Юғарылыҡ
Юғарылыҡ |
Юғарылыҡ — предметтарҙың һәм күренештәрҙең уларҙы сағылдырған реаль формаларға тап килмәгән эске әһәмиәтен һүрәтләгән үҙәк эстетик категорияларҙың береһе. Эстетик категория булараҡ «юғарылыҡ» Матурлыҡ сиктәренән ашып киткән һәм мәшһүрлек, хатта илаһилыҡ тәьҫире яһаған нәмәне аңлата. Шуға күрә лә Юғарылыҡ йыш ҡына кеше буйы етмәҫлек, икһеҙ-сикһеҙлек тойғоһон тыуҙыра. Ул сиктән тыш ихтирам һәм/йәки ҡурҡыу менән бәйле ғәжәпләнеү тыуҙыра. Юғарылыҡ менән Матурлыҡ араһындағы айырма, күрәһең, көнбайыш проблемаһы булып торалыр, көнсығыш фәлсәфәһе, атап әйткәндә, ҡытай фәлсәфәһе бындай айырманы белмәй.
Антиклыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антиклыҡта Юғарылыҡ ораторлыҡ сәнғәте стиленең һыҙаты була. Аристотелдең «Поэтика»һында ла Юғарылыҡ ҙур урын биләй. Юғарылыҡ стиле антик риторикала «Өс стиль тураһында тәғлимәт» (Grande Genus) сиктәрендә ҡулланылған. Юғарылыҡты тикшереүгә бағышланған тәүге билдәле хеҙмәт тип Псевдо-Лонгиндың «Юғарылыҡ» (грек. Περί ΰψους) хеҙмәте таныла. Уның барлыҡҡа килеүе һәм авторы аныҡ ҡына билдәле булмаһа ла, был әҫәр беҙҙең эраның I быуатында яҙылған, тип фаразлана. Псевдо-Лонгин өсөн Юғарылыҡ — мөһабәт, бигерәк тә риторика контексында, бөйөк фекерҙе йәки телде һүрәтләүсе сифат. Шулай итеп, Юғарылыҡ үҙенә хас көс менән тетрәдерә һәм оло ихтирам һеңдерә. Псевдо-Лонгиндың трактаты Гомер кеүек антик авторҙарға ғына түгел, Библия сығанаҡтарына, мәҫәлән, Башланмыш Китабына һылтанмалары менән дә иғтибарға лайыҡ. Был трактат XVI быуатта ҡабаттан асыла, һәм, ҡағиҙә булараҡ, уның эстетикаға артабанғы йоғонтоһон 1674 йылда француз теленә Николя Буало-Депреоның тәржемәһе менән бәйләйҙәр. 1803 йылда «Юғарылыҡ тураһында» трактаты рус телендә нәшер ителә.
XVIII быуат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Инглиз аҡыл эйәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғәттәге эстетик сифат булараҡ Юғарылыҡ концепцияһы тураһындағы мәсьәлә (Матурлыҡ концепцияһынан айырым) XVIII быуатта Энтони Эшли Купер Шефтсбери һәм Джон Деннис (1685—1734, инглиз драматургы һәм тәнҡитсеһе) хеҙмәттәрендә тәбиғәттең дәһшәтле һәм аҡылға һыймаҫ асылын аңлау, шулай уҡ Джозеф Аддисондың «Spectator» журналындағы Юғарылыҡ тураһында концепциялар синтезында тәүләп ҡуйылған. Бер нисә йыл дауамында был өс инглиз Альпта сәйәхәт иткән һәм үҙ хеҙмәттәрендә эстетик сифаттарҙың төрлөлөгөн күрһәткән был тәжрибәнең бөтә ҡот осҡослоғона һәм аһәңлелегенә аңлатма биргән.
1693 йылда Miscellanies (инглиз альманах, йыйынтыҡ) журналында Альп аша сәйәхәтте үҙенең аңлатмалары менән тасуирлап биргән тәүге кеше Джон Деннис булған: үҙенең тәбиғәт матурлығына «delight that is consistent with reason» (инглиз «аҡыл менән ярашҡан һоҡланыу») булған элекке тойғоларынан айырмалы, был сәйәхәт тәжрибәһе, бер яҡтан, ҡолаҡҡа ятышлы музыка кеүек күҙгә кинәнес биргән, әммә, икенсе яҡтан, (инглиз «mingled with horrors, and sometimes almost with despair») дәһшәт менән, ә ҡайһы берҙә төшөнкөлөк менән солғаған.
Шефтсбери Деннисҡа тиклем ике йыл алдараҡ сәйәхәт ҡылған, әммә үҙ аңлатмаларын 1709 йылда ғына «Moralists» хеҙмәтендә баҫып сығарған. Уның аңлатмалары ла был ике яҡлылыҡты, кинәнес һәм дәһшәтте сағылдырған, әммә уның Матурлыҡҡа ҡарата Юғарылыҡ концепцияһы, был концепцияны әҙәби тәнҡиттең яңы формаһы әйләндергән Джон Деннистыҡы кеүек, киҫкен түгел. Энтони Эшли Купер үҙенең хеҙмәттәрендә арауыҡтың сикһеҙлегенән ҡурҡыуға ҙурыраҡ иғтибар бирә, унда Юғарылыҡ, Матурлыҡтан айырмалы, эстетик сифат ҡына түгел, ә Матурлыҡтан күп тапҡырҙарға мөһабәтерәк һәм күпкә әһәмиәтлерәк сифат булып тора.
Джозеф Аддисон 1699 йылда ҙур сәйәхәткә сыға, уның Италия буйлап сәйәхәт яҙмаларында билдәләүенсә, Альп аҡылды кинәндергес дәһшәт күренештәре менән тултыра. Уның Юғарылыҡ концепцияһының әһәмиәте шунда: кинәнестең ул таныған өс төрө — бөйөклөк, ғәҙәти түгеллекте һәм матурлыҡ — күҙгә күренгән объекттарҙан (йәғни риториканан түгел, ҡараштан) барлыҡҡа килә. Тағы ла шуны билдәләп үтер кәрәк: ул был хеҙмәттәрендә Юғарылыҡ терминын ҡулланмай, ә һәр ваҡыт «сикһеҙ», «сикләнмәгән», «иркен», «бөйөклөк» кеүек уның ярымсинонимдарын ҡуллана. Бөйөклөк төшөнсәһе Аддисондың Юғарылыҡ тураһындағы концепцияһының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Сәнғәт объекты матур булыуы мөмкин, әммә бөйөклөккә тиклем күтәрелеүе мөмкин түгел. Уның хеҙмәттәре, ҡағиҙә булараҡ, Бёркты анализлауҙың башланғыс нөктәһе тип һанала.
Эдмунд Бёрк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы ваҡытта Юғарылыҡ Эдмунд Бёрктың «Юғарылыҡ һәм Гүзәллек тураһында төшөнсәләребеҙҙең килеп сығыуына ҡарата фәлсәфәүи тикшеренеүҙәр» (1757) хеҙмәте ярҙамында бәхәс яҫылығына әйләнеп ҡайтҡан. Эдмунд Бёрктың Юғарылығы — был «улай ҙа былай ҙа ғазап йәки ҡурҡыныс, йәғни ҡот осҡос булыу тураһында күҙаллау тыуҙырыуға һәләтлелек». Эдмунд Бёрк Матурлыҡ һәм Юғары камиллылыҡ бер-береһен кире ҡағыусы төшөнсә булыуы тураһында һөйләгән тәүге фәйләсуф. Был дихотомия Джон Деннистыҡы кеүек үк ябай түгел , ул, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ кеүек, ҡапма-ҡаршылыҡлы. Матурлыҡ яҡтылыҡ менән айырылыуы мөмкин, ә интенсив яҡтылыҡ йәки ҡараңғылыҡ (яҡтылыҡ булмауы) күренгән объектты ҡапларға һәләтле булған дәрәжәлә генә Юғары камиллылыҡ булыуы мөмкин. Бёрктың Юғары камиллылыҡ концепцияһы Платондың бер нисә диалогында тасуирланған күңелгә рәхәт тәжрибә булараҡ матурлыҡтың эстетик сифатының классик төшөнсәһенән ҡырҡа айырылған, һәм, көслө хистәр тыуҙырырға һәләтле эстетик сифат булараҡ, Зәғифлек төшөнсәһен тәҡдим иткән. Бёркка тиклем классик догматикала һүрәтләнгән Зәғифлек төшөнсәһе, беренсе сиратта, Августин Блаженный хеҙмәттәрендә, формаһы юҡ һәм, шуға күрә булмаған, тип билдәләнгән. Аврелий Августин өсөн Гүзәллек Аллаһ тәғәлә ижад емешенең киң күңеллелек һәм изгелек һөҙөмтәһе булған, ә категория булараҡ ҡапма-ҡаршылыҡҡа эйә булмаған. Матурлыҡ булмаған саҡта Зәғифлек формаһыҙлыҡ булған.
Аристотель өсөн художество формаларының функцияһы рәхәтлек булдырыу булған, һәм ул тә тапҡыр «ауыртыу» тыуҙырыусы зәғифлекте сағылдырған сәнғәт предметы проблемаһы буйынса уйланған. Аристотелдең был проблеманы ентекле анализлауы уның трагик әҙәбиәтте һәм уның парадоксаль тәбиғәтен өйрәнеүгә нигеҙләнгән, ул шаңҡыта, әммә шул уҡ ваҡытта шиғри әһәмиәткә эйә.
Бёрктың трактаты шулай уҡ үҙенең Юғарылыҡтың физиологик аспекттары, атап әйткәндә, башҡа авторҙар билдәләгән ҡурҡыуҙың һәм һөйкөмлөлөктөң ике яҡлы эмоциональ асылына акценты менән айырылып тора. Бёрк Юғарылыҡҡа ҡаратылған һиҙеүҙе һәм ыңғай ләззәттән айырылып торған кире ауыртыныуҙы һоҡланыу тип атаған.
Немец аҡыл эйәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иоһанн Вольфганг Гёте «Лаокоон тураһында» (1798) мәҡәләһендә сәнғәт әҫәренең йөкмәткеһе булып кешенең рухын ысынбарлыҡ сикләнгәнлегенән күтәрергә һәләтле иң юғары үҫеш мәлендә һүрәтләнгән предмет булырға тейеш тип раҫлай.
Кантта Юғары камиллылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1764 йылда Иммануил Кант «Гүзәллек һәм Юғарылыҡ хистәрен күҙәтеү» әҫәрендә субъекттың менталь торошо темаһына ҡарата үҙ фекерен яҙырға тырышҡан. Ул Юғарылыҡ өс төрҙә: затлы, күркәм һәм ҡурҡытырлыҡ булырға мөмкин, тип иҫәпләгән. Канттың «Фекер йөрөтөү һәләтен тәнҡитләү»ендә (1790) Матурлыҡ һәм Юғарылыҡ аналитикаһы сағылған. Юғары камиллылыҡтың асылы уның бөйөклөгөндә. Юғарылыҡ тойғоһо — ул ҡурҡыу менән бәйле кинәнес хисе. Кант, ҡайһы бер тәфсирселәр тағы ла өсөнсө, әхлаҡи Юғарылыҡ, үҙгәртелгән «бөйөк» Юғарылыҡ, формаһы бар тип һанаһа ла, Юғарылыҡтың ике: математик һәм динамик формаһы бар ти. Ул Гүзәллек һәм Юғарылыҡ араһында мөһим айырма тапҡан. Юғарылыҡты формаһыҙ объектта ла табыу мөмкин булһа, Матурлыҡ объекттың формаһына бәйләнгән.
«Матурлыҡтың һәм Юғары камиллылыҡтың уртаҡлығы икеһе лә оҡшауынан тора. Шулай уҡ, улар икеһе лә тойғоло һәм логик билдәләнгән фекер йөрөтөүҙе түгел, ә рефлексия фекер йөрөтөүен фаразлай;»[1]
«Тәбиғәттәге Матурлыҡ сикләүгә ҡоролған предмет формаһына ҡарай; Юғарылыҡ, киреһенсә, шуға ҡарамаҫтан, уның тоталлеге менән унда йәки уның менән бәйле сикһеҙлек сағылыуы, формаһыҙ предметта ла табылыуы мөмкин; шулай итеп, матурлыҡ, күрәһең, билдәһеҙ аң төшөнсәһен һүрәтләүгә хеҙмәт итә, Юғарылыҡ — шул уҡ аҡыл төшөнсәһенә.»[2]
Кант буйынса, сикһеҙ диңгеҙ алдында кеше үҙенең көсһөҙлөгөн аңлай. Ләкин тәбиғәттең өҫтөнлөгөнә, тәбиғәттән отолоуына ҡарамаҫтан, ул аңлылығын ҡаршы ҡуя ала, үҙенең кешелеген, юғары тәғәйенләнешен аңлауы бар. Ул, хис-тойғоло, материаль кәүҙәләнешле йән эйәһе булараҡ кәмселекле булһа ла, әхлаҡи йән сифатында өҫтөнөрәккә әйләнә. Фәҡәт кешенең хис-тойғоло тәбиғәтен әхлаҡи-рухи яҡтан еңеп сығыу уның юғары асылын күрһәтә.
Артур Шопенгауэр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юғарылыҡ төшөнсәһен асыҡлау өсөн, Шопенгауэр Матурлыҡтан Юғарылыҡҡа күсеү миҫалдарын килтерә. Уларҙы «Ихтыяр һәм күҙаллау булараҡ донъя» (§ 39) әҫәренең беренсе томында табырға мөмкин. «Эстетик ләззәттең субъектив мәлен күрһәткән бөтә был фекер йөрөтөүҙәргә, йәғни ихтыярға ҡаршы саф, күргәҙмәле мәғлүмәт шатлығы булғанлыҡтан, — был фекерҙәргә артабанғы, улар менән туранан-тура бәйле булған, Юғарылыҡ тойғоһо тип аталған, кәйефте аңлатыу килеп ҡушыла.»[3]
Гегелсә юғары камиллылыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Георг Вильһельм Фридрих Гегель Юғарылыҡты мәҙәни айырымлыҡтар һәм көнсығыш сәнғәтенә хас һыҙат тип иҫәпләгән. Уның тарихҡа теологик ҡарашы көнсығыш мәҙәниәттәр үҫеше түбәнерәк, авторитарыраҡ һәм илаһи ҡанундарҙан ҙурыраҡ, тип фаразлаған. Уның фекеренә эйәргәндә, көнсығыш ижадсылары эстетика, юғарылыҡ тәьҫиренә бирешеүсән. Ҡытай сәнғәтенә хас ҡатмарлы деталдәрҙең артыҡ күп булыуы, ислам сәнғәтенә хас симметрик биҙәктәр бының типик миҫалы булып тора тигән.
Музыкала юғары камиллыҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Опера, сәнғәттең теүәл әҫәре, һүҙ, өн, һынландырыу, актёр башҡарыуы синтезы булараҡ, башланғандан бирле, ниндәйҙер айырым үҙенсәлекле, байрам, хисен тойоу менән бәйләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- на русском языке
- Борев Ю. Б., Категории эстетики, М., 1959, гл. 2
- Бычков, В. В. Эстетика. — 3-е изд. — М.: Гардарики, 2007.
- Чернышевский Н. Г. Возвышенное и комическое // Избр. философские сочинения. — М., 1950. — Т. 1. — С. 252—299.
- Шопенгауэр А. Мир как воля и представление 1818
- на других языках
- Seidl A., Zur Geschichte des Erhabenheitsbegriffes seit Kant, Lpz., 1889
- Hipple W. J., The beautiful, the sublime, the picturesque in eightteenth century British aesthetic theory, Carbondale (Ill.), 1957
- Monk S. H., The sublime…, [2 ed.], Ann Arbor, 1960.