика спорт-тергеҙеү үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Алтай крайының Бийск ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Коваль Юрий Никифорович (1936—6.11.2020), журналист. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1966 йылдан «Ленинец», «Вечерняя Уфа» һәм «Советская Башкирия» гәзиттәре, 2001—2008 йылдарҙа «Бельские просторы» журналы хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2006). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Ғилфанов Мулланур Вәли улы (1951), муниципаль хеҙмәткәр, жужалыҡ эшмәкәре. 1990—1993 йылдарҙа Ағиҙел ҡала хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Иҫке Ҡабан ауылынан.
тулы исемлек
- Ишбулдин Рәмил Илдус улы (1966), ғалим-йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы. 2001 йылдан Республика кардиология диспансерының бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1995 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский ауылынан.
- Букет Евгений Васильевич (1981), Украина журналисы, тыуған яҡты өйрәнеүсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. «Викимедиа Украина» ойошмаһының идара рәйесе. Вики-Һабантуй 2015-тә ҡатнашыусы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Пантюхин Анатолий Алексеевич (1932—31.05.2017), табип-терапевт, 1969—1989 йылдарҙа Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Трапезников Василий Николаевич (1957), спортсы, йәйәнән уҡ атыу буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1982). Шәхси иҫәптә СССР-ҙың абсолют чемпионы (1982), РСФСР чемпионы (1981), Европа Кубогын яулаусы (1995). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Любушкин Виктор Васильевич (1913—1.02.1983), партия һәм дәүләт органдары, тау сәнәғәте хеҙмәткәре. 1939—40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан КПСС-тың Сибай ҡала комитетының 1‑се секретары; 1961 йылдан Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советының Төҫлө металлургия идаралығы начальнигы; 1966—1974 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директоры. Башҡорт АССР-ының өсөнсө—алтынсы саҡырылыш (1951—1967) Юғары Советы депутаты. Ленин (1956), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1970), ике Почёт Билдәһе (1961, 1966) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Кваркен районы Айҙарәле ҡасабаһынан.
- Ҡалҡаманов Ғәриф Хәким улы (1923—1992), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар полкы пулеметсыһы, рядовой. Шишмә районы «Победа» колхозының элекке рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ыҫлаҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Родионов Михаил Семёнович (1928—6.07.1997), механизатор. 1954 йылдан Баймаҡ районы «Йылайыр» совхозы механизаторы, 1983—1989 йылдарҙа — газовик. Ленин (1972) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районының Петровка ауылынан.
- Бикташев Марс Миңләхмәт улы (1938), төҙөүсе. Мәләүез тимер-бетон конструкциялары заводының элекке эшсеһе. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Сәхиуллин Илдус Рәхимйән улы (1938—29.11.2014), педагог. 1963 йылдан Дүртөйлөнөң хәҙерге 2-се лицейы уҡытыусыһы, 1973 йылдан 4-се урта мәктәп директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, 1976—1999 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1988), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Борай районының Яңы Йәлдәк ауылынан.
- Шакирова Рима Шәһит ҡыҙы (1948), Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының 1996—2009 йылдарҙағы художество етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Чистякова Татьяна Ивановна (1948), педагог-музыкант. 1975 йылдан Өфөләге урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рыбалко Павел Семёнович (1894—28.08.1948), хәрби эшмәкәр. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1943, 1945). Бронетанк ғәскәрҙәре маршалы (1945). Беренсе донъя, Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1919—1920 йылдарҙа Стәрлетамаҡ өйәҙ хәрби комиссариатының сәйәси бүлек мөдире. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Сумы өлкәһе Лебедин районының Кесе Выстороп ауылынан.
- Ғәзизов Чингиз Барый улы (1949), юрист. Башҡортостан Республикаһының беренсе Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле (1996—2004). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре (1994).
тулы исемлек
- Таймаҫов Салауат Усман улы (1949), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (2000), доцент (2000).
- Чариков Владимир Петрович (1949), спортсы, хоккейсы, тренер. 1967—1970 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей командаһы уйынсыһы. 1991 йылдан «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш администраторы, 1999—2010 йылдарҙа — начальнигы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]тулы исемлек
тулы исемлек
- 1972: Борис Ливанов, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы.