Хуннуҙар (Һуннуҙар)
Хуннуҙар | |
Нигеҙләү датаһы | Б. э. т. III быуат |
---|---|
Рәсми тел | гуннский язык[d] һәм Монгол теле |
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Административ үҙәк | Chanyu Ting[d] |
Идара итеү формаһы | каганат[d] |
Дәүләт башлығы вазифаһы | шаньюй[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | V быуат |
Рәсми дине | Тәңреселек һәм шаманлыҡ |
Хуннуҙар Викимилектә |
Хуннуҙар (лат. hunni, соғд. hwn, ҡыт. 匈奴 сюннуға, башҡа кит. әйтелеше: **qʰoŋ — naː) боронғо күсмә халыҡ, беҙҙең эраға тиклем 220 йылдан беҙҙең эраның II быуатына тиклем Ҡытайҙан[1] төньяҡҡа табан урынлашҡан далаларҙа йәшәгән. Цинь Шихуаньди уларҙың һөжүменән һаҡланыу өсөн Бөйөк ҡытай диуарын төҙөгән. Хуннуҙар ҡытай империяһы Хань менән әүҙем һуғыштар алып бара, уның барышында күрше күсмә ҡәбиләләрҙе буйһондороп, берҙәм державаға берләшә. Һуңыраҡ Ҡытай һәм сянби ҡәбиләләре менән һуғыштар һөҙөмтәһендә, шулай үҙ-ара талаш-тартыш арҡаһында, Хунн державаһы тарҡала.
Хунну тураһында боронғо ҡытай сығанаҡтарынан һәм археологик ҡаҙыныуҙар барышында табылған ҡомартҡыларҙан билдәле, уларҙың тәүгеләре XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Ю. Д. Талько-Гринцевич (Ҡяхта ҡалаһы эргәһендәге суджа ҡәберлектәре) тарафынан табыла, ә һуңынан әһәмиәтлеләре XX быуат башында П. К. Козлов[2](Селенга үҙәнендә ноин-улин ҡурғандары) тарафынан табыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаньюй
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытайҙарҙың ата-бабалары булған жундар һәм ди кеүек ҡәбиләләр менән туҡтауһыҙ һуғышып тора. Жундарҙан төньяҡтараҡ далаларҙа «Хунюй» ҡәбиләһенең булыуы билдәләнелә. Хуннуларҙан килеп сыҡҡан ханьюн һәм хуньюй ҡәбиләләре Гоби сүллегенең көньяҡ сигенә терәлеп ятҡан далала йәшәй. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, хуннуҙарҙың ата-бабалары хуньюй (сюньюй, чуньвей (шуньвэй), ғөйфән, ханьюнь (сяньюнь))[3], жун, шань-жун, цюань-жун (цюаньи, хуньи)[4][5][6], ди (бэйди)[7][8] (байди, чиди)[9]) берләшмәһенә инә.
Беҙҙең эраға тиклем X быуатта хуннуҙар әкренләп Гобиҙың көньяҡ сигенән төньяҡҡа табан күсә башлай. Л. Н. Гумилев, хуннуҙар күсмә малсылыҡты үҙаллы үҙләштергән һәм сүллектәр аша үтергә өйрәнгән, тип иҫәпләй.
Төньяҡҡа күсеп килгәндән башлап 300 йыл эсендә хуннуҙарҙың һаны арта, һәм улар беҙҙең эраға тиклем 822 йылда Чжоуға баҫып инә. Ҡытайҙар һөжүмде кире ҡаға, шунан һуң хуннуҙар ҡытай йылъяҙмаларында артабанғы 500 йыл дауамында телгә алынмай. Был ваҡытта Көнсығыш Монголия һәм Байкал аръяғы далаларында плиткалы ҡәберҙәр мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Антропологик йәһәттән плиткалы ҡәберҙәр мәҙәниәте вәкилдәре, хунну, дунхуға һәм сянби кеүек үк, монголоид расаһының палеосебер тибына ҡараған. Көнбайыш Монголия, Алтай һәм Синьцзянда йәшәгән хуннуҙарҙа бер ни тиклем европеоид ҡатнашмаһы була.
Хунну державаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хуннская держава | |
Телдәр | |
---|---|
Майҙаны |
4 030 000 км² (на 176 до н. э.)[10] 9 000 000 км² (на 176 до н. э.)[11] |
Халҡы |
хунну |
Преемственность | |
Сяньби → | |
Хуннуҙар Викимилектә | |
Ҡытай тарихнамәһендә хуннуҙар иртәрәк барлыҡҡа килмәй б. э. т. V быуаттан һуң барлыҡҡа килә. Уларҙың Төньяҡ Ҡытайҙың ултыраҡ йәшәү рәүешен алып барған халыҡына һөжүм итеүҙәре сәбәпле, ҡытайҙар тораҡ пункттары тирәләй айырым нығытмалар төҙөй башлай, тап шул нығытмалар һуңынан Бөйөк ҡытай диуарын барлыҡҡа килтерә. Б. э. т. III быуатта хуннуҙар яғынан хәүеф көсәйә, сөнки күсмә халыҡтар хаким-шаньюй етәкселегендә ҡеүәтле ҡәбилә союзы төҙөй. Хунну державаһы көнсығышта Маньчжуриянан көнбайышта Памирға тиклем Монголияның һәм Көньяҡ Себерҙең байтаҡ өлөшөн үҙ ҡулына ала.
Хуннуҙар бик яҡшы һыбай йөрөй, ә уларҙың ғәскәре 300 мең атлы уҡсынан тора. Ҡытай армияһының нигеҙен тәшкил иткән арбаларға хуннуҙарҙың һөжүменә ҡаршы тороу ауыр була. Бөйөк ҡытай диуары Ҡытайҙың төньяҡ сиктәрен хуннуҙарҙан һаҡлау маҡсатында эшләнә, әммә бының менән генә мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәй. Ҡытай хакимдары күсмә халыҡты бай бүләктәр һәм дипломатия менән ҡытай йәшәү рәүешенә ылыҡтырырға тырыша, күп кенә ҡытай принцессалары хунну юлбашсыларына кейәүгә сыға.
Б. э. т. яҡынса 50 йылдар тирәһендә империя ике өлөшкә бүленә: көнсығыш хуннуҙар ҡытай императорының хакимлығын таный, ә көнбайыш хуннуҙар Урта Азияға ҡыҫырыҡлап сығарыла.
93 йылда сянби, динлин һәм чешистарҙан (Турфан оазисы халҡы) торған Ҡытай коалицияһы һундарҙы Их-Баян янындағы алышта (Ikh Bayan ҡыт. трад. 稽落山之戰, упр. 稽落山之战, пиньинь: jìluòshān zhī zhàn, палл.: цзилошань чжи чжань) ҡыйрата, ә 155 йылда сяньби юлбашсыһы Тяньшихуай һундарҙы ҡыйрата, был һун этносының дүрт тармаҡҡа бүленеүенә килтерә, һөҙөмтәлә хунну этносы дүрткә бүленә; уларҙың береһе еңеүсе сяньбийҙарға ҡушыла; икенсеһе Ҡытайға күсә, өсөнсөһө Тарбағатай тау урмандарында, тарлауыҡтарҙа һәм Ҡара Иртыш бассейнында ҡала дүртенсеһе һуғыша-һуғыша көнбайышҡа табан китә һәм к 158 йылда Волгаға һәм түбәнге Донға барып етә. Уларҙың килеүе тураһында антик географ Дионисий Периегет хәбәр итә[12]. Киң таралған фекер буйынса, хуннуҙарҙың бер өлөшө Европаға барып етә һәм, юлда төрки, көнсығыш-сармат һәм уғырҙар ҡәбиләләре ҡатнашып, Европала яңы халыҡҡа башланғыс бирә. Ул һундар[13]. Көнбайышҡа сигенеү барышында көсһөҙ хуннуҙарҙың дүрттән бер өлөшө етейылға һәм Көнбайыш Себер территорияларында ҡала, һәм Юэбань (160—490) дәүләте барлыҡҡа килә. Э. Паркер һәм төркиәтсе А. Дыбо «юэбань» хәҙерге заман яңғырашы, ә «авар» боронғо яңғырашы тип иҫәпләй[14][15]. е «Талас үҙәне, Үҙәк Тянь-Шань, Ферғана, Ташкент оазисы, Чаткал үҙәне, Чон-Алайҙа археологтар тарафынан табылған күп һанлы ҡәберлектәр, шулай уҡ көнбайышҡа табан хуннуҙар хәрәкәтенең реаль эҙҙәре булып тора. Һундарҙың матди мәҙәниәтенең айырым элементтары „(ноин-улин тибындағы инкрустациялы биҙәүестәр)“ Арал буйындағы „һаҙлыҡ ҡаласыҡтарында“ асылған, был элементтарҙың үҫеше көнбайыш Ҡаҙағстанда ла күҙәтелә. Түбәнге Волгала һундар ҡәберлектәрен асыу ҙур әһәмиәткә эйә, уларҙың ҡайһы берҙәре б. э. III быуаттарына ҡарай. Был факт һундарҙың Европаның көнсығыш сиктәренә иртә үтеп инеүен раҫлай. Кавказда һәм Ҡырымда һундарҙың айырым, әлегә тиклем тарҡау эҙҙәре билдәләнгән»[16].
Хуннуҙар Ҡытайҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай державаһы көсһөҙләнә барған һайын уның хакимдары Ҡытайҙың төньяҡ сиктәрен һаҡлау өсөн хунну юлбашсыларын йәлеп итә башлай. Был ҡораллы формированиелар ҡытайҙарға ҡаршы бер нисә тапҡыр ҡорал күтәрә. Хань империяһы ҡолатылып, Өс Батшалыҡ осоро башланғас, хуннуҙарҙың Ҡытайҙың эске эштәренә ҡыҫылыуы айырыуса әүҙемләшә. 304 йылда көньяҡ-хунну хәрби етәкселәренең береһе Лю Юань үҙен бөтә хунну федераттарының шаньюйы һәм Төньяҡ Хань дәүләте императоры тип иғлан итә. Уның ҡатын-ҡыҙҙар линияһы буйынса Ҡытайҙың хан императорҙарынан килеп сығышы был хоҡуҡты бирә. 329 йылда Лю Юань династияһы икенсе хунну хәрби начальнигы Ши Лэ тарафынан ҡолатыла. В IV—V быуаттарҙа көньяҡ хуннуҙар Төньяҡ Ҡытай территорияһында дәүләттәр төҙөй:
- Төньяҡ Хань (304—318)
- Иртә Чжао (318—329; ҡайһы берҙә Төньяҡ Хань менән Хань Чжао бер дәүләткә берләшә)
- Һуңғы Чжао (319—351)
- Төньяҡ Лян йәки Хэси (397—439)
- Ся (407—431)
Хуннуҙарҙың тарҡау отрядтарының Ҡытай ерҙәренә баҫып инеүе IV быуат дауамында дауам итә, әммә V быуаттан һуң уларҙың исеме ҡытай сығанаҡтарында телгә алынмай .
