Эстәлеккә күсергә

Яңы Ҡайынлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Ҡайынлыҡ
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Яңы Ҡайынлыҡ ауыл советы
Халыҡ һаны 615 кеше (2010)[2],
576 кеше (2002)[3],
617 кеше (2009)[3]
Почта индексы 452945
Карта
 Яңы Ҡайынлыҡ Викимилектә

Яңы Ҡайынлыҡ (рус. Новый Каинлык) — Башҡортостандың Краснокама районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 615 кеше[4]. Почта индексы — 452945, ОКАТО коды — 80237835001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 615 292 323 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  • 2015 йылдың 28 авгусында «Башҡортостан» гәзите «Нисек йәшәйһең, ауыл?» рубрикаһында хәбәрсе Ансар Нуретдинов әҙерләгән «Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ» тигән махсус бит баҫып сығарҙы[7]. Унда гәрәй ырыуы башҡорттары төйәк иткән ауылдың ҡыҫҡаса тарихы урын алған. Яҙманың Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәновҡа бағышланған бүлегендә был арҙаҡлы хужалыҡ һәм партия эшмәкәренең тормош юлына байҡау яһала, Бөйөк Ватан һуғышы күрһәткән батырлығы һүрәтләнә. Ауылдың иң оло кешеһе, 91 йәшен тултырған тыл һалдаты Нәһәҙиә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Ғәбдрәүефова йәшәлгән ғүмеренән ҡәнәғәт булып, гәзит аша барлыҡ кимәлдәге етәкселәргә үҙ рәхмәтен еткерә. Материалда шулай уҡ, яҡташтары өсөн изге эш ҡылып, «Гөл-Нурия» исемле мәсет һалдырған нефть сәнәғәте ветераны Франс Сәрүәров, Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов исемен йөрөткән урындағы мәктәп уҡыусыларының рәсем төшөрөү һәм ағас оҫталары түңәрәктәрендә шөғөлләнеүе, ауыл мәҙәниәт йортоноң эше тураһында ла йылы бәйән ителә.
  • 2015 йылдың 29 июлендә «Башҡортостан» гәзитенең балалар өсөн сығарылған «Тубырсыҡ» битендә А. Үҙәнбаев «Сәм һәм ғәм майҙаны» тигән мәҡәләһендә гәрәй ырыуы башҡорттарының вариҫтары төйәк иткән Яңы Ҡайынлыҡ ауыл Советында халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүе тураһында яҙа һәм миҫалға бында үткәрелгән балалар һабантуйын һүрәтләй[8].
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
  3. 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  4. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  5. Известные люди Краснокамского района. Мохасимова Ралина Рифовна. Сайт «Культурный мир Башкортостана» 2019 йыл 13 сентябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 сентябрь 2019)
  6. Генеалогия и архивы: Главная › Деревни › Краснокамский ›Каинлык (рус.)
  7. «Таныпҡа йән өрә Ҡайынлыҡ» — «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 28 август 2016 йыл 9 март архивланған.
  8. «Сәм һәм ғәм майҙаны» — «Башҡортостан» гәзите, 2015 йыл, 29 июль 2016 йыл 9 март архивланған.