Эстәлеккә күсергә

Линц

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Линц
нем. Linz
Герб
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Австрия[1]
Административ үҙәге Үрге Австрия, Рейхсгау Верхний Дунай[d][2], Урфар[d] һәм Линц[d]
Административ-территориаль берәмек Үрге Австрия
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d] һәм Үҙәк Европа ваҡыты[d]
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Мэр
Хөкүмәт башлығы Клаус Люгер[d][3]
Ойошма ағзаһы Climate Alliance[d][4]
Халыҡ һаны 210 165 кеше (1 ғинуар 2023)[5]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 270 метр[6]
Туғандаш ҡала Шарлоттенбург-Вильмерсдорф[d][7][8], Ческе-Будеёвице[9], Чэнду[10][11], Габес[d], Галле[12][13], Канзас-Сити[d][14], Кванъян[d][15], Линчёпинг[d][16][17][18], Рейндағы Линц[d][19][20], Модена[d][21], Албуфейра[d][22], Брашов[d][23][24], Түбәнге Новгород[25][26], Норрчёпинг[d][27], Сан-Карлос[d][28], Запорожье[29], Тампере[d][30][31][32], Иҫкешәһәр[33], Гориция[d], Дунауйварош[d], Тузла[d][34], Насусиобара[d][35], Додома[d][36] һәм Монтеррей[d][37]
Сиктәш Альтенберг-Линц[d], Энгервицдорф[d], Штайрег[d], Луфтенберг-на-Дунае[d], Астен[d], Санкт-Флориан[d], Ансфельден[d], Траун[d], Леондинг[d], Пухенау[d], Грамаштеттен[d], Лихтенберг[d], Перг[d], Линц[d] һәм Урфар[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 95,99 км² (1 ғинуар 2018)[38]
Почта индексы 4010, 4040–4049, 4020–4029 һәм 4030–4039
Электрон почта [email protected][39]
Рәсми сайт linz.at
Урынлашыу картаһы
Святой покровитель Флориан Лорхский[d]
Портал открытых данных Datenauftritt - Stadt Linz[d] һәм Linz open data[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 799
Урындағы телефон коды 0732
Номер тамғаһы коды L
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные в Линце[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Linz[d]
Карта
 Линц Викимилектә

Линц (нем. һәм бав. Linz, чех. һәм слов. Linec) — Австриялағы ҡала, Үрге Австрия федераль еренең административ үҙәге. Халҡы һаны буйынса Австрияла өсөнсө ҡала. Эре сәнәғәт, транспорт, мәҙәни һәм белем биреү үҙәге.

Физик-географик ҡылыҡһырламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала илдең төньяҡ-көнбайышында, Дунайҙың ике ярында, диңгеҙ кимәленән 266 м бейеклектә, илдең баш ҡалаһы Венанан көнбайышта урынлашҡан.

Климаты уртаса континенталь, континентальгә күсемле. Ҡыш йомшаҡ, ҡарлы, иң һыуыҡ ҡышҡы ай ғинуарҙа, температура -14 °C тиклем. Йәй йылы һәм ҡояшлы йәйҙең, иң эҫе айҙары июлдә һәм августа, температура яҡынса +20 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары 600 мм алып 2000 мм тиклем тирбәлә.

Пестлингберг тауынан Линц ҡалаһы күренеше

Боронғо кельт ауылы Лентос урынына римлеләр беҙҙең эраның 15-се йылында империяның төньяҡ сигендә оборона пункты сифатында ҡала төҙөйҙәр. Ҡәлғәнең римлеләр тарафынан үҙгәртелгән исеме башта Ленция булараҡ яңғыраған. Линц исеме аҫтында тәүге тапҡыр 799 йылда Изге Мартин сиркәүе төҙөлөшө менән бәйле телгә алына, ул Австрияның һаҡланып ҡалған иң боронғо сиркәүе була.

Урта быуаттарҙа Изге Рим империяһы составына инә. Ул Польша менән Чехияны Көньяҡ Европа менән тоташтырыусы Дунай һыу юлы һәм ҡоро ер юлдары сатында мөһим сауҙа әһәмиәтенә эйә.

Нибелунгенбрюкк күперенән һарайға күренеш

XV быуатта ҡала ҙур үҫеш кисерә. Император Фридрих III Венгрия короле Корвин Матьяш менән уңышһыҙ һуғыштарҙан һуң, үҙ резиденцияһын 1485 йылда Линцҡа күсерә, ә 1490 йылда хатта империяның баш ҡалаһы тип иғлан итә, дөрөҫ, баш ҡала статусын Линц императорҙың вафатынан һуң, өс йылдан һуң юғалта.

1497 йылда Дунай йылғаһы аша күпер төҙөлә. XVIXVII быуаттарҙа ҡаланың үҫеше чума эпидемияһы менән бәйле туҡталып ҡала. 1785 йылдан Линц епископлыҡ үҙәге була.

Ҡалала төрлө осорҙа күп билдәле кешеләр йәшәгән. 1612—1626 йылдарҙа бында бөйөк математик һәм астроном Йоһанн Кеплер, 18551868 йылдарҙа билдәле композитор Антон Брукнер йәшәгән. Ғүмеренең һуңғы 20 йылын ҡалала яҙыусы һәм рәссам Адальберт Штифтер үткәргән.

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында ҡала иң эре сәнәғәт үҙәгенә әйләнә, бигерәк тә химия сәнәғәте һәм ҡорос етештереү үҫешкән була.

Йоһанн Кеплер

Браун-на- Инне ҡалаһында тыуған Адольф Һитлер бала сағын һәм үҫмер йылдарын Линцта үткәргән һәм уны тыуған ҡалаһы тип иҫәпләгән. Диктатор Линцты үҙгәртеп ҡороп, Өсөнсө рейхтың өлгөлө ҡалаһына әйләндерергә хыялланған. Линц округына ингән Леондиңг ҡалаһында Һитлерҙың ата-әсәһенең ҡәбере һәм Һитлерҙар ғаиләһенең йорто урынлашҡан. Икенсе донъя һуғышы йылдарында Линцтан 25 километр алыҫлыҡта нацистар тарафынан Маутхаузен концентрацион лагеры ойошторола. 1945 йылда ҡаланы СССР һәм АҠШ ғәскәрҙәре биләй. Һуғыштан һуңғы ваҡытта ҡала Дунай буйлап совет һәм америка оккупация секторҙарына бүленә.

1945 йылдан алып 1950 йылға тиклем Линцтың тирә-яҡтары ҡасаҡтар һәм күсеп килгән кешеләрҙең иң эре йыйылыу урыны була. Кәм тигәндә 150 000 күсеп килгән йәһүд милләтле кеше был район аша үтә. 1946 йылдың июнендә ойошторолған Вегшайд (ингл.  Wegscheid) лагеры Австрияла иң ҙур транзит лагеры була; унда бер үк ваҡытта 3 меңдән алып 4 мең кеше була[40].

2012 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ҡалала 191 мең самаһы кеше йәшәгән. XX быуат уртаһына тиклем Линцтың халҡы һанының артыуы күҙәтелә, әммә һуңғы 20 йыл эсендә кире үҫеш билдәләнә.

Йыл 1900 1951 1961 1971 1981 1991 2001 2006 2012
Халҡы (тыс) 83,3 184,6 195,9 204,8 199,9 203,0 183,5 188,9 191,1

Линц — ҙур сәнәғәт үҙәге.Ҡалала металлургия, химия, нефть химияһы, туҡыу, электротехник һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте киң үҫешкән. Төп индустриаль предприятиелар:

  • VoestAlpine металлургия концерны;
  • «ХемиЛинц» химия концерны .

Ҡала аша ВенаЗальцбург автомобиль магистрале һәм тимер юлы магистрале үтә. Бынан тыш, юлдар көньяҡҡа һәм төньяҡҡа, Чехия сиге яғына алып бара. Линц аэропорты «Зәңгәр Дунай» ҡаланан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 10 километр алыҫлыҡта ята. Унан даими рейстар Вена, Франкфурт, Лондон һәм Цюрих ҡалаларына башҡарыла; шулай уҡ миҙгелле Европаның башҡа ҡалаларына рейстар була. Ҡала эсендә пассажирҙар йылға порты урынлашҡан. Дунай буйлап Маутхаузен, Вена һәм Пассауға рейстар үтә.

Ҡала транспорты автобус, троллейбус һәм трамвайҙарҙан ғибәрәт. Пестлингберг тауына алып барыусы беренсе Пестлингербан трамвай линияһы 1898 йылда асылған.

