Alibaba Group
Alibaba Group (阿里巴巴集团, NYSE: BABA) — Ҡытайҙың асыҡ компанияһы, интернет-коммерция өлкәһендә эшләй, В2В Alibaba.com веб-порталы хужаһы. Штаб-фатиры Ханчжоуҙа урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп төрҙәре — компаниялар араһында В2В схемаһы буйынса сауҙа операциялары үткәреү һәм онлайн-ваҡлап һатыу. 2012 йылда Alibaba төркөмөнөң ике порталында һатыу күләме 1,1 трлн юангә ($170 млрд)[18] етә. Компания бөтәһенән элек Ҡытай Халыҡ Республикаһында (ҠХР) эшләй. 2014 йылдың 19 сентябрендә акцияларын беренсел асыҡ тәҡдим итеү (IPO) мәленә Alibabaның баҙар хаҡы $231 млрд тәшкил итә[19].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1999 йылда Ма Юн һәм уның 17 компаньоны тарафынан Ханчжоу ҡалаһында нигеҙләнә, ошо ҡалала Alibaba.com интернет-сайты теркәлә. Баштан уҡ Alibaba ваҡ һәм уртаса предприятиелар өсөн сауҙа итеү майҙаны булыр тип ниәт ителә.
2005 йылда Yahoo! компанияһы Alibaba акцияларының 43 процентын һатып ала[20], ләкин 2012 йылдың 18 сентябрендә Alibaba Group үҙенең Yahoo! милкендә булған акцияларының 20 процентын ҡайтанан һатып ала.
2007 йылдың ноябрендә акциялар Гонконг фонд биржаһына урынлаштырыла, әммә 2012 йылда компания уларҙы котировкалар исемлегенән сығара (йәғни делистинг эшләй)[21].
2011 йылдың 31 мартына Алибаба сайтында теркәлгән файҙаланыусылар һаны 65 миллиондан ашып китә. Улар 240 илдән һәм төбәктән була.
Ҡытайҙың iResearch компанияһы отчёттарына ярашлы, 2006 йылға ҡарата Alibaba B2B сауҙа майҙансыҡтары баҙарында иң эре Ҡытай компанияһы була (теркәлгән файҙаланыусылар һаны һәм килеме буйынса баҙарҙағы өлөшө буйынса). Халыҡ-ара баҙарҙарҙа эшләй, мәҫәлән, 2012 йылда Alibaba.com, Qiwi түләү системаһы менән уртаҡлыҡ килешеүе төҙөп, Рәсәй баҙарына инә[22], бер йылдан, 2013 йылда, WebMoney Transfer системаһына тоташа[23], ә 2014 йылда Яндекс.Деньги аша уның янсыҡтарына һәм Сбербанк терминалдарына тоташа[24].
2014 йылдың сентябрендә Нью-Йорк фонд биржаһында беренсел асыҡ тәҡдим $21,8 млрд йәлеп итә, шунан ул $25 миллиардҡа етә, был тарихта иң эре IPO була[25].
Төркөмдөң структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең электрон түләү системаһы бар (Alipay, уны Alibabaның бүлендек структураһы булған Taobao.com да ҡуллана), предприятиеға идара итеүҙә бөтә структуралар өсөн уртаҡ булған программа тәьминәте һәм тауарҙарҙың һәм предприятиеларҙың төбәктәр һәм тармаҡтар буйынса сорттарға айырылған мәғлүмәттәр базаһы менән файҙалана.
Alibaba Group бер нисә структураға идара итә[26]:
- Alibaba.com (Alibaba China, Alibaba International) — компанияның төп активы, ойошмалар өсөн сауҙа майҙансығы
- Alibaba Pictures (Alibaba Pictures Group) — Ҡытай кинокомпанияһы[27]
- AliExpress.com — тауарҙарҙы ваҡлап һәм ваҡ күмәртә менән һатыусы интернет-магазин. Тауарҙар тураһындағы мәғлүмәт автоматик рәүештә төрлө телдәргә тәржемә ителә. Сервистың үҙенсәлеге шунда: һатыусы һатылған тауар алыусыға тапшырылғас ҡына аҡсаны ҡулына ала.