Дәүләт ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаньюй
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаньюй (иң бөйөк) тип хуннуҙарҙың 24 аҡһаҡалы араһынан башлыҡ булған аҡһаҡалды атағандар. Тәүҙәрәк шаньюйҙы аҡһаҡалдар съезында һайлағандар, әммә Модэ, был традицияны өҙөп, шаньюйҙар династияһына нигеҙ һала. Баҡыйлыҡҡа күскән шаньюй васыятында күрһәтелгәнсә, власты яңы шаньюйға тапшырыу өсөн шаньюйҙы һайлау шартлы процедура булараҡ һаҡлана..
Хунну империяһының баш ҡалаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылда Улан-Батор дәүләт университетының археология кафедраһы доценты Тумур-Очирын Идэрхангай археологик тикшеренеүҙәр төркөмө етәксеһе булараҡ Хунну Империяһының сәйәси үҙәген тикшерә башлай[17]. Боронғо күсмә хунну халҡы империяһының баш ҡалаһы емереклектәре Монголияның Арханғай аймағы Улзийт сомонындағы Орхон йылғаһы үҙәнендә Тумур-Очирын Идерхангай етәкселегендәге тикшеренеүселәр төркөмө тарафынан табыла. Ҡаҙыныу эштәре 2017 йылда уҡ үткәрелә, әммә уларҙың һөҙөмтәләре 2020 йылдың йәйендә генә баҫылып сыға[18].
Ҡала монголса Луут йәки ҡытайса Лунчэн (аждаһа ҡалаһы) тип атала. Тикшеренеүселәр «Аждаһа ҡалаһы» в ике ҡатлы диуарҙарының һәм һыуһаҡлағыс сифатында ҡулланылған яһалма бассейн булыуын асыҡлай. Ҡоролма ҡалдыҡтары табылыу менән рәттән ул ханцзы телендә «Тенгэрийн Хүү» — «Күк улы» тип яҙылған боронғо яҙыу менән биҙәлгән була. Был яҙыу табылған ҡаланың хунну халҡының баш ҡалаһы булыуын раҫлау өсөн төп дәлил булып тора.
Шаньюй ырыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шаньюҙар нәҫеле Си Люань-ди тип аталған. Хуннуҙарҙың өс иң абруйлы нәҫеле була: Хуянь, Лянь, Сюйбу. Гумилев фаразы буйынса, 藍 «лань» — күкһел йәшел ырыуы Ҡытай принцы Шун Вэйҙан килеп сыҡҡан. Шаньюй ошо ырыуҙарҙан ғына ҡатын ала. Дәүләттең мөһим вазифалары ла ошо фамилиялар эсендә тапшырыла, мәҫәлән, сюйбулар судья вазифаһын биләр була. Ҡалған ырыуҙарҙың үҙ ғәскәрҙәре булған аҡһаҡалдары була .
Хуннуҙарҙа чиндар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡытай йылъяҙмаларында хуннуҙарҙың ҡатмарлы чиндар системаһы булыуы телгә алына. Юғары чиндар «көнсығыш» — өлкән һәм «көнбайыш» — кесе чиндарға бүленә. Юғары чиновниктарҙың бөтәһе лә шаньюйҙың яҡын туғандары була:
- Чжуки кенәз: ғәҙәттә Көнсығыш Чжуки-кенәз — тәхет вариҫы
- Лули-кенәз
- Бөйөк етәксе
- Бөйөк Дуюй
- Бөйөк Данху
Ғәҙәти чиновниктар "гудухоу"тип атала. Ырыу аҡһөйәктәренең дәрәжәһе шаньюйға бәйле булмай .
Хоҡуҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хуннуҙар Ғәҙәти хоҡуҡ файҙаланған. Суд 10 көн эсендә үтә. Һөжүм итеү йәки урлашҡан өсөн үлем язаһы ҡаралған, башҡа төрлө язалар ҙа булған. Модэла хәрби енәйәттәр өсөн үлем язаһын күҙ уңында тотола. Патриархаль ҡоллоҡ та була, әммә бурыс ҡоллоғо һәм ҡолдар менән сауҙа итеү тураһында телгә алынмай .
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Козлов ноин-улин ҡурғандарында тапҡан әйберҙәр (атап әйткәндә, туҡымалар, хәҙер Дәүләт Эрмитажында) һаҡлана. Ҡомартҡыларҙың күбеһе Ҡытайҙан, Ирандан йәки Византиянан килеп сыҡҡан[19], был факт хунну халҡының сауҙа-дипломатик бәйләнештәренең киң таралыуын күрһәтә .
Хәрби эш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәр хунну яугир булған. Хунну ғәскәре ырыу билдәһе буйынса формалаша. Хунну ғәскәрендә бөтәһе 24 хәрби етәксе була, уларҙың һәр береһе ваньци (мең башы-темник) титулын йөрөтә һәм ун меңлек отряд менән командалыҡ итә. Ҡытайҙар хунну ғәскәрен 300 000 һыбайлы, башлыса һыбай уҡсылар тип баһалай. Был һандың, Ҡытайҙың күп кенә тарихи документтарындағы кеүек, арттырып күрһәтелгән булыуы бик ихтимал. Хуннуҙар манёврлы һуғыш алып барырға тырыша, дошманды арытып, тарҡау рәттәр менән дистанцион алыш алып бара. Хуннуҙар флангыларҙан ҡамауҙы, ялған сигенеүҙәрҙе һәм йәшеренгән ерҙән сығып дошманына ябырылыуҙы уңышлы ҡуллана. Һуғышта яулап алынған бөтә нәмә яугирҙар милкенә әйләнә. «Күсмә халыҡтарға» дистанцион алыш саралары (уларҙың төп ҡоралы булған ян һәм уҡ-һаҙаҡ) һәм кәрәк-яраҡ (колчандар) хас булған. Яҡын алышта хунну ҡылыстар һәм ҡыҫҡа һөңгөләр менән һуғыша. Шулай уҡ тура бер йөҙлө (лезвие) палаштар (төҙ оҙон ҡылыс) һәм кинжалдар ҡулланыла. Хунну яугирҙарының хәрби кейеме бәләкәй тимер пластиналарҙан торған бронь менән ҡапланған була.
Яһаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хуннуҙар власҡа Лаошань-шаньюй килгәнгә тиклем шаньюйға һалым түләмәй. Шаньюй яулап алынған халыҡтарҙан яһаҡ йыя: дунхуҙар аттар һәм тиреләр, Төркөстан оазистарындағылар игенселек продукттары, тангуттар тимер, төньяҡтағы ҡәбиләләр тире менән түләй. Ҡытайҙар ҡайһы берҙә ҡиммәтле бүләктәр ебәк һәм затлы әйберҙәр ебәрә. Баҫып алынған халыҡтарҙан алынған табыш һәм яһаҡ тулы көйө шаньюй ҡаҙнаһына эләкмәй. Хунну яғына күскән ҡытай евнухы Юе Лаошань-шаньюйҙың яҡындарын халыҡҡа, малға һәм мөлкәткә һалым һалыуҙарҙы китапҡа теркәп барырға өйрәтә. Бының һөҙөмтәһендә шаньюй «һундарҙың күк һәм ерҙән тыуған, ҡояш һәм ай менән ҡуйылған бөйөк шаньюйы» титулын ҡабул итә. Шаньюйҙар власы бәхәсһеҙ абруй менән файҙалана, әммә хуннуҙар үҙҙәренең боронғо азатлығын юҡҡа ғына бирмәй. Хуннуҙар йәмғиәтендә муллыҡ һәм зиннәтлелек дәүере башлана, әммә шул уҡ ваҡытта әхлаҡтың түбәнәйеүе лә күҙәтелә .
Этник сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Густав Рамстедт хунну теле төрки телдәрҙең монгол телдәренән айырылмаған хәлен сағылдыра тип фаразлай[20], әммә был ҡараш хәҙер асыҡтан-асыҡ иҫкергән, сөнки хәҙер алтай телдәренең иртәрәк осорҙа айырылып китеүе фаразлана[21].
Сюнну (хунну) һүҙе йыш ҡына төньяҡ күсмә халыҡтарҙың Цзинь (265—420), Эй (220266) һәм Көньяҡ һәм Төньяҡ династиялар (420—589)[22] дөйөмләштерелгән атамаһы булараҡ ҡулланыла. «Лян тарихында» ((жужань йылъяҙмаһының бер бүлеге) түбәндәгесә яҙылған: «Вэй һәм Цзинь заманында сюннуҙар йөҙҙәрсә һәм меңдәрсә ҡәбиләләргә бүленгән, һәр береһенең үҙ исеме булғане», быны дәлил тип иҫәпләргә мөмкин[22]. «Лян Тарихында» («Бөтә көнсығыш варварҙары йылъяҙмаһы» бүлеге) жужандар сюнну "һәм «башҡа сюнну» тоҡомдары тип атала[22]. «Вэй династияһы тарихында» («Гаоцзюй йылъяҙмаһы» бүлеге) гаоцзюй халҡы «сюннуҙарҙың туғаны» тип атала, «Чжоу Тарихында» («Төркиҙәр йылъяҙмаһы» бүлеге) ашина халҡы «башҡа сюннуҙар» тип атала[22].
Монгол теорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хуннуҙарҙың монгол телле булыуы — тарихнамәлә хуннуҙарҙың килеп сығышы тураһында иң боронғо ҡараш. Был теорияны XVIII быуатта П. С. Паллас тәҡдим итә. XIX быуатта Рашпунцаг[en][24], В. Бергман, И. Шмидт, Г. Н. Потанин, К. Ф. Нейман, Х. Хоуорс[en], А. Терри, Н. Я. Бичурин һ. б. монгол теорияһын үҫтерәләр. А. Лувсандэндэв, Б. Ренчин, Б. Мункачиҙар ҙа[25] хуннуҙарҙың монгол телле сығышын үҫтерә бара. Рәсәй тарихсылары А. П. Окладников, Н. Н. Диков, Г. Н. Румянцев, М. В. Воробьев, Б. Б. Дашибалов һ. б. хуннуҙарҙың килеп сығышы тураһында монгол версияһын яҡлай.
Был теорияны яҡлаусылар «хунну» һүҙе монгол һәм бурят телдәрендә хүн (кеше) тигәнде аңлата тигән фекерҙә тора. 2011 йылда Монголия үҙенең дәүләтселегенең 2220 йыллыҡ юбилейын билдәләй[26][27]. Плиткалы ҡәберҙәр мәҙәниәте хуннуҙарҙың һәм протомонголдарҙың ата-бабаларыныҡы тип ҡарала[28]. „Сун китабыында“ жужандарҙың башҡа бер исеме „татар“ бар, шулай уҡ „тартар“ тип тә атайҙар, (ул) хунну аймаҡтарының береһе»[29]. Хунн дәүләте тарҡалғандан һуң 100 000 ғаилә (500 000-дән ашыу кеше) хуннуҙар, «халыҡ атамаһын» ҡабул итеп, сяньбиҙар булып китәсянби, һәм был, бәлки, был халыҡтарҙың яҡын туғанлығын күрһәтәлер. Был төньяҡ хунндар халҡының күпселеге була[30].
