Тыва теле
Тыва теле | |
тыв. Тыва дыл тыв. Tyva dyl | |
Дәүләт |
Монголия[1] Рәсәй[2] Ҡытай[3] |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Тыва Республикаһы һәм Тывалар |
Административ-территориаль берәмек | Тыва Республикаһы |
Тел төрҙәре | агглютинатив телдәр һәм SOV[d] |
Килештәр | төп килеш[d], төшөм килеш[d], эйәлек килеш[d], төбәү килеш[d], урын-ваҡыт килеш[d], сығанаҡ килеш[d] һәм латив[d] |
Яҙыу | Кирил алфавиты, Латин алфавиты һәм тувинский алфавит[d] |
Телдә һөйләшеүселәр | 297 000 кеше (2010)[4] |
Телдең ЮНЕСКО статусы | бирешеүсән[d][5] |
Ethnologue каталогында тел статусы | 2 Төбәк[d][4] |
Тасуирлау биттәре | turkic.elegantlexicon.com/… |
Викимедиа проекттарында тел коды | tyv |
Тыва теле Викимилектә |
Тыва теле (тыв. тыва дыл) — Төрки телдәре тармағына ҡараған тывалар теле. Тыва телендә һөйләшеүселәрҙең дөйөми һаны (2010) — яҡынса мең 283 кеше[6].
Тел коды — тув-ега, tyv (ISO 639).
Фонетикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көслө һәм йомшаҡ тартынҡыларҙың бер-беренә ҡапма-ҡаршы ҡуйылыуы хас (пар «юлбарыҫ» — бар «бар»), ҡыҫҡа, оҙон һәм фарингланған һуҙынҡы (ат «исем» — аат — «бәүетергә» — аът «ат»), Фонетик процестар һөҙөмтәһендә морфемалы һүҙҙәр структураһының тартылыуы (келир > кээр «килергә», кижиге > кижээ «кешегә»).
Яҙма тел
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылға тыва теленең яҙмаһы булмай. Шәхси хаттарҙа, ә 1920-се йылдар уртаһында баҫмаларҙа тывалар әҙәби монгол телен ҡулланалар, монгол яҙма теле традицион иҫке монгол теленә нигеҙләнгән.
1926 йылда Тыва Халыҡ Республикаһы хөкүмәте совет ғалимдарына тыва яҙма телен әҙерләү буйынса үтенес менән мөрәжәғәт итә. Кириллица нигеҙендәге Тыва алфавитының беренсе вариантын Бузыкаев һәм Брюханов 1927 йылда төҙөй. Әлеге алфавитта Аа, Бб, Вв, Гг, Дд, Ёё, Жж, Ӝӝ, Зз, Ии, Йй, Кк, Лл, Мм, Нн, Ҥҥ, Оо, Ӧӧ, Пп, Рр, Сс, Тт, Уу, Ӱӱ, Хх, Чч, Шш, Ыы хәрефтәре була. Ошо алфавитта беренсе тыва әлифбаһы нәшер ителә, әммә артабан был проект үҫеш ала алмай. 1928 йылда тыва алфавиты өсөн латин алфавиты тәҡдим ителә, уны лама Монгуш Лопсан-Чимит әҙерләй, тәүҙә ул хуплау таба, әммә тормошҡа ашыра башлағандан һуң, әлеге алфавит сәйәси сәбәптәр буйынса кире ҡағыла, сөнки алфавитты эшләүгә ламаларҙы йәлеп итеү сәйәси яҡтан дөрөҫ түгел тип һанала[7].
1930 йылда тыва теле өсөн латин алфавиты нигеҙендә алфавит индерелә (берҙәм төрки алфавиты — яңәлиф):
A a | B ʙ | C c | D d | E e | F f | G g | Ƣ ƣ |
H h | I i | J j | Ɉ ɉ | K k | L l | M m | N n |
Ꞑ ꞑ | O o | Ө ө | P p | R r | 'S s | Ş ş | T ' t |
U u | V v | X x | Y y | Z z | Ƶ ƶ | Ь ь |
1931 йылда Ɉ ɉ хәрефе алфавиттан алып ташлана.
1941 йылда эшләнгән һәм 1943 йылда яраҡлаштырылған кириллица алфавиты законлаштырыла:
А а | Б б | В в | Г г | Д д | Е е | Ё ё | Ж ж |
З з | И и | Й й | К к | Л л | М м | Н н | Ң ң |
О о | Ө ө | П п | Р р | С с | Т т | У у | Ү ү |
Ф ф | Х х | Ц ц | Ч ч | Ш ш | Щ щ | Ъ ъ | Ы ы |
Ь ь | Э э | Ю ю | Я я |
(Урыҫ алфавитына ҡарата) өҫтәмә тыва алфавиты хәрефтәре:
Тыва телендә һүҙҙәр Ң хәрефенән башлана алмай.
Морфологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыва телендә морфемаларҙың ике төп төрө бар — тамыр һәм аффикс. Башҡа төрки телдәр кеүек, агглютинатив ҡоролошло, йәғни, һүҙ үҙгәреше аффикстарҙы бер-бер артлы өҫтәү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Нигеҙҙәр төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нигеҙҙәр сығарылма һәм сығарылма булмағандарға бүленә, һуңғылары, үҙ сиратында, ябай һәм ҡатмарлыларға.
Сығарылма булмаған нигеҙ состав элементтарға бүленмәгән саф тамыр-һүҙҙән ғибәрәт: кижи «кеше», бижи «яҙ», ажыл «эш», аң «хайуан».
Ябай сығарылма нигеҙҙең бер йәки бер нисә аффиксы булыуы мөмкин: кижи-зи-да-илге «тәрбиәләү», киж-да-зи-да-икчи «тәрбиәсе»; бижи-к «яҙма», «грамота», бижи-д-икчи «яҙҙырып алдырыусы»; ажыл-да «эшләй», ажыл-да-ар (киләсәк заман һәм инфинитив аталышы) «эшләү», «эшләйәсәк кеше», «эшләй торған кеше (һәр саҡ эшләүсе)», ажыл-да-кчы «хеҙмәткәр»; аң-на «һунар ит», аң-на-ар «һунар итергә», «һунар итәсәк», «һунар итеүсе кеше (һәр саҡ һунар итеүсе)», аң-чы «һунарсы».
Ҡатмарлы сығарылма нигеҙ ике тамырҙан тора һәм был юл менән ҡатмарлы һүҙ яһала (нарын сөс). Мәҫәлән: ада-ие «ата-әсә» (ада «атай» + ие «әсәй»), аас-кежик «бәхет» (аас «ауыҙ» + кежик «благо»), саржаг «һыйыр майы» (сарыг «һары» + чаг «сало») һәм башҡалар.
Аффикстар төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыва телендә аффикстар ике төргә бүленә — һүҙ һәм форма яһаусыларға (чогаадылга кожумаа) һәм һүҙ үҙгәртеүселәргә (өскертилге кожумаа).
Һүҙ яһаусы аффикстар — йыш ҡына башҡа һүҙ төркөмөнә ҡараусы яңы лексик мәғәнәгә эйә һүҙ яһайҙар: чурт «ил» > чурт-та «йәшә» > чурт-та-лга «тормош»; угаан «аҡыл» > угаан-ныг «аҡыллы»; сүт ", "һөт > сүт-тэ-эр: 1. «һөт өҫтәү», 2. «һөт артынан барыу».
Форма яһаусы аффикстар һүҙҙең лексик мәғәнәһен үҙгәртә алмай, әммә уға өҫтәмә мәғәнәләр өҫтәйҙәр һәм әлеге һүҙҙең синтаксик ҡулланышы менән бәйле булмаған грамматик формалар яһайҙар. Миҫал өсөн кесерәйтеү-иркәләү аффикстары, ә шулай уҡ интенсив, етерлек кимәлдә булмаған һәм артыҡлыҡ дәрәжә сифаттар: орук «юл» — орук-чугаш «ҙур булмаған юл», «һуҡмаҡ»; ҡызыл «ҡыҙыл» — кызыл-зымаар «ҡыҙғылт», бажың «йорт», бажың-чыгаш «бәләкәй өй», «ҙур булмаған бина», биче «кесе» — бич-жек «кесерәк»
Һүҙ үҙгәртеүсе аффикстар шулай уҡ бары тик һүҙҙең синтаксик ҡулланышы менән бәйле булған төрлө грамматик формаларын яһай. Улар иҫәбенә килеш күрһәткестәре, күплек һаны һәм эйәлек аффикстары, шулай уҡ ҡылымдарҙың зат аффикстары: ном «китап» — ном-да «китапта» ; эш «дуҫ» — эш-тер «дуҫ» — эш-тер-ул «минең дуҫтарым», эш-тер-иң «һинең дуҫтарың», эш-тер-и «уның дуҫтары»; чорт-уп-тум «(мин) ебәҙем», чорт-уп-туң «(һин) ебәрҙең)», чорт-уп-ту «ебәрҙе)».
Башҡа төрки телдәрендәге кеүек, тыва телендә һәр аффиксҡа бер грамматик мәғәнә тура килә. Мәҫәлән:
Һүҙ | кыдырааш | кыдырааштар | кыдырааштарың | кыдырааштарыңда |
Өҫтәлә торған аффикс | (юҡ) | күплек һаны аффиксы -тар | 2-се зат эйәлек аффиксы -ың | урын килеш аффиксы -да |
Мәғәнә | дәфтәр | дәфтәрҙәр | Һинең дәфтәрҙәрең | һинең дәфтәрҙәреңдә |
Лексикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәби тыва теле 1930—1950 йылдарҙа формалаша. Лексикаһында монгол теле йоғонтоһо һиҙелә.
Синтаксисы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыва теле SOV нигеҙ тәртибендәге телдәргә ҡарай. Мәҫәлән:
Мен | Кызылда | чурттап | турар | мен |
мин | Кызылда Урын килеш | йәшәүсе | бар | 1-се зат, берлек һаны (предикатив алмаш) |
S | O | V | ||
«Мин Ҡыҙылда йәшәйем.» |
Ҡулланылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тывала тыва теле йәмәғәт тормошонда һәм көнкүрештә ҡулланыла. Тыва телендә китаптар һәм гәзиттәр нәшер ителә. Тыва телен ҡулланыусы телевизион программалар, интернеттағы сәхифәләр һәм музыкаль коллективтар бар.
Диалекттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыва теленең 4 диалекты бар: үҙәк, көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш.
Әҙәби теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ХХ быуатта бер нисә автор тыва телендә әҫәрҙәр ижад итә:
- Арапчор Алексей Дугерович (1924—2009)
- Артык Ховалыга Хом-Оттуковна (1951)
- Даржай,Александр Александрович (1944—2016)
- Донгак Эдуард Люндупович (1941—2008)
- Монгуш Дорж Баянович (1939—1992)
- Олчея-оол, Монгуш Кунгаевич (1934—1996)
- Ооржак Маннай Намзыраевич (1892—1968)
- Ооржак Чанчы-Хоо Чапаажыкович (1895—1962)
- Саган-оол,Олег Карламович (1913—1971)
- Серен-оол,Владимир Седипович (1942—1994)
- Сувакпит,Олег Одербеевич (1926—2002)
- Сюрюн-оол Сәлим Сазыгович (1924—1995)
- Танова Екатерина Дуктуг-ооловна (1930)
- Ток Салчак Калбакхорекович (Кол Тыыкы) (1901—1973)
- Тюлюш БаазанайХ алдааевич (1890—1951)
- Ховенмей Байкара Дамчаевич (1915—1972)
- Чадамба Леонид Борандаевич (1918—1987)
- Черлиг-оол Куулар Чашпынмаевич (1940)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ScriptSource - Mongolia
- ↑ ScriptSource - Russian Federation
- ↑ ScriptSource - China
- ↑ 4,0 4,1 Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
- ↑ Красная книга языков ЮНЕСКО
- ↑ Ethnologue
- ↑ Достоин ли памятника Лопсан-Чимит?
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сат Ш. Ч. Тувинский язык // Языки народов СССР: В 5-ти томах: Т. 2: Тюркские языки / Отв. ред. Н. А. Баскаков. — М.: Наука, 1966. — 532 с. — 6200 экз. (в пер.)
- Исхаков Ф. Г., Пальмбах А. А. Грамматика тувинского языка: Фонетика и морфология. — М.: Издательство восточной литературы, 1961. — 472 с. (в пер.)
- Татаринцев Б. И. Этимологический словарь тувинского языка / Отв. ред. канд. филол. наук Д. А. Монгуш; Тувинский институт гуманитарных исследований (ТИГИ). — Новосибирск: Наука, 2000, 2002, 2004, 2009. — Т. 1—4 (5-й том готовится). — ISBN 5-02-032303-9. (в пер.)
- Катанов Н.Ф. Опыт исследования урянхайского языка. — Ҡалып:Каз., 1903.