Эстәлеккә күсергә

Мәсет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мәсет (ғәр. مسجد[ˈmæsdʒɪd] «ғибәҙәт ҡылыу урыны») — мосолмандарға ғибәҙәт ҡылыу өсөн төҙөлгән архитектура ҡоролмаһы.

Күп осраҡта мәсет — айырым төҙөлгән көмбәҙле, ҡайһы саҡта эске ихатаһы булған, бина (Әл-Хәрам мәсете).

Манара мәсеткә төкәтмә итеп эшләнергә мөмкин. Манаралар һаны берҙән туғыҙға тиклем булыуы мөмкин (Әл-Хәрам мәсетендәге манараларҙан кәмерәк буларға тейеш).

Ғибәҙәт бүлмәһендә стеналарҙа рәсем юҡ, ҡөрьән сүрәләренән өҙөктәр булыуы мөмкин. Мәсет түрендә ҡиблаға ҡараған яғына михраб менән мөнбәр эшләнә. Мәсеттәрҙә мәҙрәсә эшләй.

Дөйөм алғанда, коллектив намаҙ ритуаль яҡтан таҙа һаналған теләсә ҡайһы йә иһә бында, хатта майҙанда ла уҡыта ала. Әммә тиҙ генә VIII быуат аҙағына табан уҡ мәсеттәрҙең үҙенсәлекле тышҡы күренеше формалаша.

Махсус доға бинаһынан һәм ишегалдына тыш (унда тәһәрәт алыу өсөн һыу алыу урыны булырға тейеш), күпселек мәсеттәрҙең бер йәки бер нисә манараһы ҙа була.

Мәсет эсендә, уның Мәккәгә ҡараған яғында михраб етештерелә. Ул намаҙ уҡыусылар менән баҫырға тип тарафты күрһәтеп тора.

Йәмиғ мәсете михрабтың уң яғында вәғәз һөйләүсе трибунаһы, йәғни минбәр урынлашҡан була. Мәҙинә ҡалаһында өгөт-нәсихәт ваҡытында Мөхәммәт Пәйғәмбәр беренсе ултырған минбәр бейек ябай урындыҡтан ғына ғибәрәт булып, уға ике баҫҡыс алып менгән. Ошо беренсе һәм берҙән-бер минбарынан беренсе өс хаҡ хәлифә лә файҙалана.

IX быуатта минбәр үрге һәм эстрада баҫма өҫтөндә урынлашҡан, өҫтө таҡта менән ябылған, доға ҡылыусыларға табан йүнәлгән бейек трибуна рәүешен ала. Мәсет иҙәндәренә, ҡағиҙә булараҡ, септә һәм келәм йәйелә.

Элегерәк шәһәрҙәрҙәге үҙәк мәсеттәрҙә, минбәр һәм михраб менән иңгә-иң терәп, рәшәткәнән эшләнгән павильон рәүешендәге айырым бүлеп алынған урын — маҡсура була. Ул хәлифә, батша йәки башҡа юғары дәрәжәле кешеләрҙе халыҡ төркөмөнән алыу өсөн етештерелә. Хәҙерге мәсеттәрҙә маҡсура осрамай әйтергә мөмкин.

Совет осоронда Башҡортостандағы мәсеттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Уҙған - ХХ быуаттың 20‑се йылдарында мәсеттәр аҙлап ябыла башлай, ә 30‑сы йылдарҙа иһә күпләп ябыла, дини мәхәлләләр юҡҡа сығарыла.

1945 йылда 12 мәсет эшләй (ҡалғандары келәт, иген һаҡлағыс, мәктәп, клуб, ятаҡ һ.б. итеп файҙаланыла). Архитектура йәһәтенән мәсеттәр үҙҙәренең йөҙөн, бөтөнлөгөн юғалта, барыһының да тиерлек манаралары ҡолатыла.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа — 20‑нән ашыу, 1987 йылда барлығы 17 мәсет кенә эшләп килә.

90‑сы йылдарҙан алып илдә лә, республикала ла дин тотоуға бәйле ҡануниәт үҙгәреш кисерә, яңы мәсеттәр һалына һәм иҫкеләре тергеҙелә башлай.

Башҡортостан Республикаһында 1996 йылға ҡарата 400‑ҙән ашыу, 2008 йылға — 500‑гә яҡын, 2013 йылда 1060 мәсет иҫәпләнә[1]

{{|az}} {{|en}} {{|es}} {{|fr}} {{|id}} {{|lv}} {{|mk}} {{|ur}}

  1. МӘСЕТТӘР(недоступная ссылка)