Н. Я. Бичурин буйынса, монголдар сығыштары менән бер ҡәбиләнән хасил булған һәм Хунну һәм Дун-ху йорттарынан. Ул хуннуны монголдарҙың боронғо халҡы тип атай. Бичурин түбәндәгене яҙа: "Хунюй, Хяньюн Һәм Хунну — монголдар исеме аҫтында билдәле бер үк халыҡтың өс төрлө атамаһы. Хунну, дунху, һундар, сянби, жужандар, тугю ҡәбиләләренең бөтәһе лә, Бичурин буйынса, монгол ҡәбиләләре була. Тугю йортон Ул Хунну йортоноң айырым тармағы тип атай, Ашина ҡушаматы буйынса ул Тугю йортон Хунну йортоноң айырым тармағы тип атай. Ул, тип аталған халыҡ Ҡытай хроникаларында «тукюе» тип аталған халыҡ Н. Я. Бичурин буйынса, монголдар, улар халыҡ телендә дулга исеме менән билдәле булған: "Тугю йорто монгол телендә, түбәндә күреүебеҙсә, Дулга [Тукюе] тип атала. Көнбайыш Европа ориенталистары ҡытай тарихының инандырыуын һанға һуҡмай, ә тугюның «төркиҙәр» тигән һүҙ менән ярашыуына иғтибар итә, һәм халыҡтар араһында дулга булараҡ билдәле булған монголдарҙың төркиҙәр булыуын нигеҙ итеп ала; ә дулга йортоноң ата-бабалары хуннуҙар нәҫеленән булғанлыҡтан, хуннуҙар ҙа төрки ҡәбиләһенән сыҡҡан халыҡ тип таныла. Монголдарҙың төркиҙәр менән буталып китеүе көнбайыш Европа ғалимдарын боронғо заманда Урта Азияла йәшәгән монгол ҡәбиләһе халыҡтары тураһында дөрөҫ булмаған төшөнсәләргә килтерә. Шулай итеп, боронғо төркиҙәр һәм монгол ҡәбиләләре тураһында төшөнсәләрҙең ҡатнашып китеүен күреп, Бичурин Төрки ҡағанатында хакимлыҡ итеүсе кландың монгол телле булыуы тураһында һығымта яһай[31]. Л. Н. Гумилевҡа ярашлы, Ашина берләшмәһе «тарих аренаһына сыҡҡанда сяньби теленең, йәғни боргонғо монгол теленең, ҡәбилә-ара аралашыу теле булыуын бөтәһе лә танып ҡабул итә»[32]. Н. В. Абаев үҙенең фәнни эшендә монголдарҙан (сяньби) килеп сыҡҡан тогондар менән и тугюлар араһындағы этногенетик бәйләнештәр тураһында яҙа[33].
Сыңғыҙхандың даос монахы Чан-чунға яҙған хатында шундай һүҙҙәр телгә алына: «…беҙҙең Модэ шаньюй заманында»[34].
Хуннуҙарҙың, урта быуат һәм хәҙерге монголдарҙың күп һанлы мәҙәни элементтары тап килә, һәм улар араһында мәҙәни күсәгилешлек бар: мәҫәлән, тамға, арбаларҙағы тирмә, композит һуған, уйын майҙаны менән өҫтәл уйыны, оҙон йыр һ. б.[35][36].
Монгол халыҡтарының хәҙерге символы соёмбо хуннуҙарҙың ҡояш һәм ай һүрәтләнгән символына барып тоташа (ҡара. Монголия Флагы, Монголия Гербы, Соёмбо, Бурятия Флагы, Бурятия Гербы һәм Флаг Южной монгольской народной партии[en])[37][38].
Төрки теорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хуннуҙарҙың килеп сығышы буйынса төрки теорияһы әлеге ваҡытта донъя фәнни берләшмәһендә иң популяр һәм аҙ иҫбатланған теорияларҙың береһе булып тора. Хуннуҙарҙың төрки сығышлы булыуы теорияһын яҡлаусылар иҫәбенә Э. Паркер, Жан-Пьер Абель-Ремюза, Ю. Клапорт, Г. Рамстедт, Аннемари фон Габайн, О. Прицак, Л. Н. Ғүмилев һәм башҡалар инә[39].
Билдәле төркиәтсе С. Г. Кляшторный хуннуҙарҙы төрки телле ҡәбиләләр тип иҫәпләй[40].
Әлеге ваҡытта төркиҙәр тураһында мәғлүмәттең төп сығанағы булған ҡытай сығанаҡтары, төркиҙәр хуннуҙарҙың вариҫтары булған, тип ышаныслы рәүештә раҫлай. Был сәйәси күсәгилешлекте түгел, ә этник күсәгилешлекте күрһәтеү ниәтенән яҙылған. Таншула төрөктәрҙең хунну сығышлы булыуы тураһында ҡабатлап әйтелә (Таншу, цзюань 215а). Уйғырҙар шулай уҡ Хунну сығышлы ҡәбилә тип атала (шунда уҡ, цзюань 217а)[41].
VI быуат уртаһында хунну вариҫтары Төрки Ҡағанатын булдыра[42], һәм үҙҙәрен «күк төркиҙәре» тип атай башлай[43].
Боронғо төркиҙәр һәм хуннуҙарҙың күп кенә йолаларының оҡшашлығы тарихсылар тарафынан билдәләнә, әммә уларҙың теле тураһындағы һорау әлегә асыҡ ҡала. Хуннуҙарҙың төрки телле булыуы тураһында фекер таралған булһа ла, уның яҡлылар иран теленән ҡайһы бер үҙләштереүҙәрҙең булыуын инҡар итмәй[44]. А. В. Дыбоның «Иртә төркиҙәрҙең лингвистик бәйләнеше» (1-се өлөш, 2007) китабында хуннуҙарҙың төрки булыуҙары ентекле нигеҙләнә. Ҡайһы бер ғалимдар (Б. А. Серебреников), сыуаш (булғар) теле хунну теленең вариҫы тип һанала, тип раҫлай. Прототөрк-сыуаш теле айырыуса архаик һәм «хун» тамыры менән күп һүҙҙәр бар: хунаща — ҡайны, хунама — ҡәйнә. Хуннуҙар ҙа, булғарҙар ҙа ҡояшҡа табына, һәм күп төрки телдәрендә, шул иҫәптән сыуаш телендә, ҡояш ҡарап тора, ә яҡтыртмай.
