Эмс указы
Эмс указы — Александр II тарафынан Германияның Бад-Эмс (нем. Bad Ems) ҡалаһында ҡул ҡуйылған Махсус кәңәшмә һығымталарының традицион атамаһы. Ул Рәсәй империяһында украин телен (ул ваҡыттағы терминология буйынса — «малорусс һөйләше») ҡулланыуҙы һәм уҡытыуҙы сикләүгә йүнәлтелә. Кәңәшмә Александр II тарафынан 1875 йылда Киев уҡыу округының попечитель ярҙамсыһы М. В. Юзефовичтан, Украина мәғрифәтселәрен «республика формаһында, геман етәселек иткән ирекле Украина» теләүҙә ғәйепләгән хат алған III бүлексә етәксеһе генерал-адъютант А. Л. Потапов тәҡдиме буйынса ойошторола.
Эмс указы 1863 йылғы Валуев циркулярының төп ҡарарҙарын тулыландыра.
Тарих башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1875 йылдың 27 авгусында III бүлексә начальнигы генерал-адъютант А. Л. Потапов Эске эштәр, Халыҡ мәғарифы һәм Синодҡа түбәндәге хатты ебәрә: «Император ғали йәнәптәре украинофил эшмәкәрлеге сағылышы һөҙөмтәһендә һәм бигерәк тә тәржемәләр, дәреслектәр, дини әсбаптар малорус телендә баҫылғынға күрә, Эске Эштәр министры рәйеслегендә Халыҡ Мәғәрифы министры, Изге Синодтың обер-прокуроры, III бүлексәнең төп етәксеһе, ғали йәнәптәре Канцелярияһы һәм Киев Археология Комиссияһының рәйесе, йәшерен кәңәшсе Юзефович менән был мәсьәләне төрлө яҡлап тикшереү өсөн Кәңәшмә ойошторорға ҡушты»[1].
Кәңәшмә өсөн ике эксперт яҙмалаһы әҙерләнә — Матбуғат эштәре буйынса Баш идаралҡтан һәм Потаповтың атап ңтелгән хатының инициаторы булған Юзефовичтың үҙенән. Йәшерен кәңәшсе Юзефович Драгоманов һәм Чубинскийҙың украинофил активлығын билдәләй. Миллерҙың фекеренсә, Кәңәшмәгә запискала күрһәтелгән «Тараса Бульба» әҫәренең украин теленә тәржемә ителеүе, ундағы «рус ере, рус теле ситләтелгән һәм Украина, украина ере, украиналы тип алмаштырылыуы, ахыр сиктә, хатта, үҙенең буласаҡ украин Батшаһы[1] хаҡындағы күрәҙәлеге» айырым тәьҫир ҡалдыра. Был тәржемә ошо һәм башҡа китаптарҙы крәҫтиәндәргә бушлай таратҡан Райковский олоҫоноң писаре Лободовский тигән кешенән тартып алына. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Ллободовскийҙы был вазифаға урындағы мировой судьялар съезы башлығы П. А. Косач, Драгомановтың[1] кейәүе тәҡдим итә.
Йөкмәткеһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эмс указы:
- Рәсәй империяһына сит илдәрҙән, махсус рөхсәт алмайса, украин телендә яҙылған китаптарҙы индереүҙе;
- ңҙенсәлекле әҫәрҙәр баҫтырыуҙы һәм сит телдән тәржемәләр эшләүҙе; («тарихи тарихи документтар һәм һәйкәлдәр», «матур телдә яҙылған әҫәрҙәр» айырым ташламалар менән (мәҫәлән, украин орфографияһындағы кулишовка һүҙе тыйылып, бары тик «дөйөм Рәсәй орфографияһындағы» — ярыжка ғына рәхсәт ителә) һәм алдан цензура үткәреү шарты менән рәхсәт ителә);
- украин театр әҫәрҙәрен ҡуйыу (тыйыу 1881 йылда алына), украинский текстары менән ноталар баҫтырыуҙы;
- украин телендә ниндәй ҙә булһа китап баҫтырыуҙы;
- украин йырҙары концертын ойоштороуҙы;
- башланғыс мәктәптәрҙә («башланғыс училищелар») украин телендә уҡытыуҙы тыя.
Урындағы хакимиәттәргә башланғыс мәктәптәрҙә украин телендә уҡытмаһындар өсөн мәктәп китапханаларынан украин телендәге китаптарҙы тартып алыуҙы тикшереүҙе көсәйтергә бойорола. Эмс указы нигеҙендә Киевта Рәсәй география йәмғиәтенең Көньяҡ-Көнбайыш бүлеге ябыла, «Киев Телеграфы» гәзите сығыуҙан туҡтай, Киев университетынан бер нисә украин профессоры (М. П. Драгоманов, Ф. Вовк, М. Зибер, С. Подолинский һ. б.) эштән ебәрелә.
Бынан тыш указ менән попечителдәрҙән Харьков, Киев һәм Одесса уҡыу округтарынан «украинофил тенденцияларға» мөнсәбәтен буйынса ышаныслылыҡ билдәһе менән уҡытыусыларҙың исемлеге талап ителә. Шул уҡ ваҡытта ышаныслы булмағандарҙы йәки шик тыуҙырыусыларҙы великорусс губерналарына эшкә күсереү талап ителә. Ошо округтарҙың уҡыу йорттарында великоросс уҡытыусыларына өҫтөнлөк күрһәтмәһе бирелә.
1878 йылда Париж әҙәбиәт конгрессында М. П. Драгоманов украин теле һәм мәҙәниәтен яҡлап, Эмс указын тәнҡитләп сығыш яһай. 1995 йылда «Украина тарихы буйынса белешмә» нәшер итеүсе украина тикшеренеүселәре И Пидкова һәм Р. Шуста фекеренсә, Эмс указы Украинаға ҡарата «колониаль» сәйәсәттең бер сағылышы булып, украина мәҙәниәтенең һәм милли-азатлыҡ хәрәкәтенең үҫешенә аяҡ сала, әммә уны тулыһынса туҡтата алмай[2].
1881 йылдағы өҫтәмәләр нәфис әҙәбиәтте нәшер итеү мөмкинлеген бирә — шул уҡ ваҡытта, уҡыу һәм фәнни әҙәбиәткә тыйыу ҙаҡлана. Эмс указы ғәмәлдә булған осорҙа Тараса Шевченко, Иван Нечуя -Левицкий, Панас Мирный, Леся Украинканың һәм башҡа украин яҙыусыларының әҫәрҙәре нәшер ителә.
1905 йылдың 18 февралендә Фәндәр Академияһының дөйөм йыйылышы академиктар А. Шахматов, Ф. Корш, А. Фаминцин, Фортунатов, А. Лаппо-Данилевский һәм С. Ольденбург составындағы комиссияның «Малорусс баҫма һүҙен ҡыҫырыҡлауҙы бөтөрөү тураһында» запискаһын хуплай. Был украин телендә китаптар баҫтырыуҙы тыйыуҙы юҡҡа сығара
.Эмс указы, рәсми рәүештә ғәмәлдән сығарылмағанлыҡтан, 1905 йылдың 17 октябрендә ҡабул ителгән Манифест донъя күргәндән һуң, ғәмәли көсөн юғалта.
Фәнни баһа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Лингвоцид» термины авторы Ярослав-Богдан Рудницкий Эмс указын Валуев циркуляры һәм Рәсәй империяһының башҡа телдәргә мөнәсәбәте буйынса башҡа сикләү саралары менән бер рәттән «батша Рәсәйенең лингвоцидаль акттары»[3] тип иҫәпләй.
Тарихсы Георгий Вернадский фекеренсә, «рус хөкүмәтенең Рәсәй сиктәрендә украин телен һәм мәҙәниәтен ҡыҫырыҡлаусы аҡылһыҙ ҡарарҙары йоғонтоһонда украина хәрәкәте үҙәге 1876 йылдан һуң, ул саҡта Австро-Венгрия составында булған Көнбайыш Украинаға күсте… Әгәр 1876 йылғы Эмс указы булмаһа, украиндар өсөн австрия „ирридентаһын“ ойоштороу ихтыяжы килеп тыумаҫ ине һәм украина мәҙәни хәрәкәте Львовта түгел, ә Киевта тупланыр ине»[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Миллер А.И., 2000
- ↑ І. З. Подкова, Р. М. Шуст. Новник з стор України. Беҙҙә 3-х т.
- ↑ Jaroslaw B. Rudnyckyj.
- ↑ Георгий Вернадский: «Минемсә, үҙен украин һәм урыҫ ир-аты, бер үк ваҡытта» // Ab Imperio. — 2006. — № 4. — С. 347—369.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Drahomanov, Mykhailo. La littérature oukrainienne, proscrite par le gouvernement russe: rapport présenté au Congrès littéraire de Paris (Ukrainian Literature Banned by the Russian Government: Report Presented at the Literary Congress in Paris). — Geneva, 1878. (фр.)(фр.) (укр.)(укр.)
- Миллер А. И. «Украинский вопрос» в политике властей и русском общественном мнении (вторая половина XIX в.). — 1-е. — СПб.: Алетейя, 2000. — 260 с. — 2000 экз. — ISBN 5-89329-246-4.