Йоһанн Университеты
  • Иоһанн Кеплер исемендәге университет — иң ҙур университет, унда яҡынса 14 000 студент уҡый (2009). Хоҡуҡ; бизнес, иҡтисад һәм ижтимағи фәндәр; инженер һәм тәбиғи фәндәр факультеты бар.
  • Сәнғәт һәм дизайн сәнәғәте университеты
  • Музыка университеты
  • Католик теология университеты
  • Иҡтисади психологияла халыҡ-ара тикшеренеүҙәр ассоциацияһы 1990 һәм 1993 йылдарҙа Линцта үҙенең йәйге мәктәптәрен үткәрә.
«Лентос» музейы
Брунер исемендәге үҙәк
  • «Лентос» художество музейы, Австрияла иң ҙур хәҙерге заман сәнғәте музейы.
  • Вольфганг Гурлитт музейы.
  • Штифтерт музейы.
  • «Линцтың килеп сығышы» музейы.
  • Үрге Австрия Ер музейы.
  • Ер театры (Landestheater), Линцта иң ҙур театр
  • «Феникс» татры
  • «Хамелеон» театры-варьете
  • Келлер-театр (подвал театры).
  • Музыка театры.
  • Брунер концерт үҙәге (Brucknerhaus), ҡалала иң ҙур концерт залы. Йыл һайын сентябрь айында Брукнер фестивале үтә .
  • Электрон сәнғәт үҙәге, 3d-моделдәр һәм виртуаль ысынбарлыҡтар өлкәһендәге ҡаҙаныштарға арналған. Йыл һайын Ars Electronica фестивале үткәрелә.

Линц 2009 йылда. Европаның мәҙәни баш ҡалаһы була.

Иҫтәлекле урындары һәм архитектураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Яңы соборы
  • Төп майҙан (Hauptplatz). Ҡаланың элекке үҙәге, Дунайҙың көньяҡ ярында урынлашҡан. 1260 йылдан килә һәм илдең иң ҙур урта быуат майҙаны булып тора. Майҙан уртаһында Изге Троица колоннаһы урынлашҡан.
  • Иҫке ратуша Төп майҙанда урынлашҡан. 1513 йылда готика стилендә төҙөлгән, төп фасады 1658 йылда барокко стилендә яңынан төҙөлә. Хәҙерге ваҡытта бинала «Линцтың килеп сығышы» музейы урынлашҡан.
  • Иҫке собор. Майҙандан көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан. 1678 йылда иезуиттар тарафынан барокко стилендә төҙөлгән.
  • Яңы собор. Неоготик стилдә төҙөлгән. 62 йыл дауамында төҙөлә һәм 1924 йылда тамамлана. Собор башняларының бейеклеге 135 метр, был Австриялағы Изге Стефан соборынан бейек биналарҙы төҙөүгә тыйыу менән бәйле (137 метр).
  • Изге Мартин сиркәүе. Иң боронғо (799 г.) сиркәү, үҙ тарихында бер нисә тапҡыр реконструкцияланған, һуңғы тапҡыр XX быуатта сиркәүгә үҙенең баштағы ҡиәфәтен биреү маҡсатында реконструкциялана.
  • Замок (нем. Schloss). Иҫке ҡаланың көнбайыш осонда, Дунай өҫтөндәге бейек ҡаяла урынлашҡан. 1286 йылда боронғо Ленция ҡәлғәһе ҡалдыҡтарынан төҙөлгән. Һигеҙ йыл буйы император Фридрих III резиденцияһы була. Күп тапҡыр яңынан төҙөлә, хәҙер унда Үрге Австрияның Ер музейы урынлашҡан.
Хаж сиркәү
  • Изге Мария мәхәллә сиркәүе. Роман стилендә төҙөлгән, 1648 йылда яңынан барокко стилендә төҙөлә.
  • <b id="mw-A">Ландхаус</b> замогы. 1571 йылда төҙөлгән, иртә Яңырыу дәүеренең архитектура ҡомартҡыһы.
  • Брукнер исемендәге концерт залы. Модерн стилендәге бина 130 метрлыҡ быяла фасад менән
  • Хаж сиркәүе Дунайҙың төньяҡ яры буйындағы Пестлингберг тауы түбәһендә урынлашҡан. Тауға 10,6° ауышлыҡ менән Pöstlingbergbahn трамвай линияһы алып бара (1898 йылда асылған)
  • Нибелунгенбрюкк күпере ҡаланың иң үҙәгендә урынлашҡан. Уның менән ике ярға ла матур күренеш асыла.

Линцта боҙ аренаһы, спорт комплексы, «Линцер» стадионы, тренажер залы, йөҙөү бассейны, саңғы базаһы, тирҙар бар.

Бында Ласк футбол клубы (1965 йылда ил кубогын яулаусы һәм чемпион, Австрия бундеслигаһында сығыш яһай) һәм Линц хоккей клубы бар

Электрон сәнғәт үҙәге
  • Йоһанн Кеплер
  • Антон Брукнер
  • Адальберт Штифтер
  • Адольф Һитлер
  • Людвиг Витгенштейн — философ, логик
  • Шломо Занд — Тель-Авив университетының дөйөм тарих профессоры
  • «Estatic Грусти» дум-метал төркөмө
  • Parov Stelar — Маркус Фюредер проекты
  • Алоиз Ригль — Австрия сәнғәт белгесе
  • Адам Франц. цу Шварценберг цукат
  • Романус Вайхляйн
  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. (unspecified title)
  3. http://linz.gv.at/politik_verwaltung/6284_22514.asp
  4. http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
  5. Bevölkerung zu Jahresbeginn nach administrativen Gebietseinheiten (Bundesländer, NUTS-Regionen, Bezirke, Gemeinden) seit 2002 (.ods)Бюро статистики Австрии.
  6. https://it-ch.topographic-map.com/map-7hd3t6/Linz/?zoom=19&center=48.30593%2C14.28699&popup=48.30607%2C14.28698
  7. https://www.linz.at/politik/6396.php
  8. https://www.berlin.de/ba-charlottenburg-wilmersdorf/verwaltung/beauftragte/staedtepartnerschaften/
  9. https://www.linz.at/politik/6393.php
  10. https://www.gochengdu.cn/news/our-sister-cities/sister-cities-of-chengdu/linz-austria--a402.html?xcSID=04j06l2e0bo8q3o2mh7ud63pm2
  11. https://www.linz.at/politik/6390.php
  12. https://www.linz.at/politik/6381.php
  13. http://www.halle.de/en/Town-Halle-Council/Towns-twinned-with-Halle/Twinned-Towns/
  14. https://www.linz.at/politik/6378.php
  15. https://www.linz.at/politik/6384.php
  16. http://www.linkoping.se/Om-kommunen/Utveckling-och-samverkan/Internationellt-samarbete/Vanorter/
  17. https://www.linz.at/politik/6375.php
  18. https://www.linkoping.se/kommun-och-politik/internationellt-arbete/vanorter/
  19. https://www.linz.at/politik/6372.php
  20. https://www.linz.de/stadt-linz/stadtportrait/partnerstaedte/linz-oesterreich
  21. https://www.linz.at/politik/6320.php
  22. https://www.linz.at/politik/36743.php
  23. https://www.brasovcity.ro/file-zone/regulamente/primarie/Statutul-mun-Brasov.pdf
  24. https://www.linz.at/politik/58809.php
  25. https://www.linz.at/politik/6317.php
  26. https://admgor.nnov.ru/Gostyam/Goroda-pobratimy/Linc-Avstriya-Istoriya-razvitiya-pobratimskih-otnosheniy
  27. https://www.linz.at/politik/6314.php
  28. https://www.linz.at/politik/6311.php
  29. https://www.linz.at/politik/6308.php
  30. https://www.linz.at/politik/6305.php
  31. https://www.tampere.fi/tampereen-kaupunki/tietoa-tampereesta/kansainvaliset-asiat/ystavyyskaupungit.html
  32. https://www.tampere.fi/en/organisation/international-affairs/twin-cities
  33. https://www.linz.at/politik/58805.php
  34. https://www.linz.at/politik/75388.php
  35. https://www.linz.at/politik/83230.php
  36. https://www.linz.at/politik/dodoma.php
  37. https://www.monterrey.gob.mx/pdf/portaln/PPOA/Programa_Operativo_Anual_2018_de_la_Secretaria_de_Desarrollo_Economico.pdf
  38. Dauersiedlungsraum der Gemeinden Politischen Bezirke und Bundesländer - Gebietsstand 1.1.2018Бюро статистики Австрии.
  39. https://raw.githubusercontent.com/bresu/oe_gemeinden/a41434c7941c8902852ad6849e48a78cf475a80c/gemeinden_CSV.csv
  40. Linz area (Окрестности Линца) (ингл.). ОРТ. Дата обращения: 10 август 2013.