Көнсығыш иран теорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ хунну телен иран (сак теленә яҡын) йәки йәнәсәй (Пуллибланк) теленә яҡын тип иҫәпләйҙәр. Г. Бейли[45], Беквит, Schuessler[46], Я. Харматта[47] һәм Г. Янковский[48] хунну һүҙҙәренең сак этимологияһынан сығып хасил булыуын билдәләй. Харматтаға ярашлы, һундарҙың күпселеге бер телдә һөйләшкән көнсығыш иран диалекттары, яҡын саҡ был тикшеренеүселәрҙе бөгөн был (иран) теорияһы һәм төрөк теорияһы араһында бәйләнеш барлығына ҡарата консенсусҡа килергә этәрә.[49][50]
Хунну яҙмаһының барлығын раҫлаусы бәхәсһеҙ дәлилдәр юҡ, әммә ҡытай йылъяҙмаларында ҡайһы бер хәбәрҙәр уның тураһында күрһәтмәләр тип аңлатыла.
Йәнәсәй теорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пуллиблэнк (ингл. Edwin G. Pulleyblank) һәм Александр Вовин хунну теленең йәнәсәй ғаиләһенә ҡарауы тураһындағы теорияны раҫлай.
Айырым тел
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Г. Дерфер хунну теленең ниндәйҙер тел менән туғанлығы тураһында фараздарҙы иҫбатланмаған тип иҫәпләй[51][52].
Ҡытай мифы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Традицион ҡытай тарихнамәһе Ҡытай менән күрше халыҡтарҙың барыһы ла ҡытайҙарҙан килеп сыҡҡан һәм, ҡытай традицияһына ярашлы, хуннуҙар ҡытай эмигранттарының далаға һәм дала күсмә ҡәбиләләренә ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән, тип яҙа. Ҡытай сығанаҡтарына ярашлы, хуннуҙарҙың килеп сығышы ярым легендар Ся һәм боронғо хунюй һәм һуңыраҡ хяньюнь ҡәбиләләре династиялары менән бәйле. Б. э. т. III мең йыллыҡта ҡытайҙар менән мифик император Хуан-ди идара итә. Ҡытай мифтарына ярашлы, яҡынса б. э. т. 1764 йылда Ҡытайҙа Ся династияһы ҡолатыла, Сяның һуңғы хакимы Цзеның улы Шун Вэй (Ул) төньяҡҡа ҡаса, уның менән күп кенә подданныйҙары ла уға эйәрә. Гоби сүллегенең көньяҡ ситендә улар хуньюй (сюньюй) ҡәбиләләре менән осраша һәм ваҡыт үтеү менән улар менән ҡушыла[53]. Хяньюнь (сяньюнь) ҡәбиләһе тураһында иң тәүге телгә алыуҙар б. э. т. IX быуатҡа тиклемге дәүергә ҡарай. Ши цзин китаһында («йырҙар Китабы») Хяньюнь (сяньюнь) ҡәбиләһенең Чжоу династияһы менән хәрби бәрелештәре тураһында телгә алына .
Генетикаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иртә хуннуҙар араһында ике кластер асыҡланған: береһе Алтай-Саян төбәге, икенсеһе Евразия далаһының[54] көнсығыш өлөшө менән. Ҡытай ғалимдарының тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә, Пэньянда ҡаҙып сығарылған алты күсмә халыҡтан өсәүһенең митохондриаль гаплотөркөмө C, D4 һәм M10 булараҡ билдәләнгән:, ә ҡалған дүрт ир-ат гендарының Y-хромосомалы Q Гаплотөркөмөнә ҡарауы билдәләнелә. Авторҙар фекеренсә, был кешеләр боронғо хуннуҙар һәм хәҙерге төньяҡ азиаттар менән тығыҙ бәйләнгән булған[55].
Монголияла өс Дуурлинг Нарз, Эгин-Гол һәм Ноин-Ула ҡәберлектәренән алынған кеше һөйәктәренә генетик анализ үткәрелә.
Төньяҡ-Көнсығыш Монголиялағы Дуурлинг Нарз ҡәберлегендә 2000 йыл элек хунну элитаһы вәкилдәренең ерләнеүе асыҡлана, өс һөлдәгә генетик анализ яһала һәм бер ирҙең гендары U2e1 митохондриаль Гаплотөркөмө һәм Y-хромосомалы R1a1 Гаплотөркөмөнә ҡарауы асыҡлана, икенсе ир-аттың гендары D4 митохондриаль Гаплотөркөмө һәм Y-хромосомалы C2 гаплотөркөмөнә, ә ҡатын-ҡыҙ гендәре D4 митохондриаль Гаплотөркөмөнә ҡарай[56].
Keyser-Tracqui et al. (2003) эштәрендә Эгийн-Гол некрополендә (Монголия) ҡаҙып алынған һөйәк ҡалдыҡтары гаплотиптары күрһәтелгән. Некрополдә яҡынса 2 мең йыл элек хунну (сюнну) халҡының дворяндары ерләнгән тип фараз ителә. С (46, 47, 50, 52, 53, 54) секторында ерләнгән алты кеше, Y-STR гаплотиптарының тап килеүенә һәм аутосом микросателлиттарын анализлауға ҡарағанда, бер ырыуға ҡарай.
