Имамилыҡ
Имамилыҡ |
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Шиғый исламда имамилыҡ (ғәр. إمامة — имамат) — Мөхәммәт Пәйғәмбәр нәҫеленән булған (Әһеле Бәйт) бәғзе бер кешеләрҙең генә Пәйғәмбәр үлеменән һуң өммәт башлыҡтары һәм етәкселәре итеп ҡабул ителергә тейешлеген раҫлай торған тәғлимәт.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөнни ислам өсөн «имам» һүҙе һүҙ ғәҙәттә «алда» баҫып торған йәки йөрөгән кешене аңлата. Сөнниҙәрҙә ғәҙәттә мәсеттә бергәләп намаҙ уҡыуға етәкселек итеүсе, намаҙҙы алып барыусыны билдәләү өсөн ҡулланыла, шулай уҡ был мәҙһәб башлығын аңлата . Әммә шиғыйҙар күҙлегенән ҡарағанда, был бары тик ғәрәп телендәге һүҙҙең ябай төшөнсәһе, һәм дини йәһәттән ҡулланыу өсөн имам һүҙе Әһеле Бәйттең гонаһһыҙ тип аталған ағзаларына ғына ҡағыла.
Шиғый инаныстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шиғыйҙар шулай уҡ Әһеле Бәйт тоҡомдарының ғына хәлифә булырға хоҡуғы бар тип ышана, был иһә, консенсус менән һайланһа ла, башҡа хәлифәләрҙең барыһы ла был вазифаға хоҡуҡһыҙ тигәнде аңлата (Ижмә), йәғни, улар хәлифәлектең узурпаторҙары булып тора, сөнки илаһи түгел, ә сәйәси юл менән вазифа алғандар.
Шул имамдар илаһи белемгә һәм хакимиәткә эйә (Ғисмәт)[1], уларға Ҡөрьәнде шәрехләү һәм аңлатыу роле йөкмәтелә[2][2]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алексеев И. Л. Имамат // Энциклопедия религий / Под ред. А. П. Забияко, А. Н. Красникова, Е. С. Элбакян. — М.: Академический проект, Гаудеамус, 2008. — С. 497. — 1520 с. — (Summa). — 3000 экз. — ISBN 978-5-8291-1084-0, ISBN 978-5-98426-067-1.
- Имамат // Большой юридический словарь / Авт.-сост. В. Н. Додонов, В. Д. Ермаков, М. А. Крылова и др.; под ред. А. Я. Сухарева, В. Е. Крутских. — М.: Инфра-М, 2003. — 704 с.
- Прозоров С. М. ал-ИМАМА // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 98.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бибикова О. П. Имамат 2016 йыл 9 август архивланған. // Кругосвет
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |