Сварга
Сварга (Санскрит телендә:स्वर्ग) шулай уҡ Сварга Лока булараҡ билдәле, Индуизм космологияһында эзотерик пландың иң оло һигеҙ локаларҙың (Вьяртхи) береһе. Һигеҙ лока Бху лока, Бһувар лока, Сварга лока, Махар лока, Джана лока, Тапа лока, Сатьялока (Брахмалока) һәм иң олоһо Голокадан тора.[1] Сварга Лока Меру тауында һәм уның өҫтөндә доньяларҙың тупланмаһы, бында киләһе инкарнацияларгә тиклем хаҡлылар тора. Һәр бер пралайя (бөйөк йемереү) ваҡытында өс батшалыҡ - Бху лока (Ер), Бхувар лока һәм Сварга лока емерелә. Ете өҫкө батшалыҡ астында Паталаның астарак батшалыҡлары ята, аҫҡы донъя һәм эске донъя.[1]
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сварга тормошонда яҡшы эштәр ҡылған, әммә мокшаға бирешмәгән һәм Риг Веда буйынса Иң Оло Һыйыныу урыны, Хоҙай Вишну һыйыныу урыны Вайкунтхаға ирешмәгән хаҡлы йәндәр өсөн урын булып ҡарала. (Риг Веда (1.22.20) шулай тип иҫбатлай,
- ""Oṃ tad viṣṇoḥ paramam padam sadā paśyanti sūrayaḥ""
- "Барлыҡ суралар (йәғни, дэвалар - Хоҙайҙар) Хоҙай Вишну табандарына иң Оло Һыйыныу урынына кеүек ҡарайҙар."
СВарганың баш ҡалаһы Амаравати һәм уның кереүен Айравата һаҡлай. Сваргала Дэватарҙың рәйесе Индра рәйес булып тора.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 B. K. Chaturvedi. Shiv Purana. — Diamond Pocket Books, 2004. — P. 124. — ISBN 8171827217.