Petkovski (2006) хеҙмәтендә 50-се ҡәберлектәге гаплотип биаллель полиморфизмға (SNP) өҫтәмә тикшерелә. Асыҡланыуынса, ул С (RPS4Y) парагруппаһына ҡарай. Был 6 боронғо хуннуҙың гендары С3*(хС3с) гаплотөркөмөнә ҡарауы билдәләнә.
Хуннуҙарҙың яҙмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хунну яҙмаһының барлығын раҫлаусы бәхәсһеҙ дәлилдәр юҡ, әммә ҡытай йылъяҙмаларында ҡайһы бер хәбәрҙәр уның тураһында күрһәтмәләр тип аңлатыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гуннское танрикутство
- Оргойтон — хуннский могильник с княжескими курганами
- Ильмовая падь — могильник хуннской знати
- Дырестуйский Култук — хуннский могильник
- Баян-Ундэр — хуннское городище
- Кяхтинский краеведческий музей
- Хун
- 16 великих тюркских империй
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Лев Николаевич Гумилев. История народа хунну.
- ↑ Юсупова Т. И. Случайности и закономерности в археологических открытиях: Монголо-Тибетская экспедиция П. К. Козлова и раскопки Ноин-Улы // Вопросы истории естествознания и техники. 2010. № 4. С. 26—67.
- ↑ Li, Feng (2006). Landscape And Power In Early China. Cambridge University Press. Pages 343—346.
- ↑ Фань Вэнь-лань. Древняя история Китая. — Рипол Классик, 2013. — 300 с. — ISBN 9785458243278.
- ↑ Таскин В. С. Материалы по истории сюнну (по китайским источникам) / Думан Л.И. — Москва: Наука, 1968. — 177 с.
- ↑ Минаев С. С. Исследование Ван Говэя о ранней истории сюнну // Академическое востоковедение в России и странах ближнего зарубежья (2007–2015): Археология, история, культура. — 2015. — С. 390—394.
- ↑ Гомбожапов А. Д. Кочевые цивилизации Центральной Азии в трудах Л. Н. Гумилева. — IMBT, 2009. — 330 с. — ISBN 9785792503335.
- ↑ Wang Guowei, «Guantang Jilin» (觀堂集林, Wang Guowei collection of works), Ch. 2, Ch. 13.
- ↑ Шабалов А. С. Происхождение уйгуров, ойратов (калмыков) и других телэских племен XVIII в. до н. э. — XIV в. н. э. — Иркутск: Издательство Иркутского государственного технического университета, 2014. — 248 с.
- ↑ Claudio Cioffi-Revilla, J. Daniel Rogers, Steven P. Wilcox, & Jai Alterman, "Computing the Steppes: Data Analysis for Agent-Based Modeling of Polities in Inner Asia", Proceedings of the 104th Annual Meeting of the Amer. Pol. Sci. Assoc., Boston, Massachusetts, p. 8 August 28–31, (2008)
- ↑ Peter Turchin, Thomas D. Hall and Jonathan M. Adams, «East-West Orientation of Historical Empires and Modern States», Journal of World-Systems Research Vol. 12 (no. 2), pp. 219—229 (2006), p. 222
- ↑ Гумилёв Л. Н. Тысячелетие вокруг Каспия. — М. 1990.
- ↑ Россия. Полный энциклопедический иллюстрированный справочник. — М.: ОЛМА-ПРЕСС, 2002. — С. 7. — 416 с.
- ↑ Parker E. Thousand Years of the Tartars. — Shanghai, 1895. — P. 168.
- ↑ А. В. Дыбо «Лингвистические контакты ранних тюрков», 2007 г.
- ↑ Мерперт Н. Я. [рец. на:](недоступная ссылка) E.A. THOMPSON, A History of Attila and the Huns, Oxf., 1948, 228 стр. Вестник древней истории. 1953, № 2.(недоступная ссылка)
- ↑ CentralAsia: Остатки Луута, столицы империи Хунну, должны находиться под защитой правительства, — археолог
- ↑ [rossaprimavera.ru/news/3497dd5c Археологи обнаружили столицу древней империи — «город Дракона» | ИА Красная Весна]
- ↑ Империя хунну: найти ветер в поле. Екатерина Пустолякова. // Наука в Сибири. Издание Сибирского отделения Российской Академии наук. 11 декабря 2012 г.
- ↑ Ramstedt M. G. S. Uber der Ursprung der Turkischen Sprache. Helsinki, 1937, 81-91
- ↑ Тюркские языки. (Серия «Языки мира»). М., 1997. С.8
- ↑ 22,0 22,1 22,2 22,3 Исследование проблем истории и этнической идентичности гуннов в китайской историографии
- ↑ «Тамги монгольских Великих Ханов и ханов государств Монгольской империи» П. Петров . Дата обращения: 25 май 2015. Архивировано из оригинала 23 октябрь 2008 года.
- ↑ Rashpunstag (1776) «Хрустальные четки»
- ↑ Ts. Baasansuren «The scholar who showed the true Mongolia to the world», Summer 2010 vol.6 (14) Mongolica, pp.40
- ↑ Competition for historical plays . Дата обращения: 3 ғинуар 2017. Архивировано из оригинала 4 ғинуар 2017 года.
- ↑ President.Mn . Дата обращения: 11 февраль 2015. Архивировано из оригинала 11 февраль 2015 года.
- ↑ Tumen D., «Anthropology of Archaeological Populations from Northeast Asia Архивная копия на Wayback Machine page 25,27
- ↑ Книга Сун, глава "Жоужань, стр. 39
- ↑ Ц. Доржсурен «Северный Хунну» 1961, Улан-Батор
- ↑ Бичурин Н. Я. Собрание сведений о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. — Москва-Ленинград: Академия наук СССР, 1950.
