Сукук
Сукук |
Сукук (ғәр. صكوك, «Сакк» — юридик документ, акт, квитанция") — шәриғәт илдәрендә таралған финанс документы, ислам облигацияларының эквиваленты тип атарға була.
Шәриғәт риба (ростовщиклыҡ) менән шөғөлләнергә рөхсәт итмәй, билдәләнгән килем менән традицион облигацияларға юл ҡуйырға ярамай. Сукук табыш алыу маҡсаты ҡуйылған финансланған сараның килемен гарантияланмай, ул бары маҡсат ҡына булып тора.
- Донъяла
2007 йылда донъяла сукук күләме АҠШ доллары менән 31 миллиардҡа етә[1].
- Рәсәйҙә
Рәсәйҙә сукук сығарыу тураһында тәүге тапҡыр 2011 йылда һүҙ ҡуҙғатыла[2][3][4]. Әммә тәүге облигациялар Рәсәй Банкы ҡарары менән 2017 йылда — август аҙағында ғына барлыҡҡа килә. Татарстанда бындай облигациялар сығарыу тәжрибәһе шәриғәт эксперты тарафынан хуплау тапҡан. Сығарыу күләме 1 миллион һум тәшкил иткән. Облигациялар түләү срогы 62 көн булған һәм ябыҡ яҙылыу буйынса урынлаштырылған[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Объем размещения исламских бондов в 2011 году может достичь докризисного уровня», 26.01.2011, Проект «RusBonds — Облигации в России» . Дата обращения: 2 июнь 2011. Архивировано 13 июль 2015 года.
- ↑ «Успех размещения татарстанского сукука будет зависеть от его соответствия шариату» 2015 йыл 13 июль архивланған., 25.03.2011, TATPRESSA.ru
- ↑ «Исламское слово в облигациях» 2011 йыл 15 октябрь архивланған., 25.03.2011, Эксперт
- ↑ «Интервью с Линаром Якуповым о проекте по выпуску первых исламских облигаций — Сукук в Российской Федерации» 2011 йыл 7 июнь архивланған., 17.05.2011, Исламский бизнес и финансы
- ↑ Компания из Татарстана впервые в РФ выпустила облигации по законам шариата 2017 йыл 7 сентябрь архивланған. // ТАСС, 31 августа 2017
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нимә ул Сукук БР сайтында. РУ
- Ислам илдәрендә финанс ойошмалары нисек эшләй 2011 йыл 10 декабрь архивланған. mrwolf.ru
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |