Эстәлеккә күсергә

Үәрд

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ислам

Ислам тарихы

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Үәрд (ғәр. ورد‎; күп."әүрәд"; рус. Вирд) — билдәле бер ваҡытта Ҡөрьән аяттарын уҡыу, шулай уҡ даими рәүештә Аллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарын зекер итеү[1]. Суфый шәйехенең үҙ мөриттәренә дәрес итеп бирелгән доғалары ла үәрд тип атала.

Суфый үәрдтәре көн һайын иртәнге (фәжер) һәм киске (мәғриб) намаҙҙан һуң башҡарыла. Мөрит үҙ теләге менән Аллаһы Тәғәләне даими зекер итеү йөкләмәһен йәки Ҡөрьән уҡыуҙың көндәлек бүлемен ала. Билдәле суфый белгесе Әбү Хәмит Әл-Ғазали үҙенең «Ихйә ғөлөм әд-дин» китабында үәрд башҡарыу тураһында яҙа[2]

Суфый үәрдендә 3 һүҙ бар:

Үәрд яһағанда мөрит ҡулын тубығына һалып, күҙен йомоп, башын эйеп ултырырға; ҡибла яғына боролорға; фәнә кимәленә еткән шәйех образын күҙ алдына килтерергә; үәрдтең мәғәнәһен аңлап уҡырға; үәрдте тауыш менән уҡырға; тыныс, ашыҡмайса һәм хатаһыҙ уҡырға; үәрдтән һуң ашамаҫҡа һәм эсмәҫкә тейеш[4].

  1. Али-заде, 2007
  2. Denny, F. M., 2002
  3. Вирд суфиев - Основа из Корана и Сунны. sufizm.ru. Дата обращения: 13 июль 2013. Архивировано 3 сентябрь 2013 года.
  4. Мухаммад ибн Абдуллах ибн Хусейн ат-Тасфави. Адабы выполнения вирда (из книги «Аль-фатху раббани»). darulfikr.ru. Дата обращения: 13 июль 2013. Архивировано 3 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 9 август архивланған.
  • Али-заде, А. А. Вирд // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Wird / Denny, F. M. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)