- Taobao.com — ваҡлап һатыу онлайн-баҙары, интернет-магазин һәм интернет-аукцион (бөтә тәҡдим ителгән тауарҙарҙы AliExpress аша алырға була)
- Alipay — онлайн электрон түләүҙәр платформаһы
- Tmall.com
- Juhuasuan
- eTao
- Alibaba Cloud Computing
- Yahoo! China
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 1,23 1,24 1,25 http://otp.investis.com/clients/us/alibaba/SEC/sec-show.aspx?FilingId=12129538&Cik=0001577552&Type=PDF&hasPdf=1 (ингл.) — 2017.
- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ https://www.sec.gov/Archives/edgar/data/1577552/000119312514184994/d709111df1.htm
- ↑ https://www.alibabagroup.com/en-US/about-alibaba#leadership
- ↑ https://www.w3.org/Consortium/Member/List
- ↑ https://cve.mitre.org/cve/request_id.html#cna_participants
- ↑ https://fidoalliance.org/members/
- ↑ https://www.itu.int/hub/membership/our-members/directory/?myitu-industry=true&request=sector-members
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Alibaba Group Annual Report 2021
- ↑ Forbes Alibaba Group Key Data
- ↑ https://group.softbank/news/press/20150618
- ↑ https://www.softbank.jp/corp/news/press/sbkk/2021/20210622_04/
- ↑ https://techcrunch.com/2019/11/25/alibabas-shares-climb-almost-8-in-their-first-morning-of-trading-on-the-hong-kong-stock-exchange/
- ↑ https://1688store.online/
- ↑ https://otp.investis.com/clients/us/alibaba/SEC/sec-show.aspx?FilingId=14266295&Cik=0001577552&Type=PDF&hasPdf=1
- ↑ https://www.alexa.com/siteinfo/alibaba.com/
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ E-commerce in China: The Alibaba phenomenon (ингл.). The Economist (23 март 2013). Дата обращения: 26 сентябрь 2014.
- ↑ Андрей Бабицкий, Александр Ратников, Георгий Макаренко. Чудо Alibaba: как бывший учитель создал бизнес стоимостью $231 млрд . РБК daily (22 сентябрь 2014). Дата обращения: 26 сентябрь 2014.
- ↑ Ma is splitting Taobao into three companies . China Daily (17 июнь 2011). Дата обращения: 23 июнь 2011. Архивировано 9 апрель 2012 года.
- ↑ Марк Завадский Alibaba и сорок «ярдов» 2018 йыл 7 апрель архивланған. // Эксперт, 14 июн 2013
- ↑ В Россию придет крупнейший интернет-магазин Китая, Lenta.ru (24 май 2012). 22 июль 2015 тикшерелгән.
- ↑ MoneyNews. Всемирная торговая площадка AliExpress.com начала принимать WebMoney, MoneyNews (16 июль 2013). 2015 йыл 23 март архивланған.
- ↑ Наталья Ищенко. «Яндекс.Деньги» до Китая доведут . Ведомости (1 июль 2014).
- ↑ IPO Alibaba стало крупнейшим в истории . Ведомости (22 сентябрь 2014). Дата обращения: 26 сентябрь 2014.
- ↑ Alibaba Group Company Overview
- ↑ Alibaba Pictures .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- D. Clark. (В переводе Сарычева К. М.) Alibaba. История мирового восхождения от первого лица // М.: Эксмо. — 2017. 240 стр. ISBN 978-5-699-93806-3.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт
- Ли Цзе. Alibaba наступает. (РГ) // Дыхание Китая (Российская Газета / Международное радио Китая). — 2014. — № 5(278). — С. 16-17.