Салоники
Салоники | |
грек. Θεσσαλονίκη | |
Нигеҙләү датаһы | б. э. т. 315 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Θεσσαλονίκη |
Кем хөрмәтенә аталған | Фессалоника[d][1] |
Этнохороним | Thessalonicien[2], солунчанин, Thessalonicienne[2], Θεσσαλονικιός, Θεσσαλονικιά, Θεσσαλονικείς, Solunčan, Solunčanka һәм Tessalonicesi |
Рәсми тел | Грек теле |
Дәүләт | Греция[3] |
Административ үҙәге | Королевство Фессалоники[d], Македония-Фракия[d], Центральная Македония[d], Салоники[d], Салоники[d], Македония (Греция), Македония[d], Салоники (городская агломерация)[d] һәм Салоники (региональная агломерация)[d] |
Административ-территориаль берәмек | Салоники[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Термаикос[d] |
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан | Македония (Греция) |
Хөкүмәт башлығы | Константинос Зервас[d] |
Халыҡ һаны | 309 617 кеше (2021)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 6 метр[5] |
Туғандаш ҡала | Искәндәриә[6], Дуррес[d][6], Корча[6], Мельбурн[d][6], Пловдив[6][7], Ницца[6], Марсель[6], Кёльн[d][6], Лейпциг[8][9][6], Сан-Франциско[6][10], Хартфорд[d][6], Калькутта[6], Тель-Авив[6], Болонья[d][6], Тяньцзинь[6], Пусан[6], Констанца[6], Братислава[8][11][6], Санкт-Петербург[12], Шэньян[d], Амасья[d], Венеция, Тирана, Мариуполь ҡалаһы һәм Днепр[13][14] |
Сиктәш | Термаикос[d] һәм Триандрия[d] |
Ҡулланылған тел | Грек теле һәм понтийский язык[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Майҙан | 19,307 км² |
Почта индексы | 530–539, 54015–54655 һәм 56404 |
Рәсми сайт | thessaloniki.gr |
Святой покровитель | Димитрий Солунский[d] |
Тема иҡтисады | economy of Thessaloniki[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | Б. э. т. IV быуат |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 16 578 |
Урындағы телефон коды | 231 |
Номер тамғаһы коды | MM, NA, NB, NE, NH, NI, NK, NM, NN, NO, NP, NT, NY, NX һәм NZ |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Thessaloniki[d] |
Салоники Викимилектә |
Салоники[15], Фессалоника (грек. Θεσσαλονίκη, Ҫессалони́ки[16]) — ҙурлығы буйынса Грецияның икенсе урында торған ҡалаһы, тирә-яғындағы биләмәләренең халҡы менән бергә, 1 104 460-тан ашыу кеше йәшәй[17] (2011 йыл).
Салоники ҡалаһында Балкандағы иң ҙур Аристотель университеты, Македония аэропорт һәм эре диңгеҙ порты бар. Ҡала үҙенең иҡтисади әһәмиәте буйынса Пирейҙа икенсе урынды биләй . Ҡала һәм уның тирә-яғы йәй көнө — туризм үҙәге булып тора.
Ҡала тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антик осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салоники ҡалаһына Македония батшаһы Кассандр б. э. тиклем 315 йылда нигеҙ һалған. Уның ҡатыны Бөйөк Александрҙың бер туған һеңлеһе — Фессалоника була, яңы ҡалаға батша ҡатынынң исемен биргән. Ҡала составына шул тирәләге Термаикос ҡултығында йәшәгән 26 тораҡ халҡы ингән. Нәҡ шул ваҡытта ҡала эллин характерлыға әйләнә һәм уның был, һыҙаттарын XV быуат аҙағына тиклем һаҡлай. Беҙҙең эраға тиклем 146-сы йылда. Фессалониканы римлеләр баҫып алған.
Византия осоронда
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рим империяһы тарҡалыу менән Византия Салоникиһыбарлыҡҡа килә, ул Константинополь-Рим һәм Афина-Ҡарадиңгеҙ буйы юлдары киҫелешендә тора. Ғәрәптәр Антиохияны һәм Александрияны баҫып алғандан һуң, Салоники империяның ҙурлығы һәм әһәмиәте буйынса икенсе урында тора. Параллель рәүештә ҡаланың милли составы төрлөгә әйләнә: бында көньяҡ славяндар, яртылаш валахтар, төньяҡ таулы райондарында — сиған йәшәгән. Изге великомученик Димитрий Солунский (306 йылда вафат булған) һәм равноапостольный изге Кирилл һәм Мефодий (IX быуат) — славян мәғрифәтселәре -бында тыуған.
1204 йылдан алыпн Салоники — латин дәүләтенең — Фессалоника короллегенең баш ҡалаһы, ул — Латин империяһының бер өлөшө булып тора. 1387 йылда ҡаланы ғәрәптәр баҫып алған.
1387—1402 йылда ҡала төрөктәр ҡулында була Төрөктәр Тамерландан еңелгәндән һуң, ҡала Византияға ҡайтарыла. 1423 йылда ҡала венециандар властарына тапшырыла һәм уларҙың сауҙа-иҡтисади секторы булып тора.
1426—1430 йылда ҡаланы төрөктәр ҡамай һәм гректар тулыһынса ислам диненә инә,уларҙың тормошо һәм көнкүреше төрөктәрҙекенсә була. Ҡала Ғосман империяһының бер өлөшөнә әйләнә.
Ғосман осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Византия быға тиклем, Константинополдән һуң, христиан империяһы үҙәге булған булһа, хәҙер инде элекке грек ҡеүәтенән бер нимә лә ҡалмай, ҡаланың күп халҡын испан йәһүдтәре тәшкил итә, ә ҡаланың төп теле булып ладин теле тора. Хәҙер бөтә ҡала халҡының биштән бер өлөшө самаһы ғына грек халҡы була, ләкин ул да ҡаланан ҡыҫырыҡлап сығарыла. Урта быуаттарҙағы хәрби конфликттар барышында гректарҙыңбайтаҡ өлөшө юҡ ителә. Күптәре Анатолия мосолмандарына ҡоллоҡҡа һатыла, грек урта класының ҙур өлөшө ислам үҙләштерә һәм төрөк теленә күсә. Әммә күп кенә ябай гректар төрөк хакимлығы менән килешә алмай, тауҙарға күсеп китә.[<span style="" title="не указан источник на утверждение (3 ноября 2015)">сығанаҡ 1235 көн күрһәтелмәгән</span>] Ҡалала мосолман кварталдары байтаҡҡа үҫә һәм уның башлығы булып Ататөрк тора (ул был ҡалала тыуған кеше) 1821 йылдаың май башында ҡала төрөктәргә ҡаршы баш күтәрә, быға үс итеп төрөктәр 3 000 тирәһе гректы демонстратив рәүештә язалап үлтерә[<span style="" title="не указан источник на утверждение (3 ноября 2015)">сығанаҡ 1235 көн күрһәтелмәгән</span>] (ҡара. I Мелетий Китрский).
1912 йылда гректар ҡаланы үҙ ҡулына төшөрә, был ваҡытта грек-православие кешеләре ҡала халҡының 25,3 процентын ғына тәшкил итә.
Реэллинизация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Икенсе донъя һуғышы йылдарында ҡала немец ғәскәре оккупацияһы аҫтында була. 1943 йылда Германия Көнсығыш фронтҡа үҙ көстәрен ебәреү маҡсатында ҡаланы үҙенең союздашы Болгарияға тапшырырға әҙерләнә, әммә был аҙымға баҙнат итмәй, сөнки бөтә Греция протест хәрәкәттәренән ҡурҡа. Ҡала грек Халыҡ-азатлыҡ армияһы — ЭЛАС армияһы тарафынан 1944 йылдың 27 октябрендә азат ителә, был ҡаланы ҡурсалаусыһы Димитрий Солунскийҙың хәтер көнөнә тура килә.
Климат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салоникиҙа климат- диңгеҙ климаты, ул континенталь һәм ярымсүл климаты менән сиктәш.
Климат Салоники | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 20 | 22 | 25 | 31 | 36 | 39 | 44 | 39 | 36 | 32 | 27 | 26 | 44 |
Һауа температураһы, °C | 9,3 | 10,9 | 14,2 | 19,0 | 24,5 | 29,2 | 31,5 | 31,1 | 27,2 | 21,2 | 15,4 | 11,0 | 20,4 |
Уртаса температура, °C | 5 | 6 | 9 | 13 | 17 | 22 | 25 | 24 | 21 | 16 | 10 | 6 | 15 |
Уртаса минимум, °C | 1,3 | 2,2 | 4,5 | 7,5 | 12,1 | 16,3 | 18,6 | 18,3 | 14,9 | 10,8 | 6,8 | 3,0 | 9,7 |
Абсолют минимум, °C | -14 | -14 | -7 | -1 | 3 | 7 | 10 | 12 | 2 | -1 | -5 | -8 | -14 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 37 | 38 | 41 | 38 | 44 | 30 | 24 | 20 | 27 | 41 | 54 | 55 | 449 |
Һыу температураһы, °C | 16 | 16 | 16 | 16 | 19 | 22 | 24 | 25 | 25 | 23 | 21 | 18 | 20 |
Сығанағы: Туристик порталы, weatherbase.com |
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салоники — иҡтисади әһәмиәте буйынса Грецияның икенсе ҡалаһы, бында эре сауҙа һәм сәнәғәт үҙәктәре бар. Ҙур нефтехимия предприятиелары, металлургия, машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, шул иҫәптән электротехника, караптар төҙөү һәм караптар ремонтлау сәнәғәте бар. Салоники — илдең төп туҡыу сәнәғәте үҙәге, фармацевтика предприятиелары, тәмәке һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары эшләй. 1890 йылда Салоникиҙа Цанталис ғаиләһе Tsantali[18] шарап предприятиһы аса, 1968 йылда Mythos һыра ҡайнатыу предприятиеһы нигеҙләнә. Йыл һайын сентябрҙән башлап, Салоникиҙа Халыҡ-ара күргәҙмә үтә[19].
Салоники порты — Грецияның Пирейҙағы иң ҙур порты , уның аша порто-франко[20] менән файҙаланып, грек караптарынан тыш, барлыҡ Балҡан ярымутрауы һәм көньяҡ-көнсығыш Европа дәүләттәренең дә караптары йөк ташый. 2000 йылдар башында бында яңы пассажир терминалы асыла[21].
Халыҡ-ара «Македония» аэропорты ҡаланан 12 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. Халыҡ-ара һәм чартер рейстарын хеҙмәтләндереү менән бергә урындағы авиалинияларҙы ла хеҙмәтләндерә.
Салоники — Грецияның ҙур тимер юл төйөнө(Яңы вокзал). Бынан тимер юл менән йөк һәм пассажирҙарҙы Афина, Белград, Стамбул, Бухарест, Скопье һәм София ҡалаларына ташыйҙар.
Салоникиҙа 2006 йылдан алып метро төҙөлә. Сафҡа инеүе — 2020 йыл.
Европа әһәмиәтендәге «Эгнатий Одос» автострадаһы ҡаланан ситтәрәк үтә һәм Афина — Белград меридиональ авто юл күсәте менән киҫешә. Диңгеҙ паромы Салоники менән Грек архипелагының төньяҡ утрауҙары менән тоташтыра.
Ҡала музейҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Салоники археология музейы
- Македония өсөн көрәш музейы
- Хәҙерге заман македония сәнғәте музейы
- Хәҙерге заман сәнғәте дәүләт музейы
- Греция, византия һәм пост-византия музыка ҡоралдары музейы
- Византия мәҙәниәте музейы
- Фәнни үҙәк һәм технологиялар музейы
- Салоники Муниципаль картиналар галереяһы
- Македония и Фракия этнология һәм фольклор музейы
- Фотоһүрәттәр музейы (Салоники)
- Йәһүд музейы (Салоники)
- Македония музыка музейы
- Һыу үткәргес музейы
- Дизайн музейы
Салоники мэрҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда урындағы һайлауҙарҙа ҡала мэры Василис Папагеоргопулос, «Яңы демократия» партияһы ағзаһы ПАСОКА партияһы ағзаһы Яннис Бутарис менән алмаштырыла[22]. 2011 йылдың 1 ғинуарынан яңы мэр үҙ вазифаһын башлай[23].
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Definition of Thessaloniki
- ↑ 2,0 2,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Αποτελέσματα Μόνιμου Πληθυσμού κατά Δημοτική Κοινότητα (грек) — Ελληνική Στατιστική Αρχή, 2023.
- ↑ https://it-ch.topographic-map.com/map-4x471h/Salonicco/?zoom=19¢er=40.6234%2C22.95392&popup=40.62351%2C22.9539
- ↑ 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 6,12 6,13 6,14 6,15 6,16 6,17 http://www.thessaloniki.gr/portal/page/portal/EnglishPage/TwinCities/TwinCities
- ↑ https://www.plovdiv.bg/en/about-plovdiv/побратимени-градове/
- ↑ 8,0 8,1 https://thessaloniki.gr/i-want-to-know-whats-going-on-in-the-city/twin-towns/?lang=en
- ↑ https://www.leipzig.de/buergerservice-und-verwaltung/partnerstaedte/thessaloniki/
- ↑ https://oewd.org/san-francisco-sister-cities
- ↑ https://zastupitelstvo.bratislava.sk/data/att/11916.pdf
- ↑ https://kvs.gov.spb.ru/en/agreements/
- ↑ http://oblrada.dp.gov.ua/wp-content/uploads/2017/08/%D0%98%D0%BD%D0%B2%D0%B5%D1%81%D1%82%D0%B8%D1%86%D1%96%D0%B9%D0%BD%D0%B8%D0%B9-%D0%BF%D0%B0%D1%81%D0%BF%D0%BE%D1%80%D1%82-%D0%94%D0%BD%D1%96%D0%BF%D1%80%D0%BE%D0%BF%D0%B5%D1%82%D1%80%D0%BE%D0%B2%D1%81%D1%8C%D0%BA%D0%BE%D1%97-%D0%BE%D0%B1%D0%BB%D0%B0%D1%81%D1%82%D1%96_08-08-min.pdf
- ↑ https://dniprorada.gov.ua/uk/articles/item/9756/u-dnipropetrovska-zjavilos-dva-novih-mistapobratima-solnok-ta-zugdidi
- ↑ Варианты ударения: Салони́ки (Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — С. 313.) или Сало́ники
- ↑ Греция исемен Инструкция буйынса географик карталар тапшырыла. — М., 1964. — 15 б.
- ↑ ΕΛ.ΣΤΑΤ 2015 йыл 13 февраль архивланған.
- ↑ Our Story — tsantali.gr 2011 йыл 22 май архивланған.
- ↑ Ул виставка Салоніках Офіційний Міжнародної сайты (инг.)
- ↑ Ports List of European union in the free(недоступная ссылка) (инг.)
- ↑ 2007 Conventional January Cargo 05 Terminal 2012 йыл 20 февраль архивланған.
- ↑ 8 Win Socialists Regions; 5 ' s in Elections Conservatives Greece'Regional(недоступная ссылка)
- ↑ First of New Kallikratis Round Elections in Implemented Plan
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт города Салоники (инг.) (грек)
- Официальная страница порта Салоник (грек) (инг.)
- Организация туристического содействия в Салониках (рус.) (инг.) (грек) (нем.) (ҡыт.)
- Салоники и болгары: история, память, современность (инг.) (болг.)
- Путеводитель по Салоникам 2020 йыл 7 август архивланған. (рус.)