- ↑ Гумилёв Л.Н. Древние тюрки. II. Предки . gumilevica.kulichki.net. Дата обращения: 20 ноябрь 2018.
- ↑ Абаев Н.В. Цивилизационная геополитика и этнокультурные традиции народов Центральной Азии и Алтай-Байкальского региона . Дата обращения: 15 декабрь 2018.
- ↑ Х.Ховорс (1880) «История монголов IX—XIX вв.»
- ↑ Н.Сэр-Оджав, Древняя история Монголии. 1977
- ↑ Mongolian traditional folk song UNESCO.org
- ↑ Xiongnu Burials at the Periphery(недоступная ссылка)
- ↑ Xiongnu Archaeology Enters a New Century
- ↑ Pritsak O. 1959. XUN Der Volksname der Hsiung-nu. Central Asiatic Journal, 5: 27-34.
- ↑ Кляшторный С. Г. История Центральной Азии и памятники рунического письма / С. Г. Кляшторный; Филологический факультет СПбГУ. — СПб., 2003, С. 153.
- ↑ Уильям Самолин. Hsiung-nu, Hun, Turk. — Central Asiatic Journal, 3.2, 1957. — С. 149—150.
- ↑ История России с древнейших времен до конца XVII века, Боханов Александр Николаевич
- ↑ К ИНТЕРПРЕТАЦИИ СОЧЕТАНИЯ KÖK TÜRK
- ↑ Публичные лекции. Аннa Дыбо
- ↑ Harold. W. Bailey, Indo-Scythian Studies: being Khotanese Texts, VII, Cambridge, 1985, pp. 25-41
- ↑ Шусслер, Аксель (2014). «Фонологические заметки о транскрипциях иностранных имен и слов периода Хань». Исследования по китайскому и китайско-тибетскому языкознанию: диалект, фонология, транскрипция и текст. Серия монографий по языку и лингвистике. Тайбэй, Тайвань: Институт лингвистики, Academia Sinica (53).
- ↑ J. Harmatta, «Conclusion», History of Civilizations of Central Asia By Ahmad Hasan Dani, Vadim Mikhaĭlovich Masson, Unesco, János Harmatta, Boris Abramovich Litvinovskiĭ, Clifford Edmund Bosworth Published by Motilal Banarsidass Publ., 1999. Volume 2: pg 488
- ↑ Henryk Jankowski, Historical-Etymological Dictionary of Pre-Russian Habitation Names of the Crimea, Published by Brill, 2006. pg 27
- ↑ Iver B. Neumann, Einar Wigen. The Steppe Tradition in International Relations: Russians, Turks and European State Building 4000 BCE–2017 CE. — Cambridge University Press, 2018-07-19. — 327 с. — ISBN 978-1-108-42079-2.
- ↑ Alexander Savelyev, Choongwon Jeong Early nomads of the Eastern Steppe and their tentative connections in the West // Evolutionary human sciences. — 2020-05-07. — Т. 2. — С. E20. — ISSN 2513-843X. — DOI:10.1017/ehs.2020.18
- ↑ Дёрфер Г. О языке гуннов. // Зарубежная тюркология. Вып.1. Древние тюркские языки и литературы. М., 1986. С.71-134.
- ↑ Nicola Di Cosmo, «Ancient China and Its Enemies». Published by Cambridge University Press, 2004. pg 164:"Bailey on the other hand, viewed the Xiongnu as Iranian speakers, while Doerfer denied the possibility of a relationship between the Xiongnu language and any other known language and rejected in the strongest terms any connection with Turkish or Mongolian"
- ↑ Бембеев Е. В., Команджаев А. Н. Происхождение хунну в свете данных археологии, антропологии и анализа письменных источников . cyberleninka.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2018.
- ↑ Choongwon Jeong, Ke Wang, Shevan Wilkin, William Timothy Treal Taylor, Bryan K. Miller A dynamic 6,000-year genetic history of Eurasia’s Eastern Steppe (инг.) // bioRxiv. — 2020-03-26. — С. 2020.03.25.008078. — DOI:10.1101/2020.03.25.008078
- ↑ Yong-Bin Zhao, Hong-Jie Li, Da-Wei Cai, Chun-Xiang Li, Quan-Chao Zhang Ancient DNA from nomads in 2500-year-old archeological sites of Pengyang, China (инг.) // Journal of Human Genetics. — 2010-04. — В. 4. — Т. 55. — С. 215–218. — ISSN 1435-232X. — DOI:10.1038/jhg.2010.8
- ↑ A western Eurasian male is found in 2000-year-old elite Xiongnu cemetery in Northeast Mongolia
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бернштам А. Н. Очерк истории гуннов. Л., ЛГУ. 1951. 256 с.
- Гумилёв Л. Н. «История народа хунну»
- Гумилёв Л. Н. «Хунны в Китае»
- Дробышев Ю. И. Природопользование и восприятие природы у хунну // Восток. — 2005. — № 1. — С. 44-55.
- Ивик О., Ключников В. Сюнну, предки гуннов, создатели первой степной империи. — М., Ломоносовъ, 2014.
- Иностранцев К. А. Хунну и Гунны (разбор теорий о происхождении народа Хунну китайских летописей, о происхождении европейских Гуннов и о взаимных отношениях этих двух народов). Л., 1926. 152+4 с. (Второе дополненное издание.)
- Ковалёв А. А. Происхождение хунну согласно данным истории и археологии 2016 йыл 4 март архивланған.. // Европа — Азия: Проблемы этнокультурных контактов. К 300-летию Санкт-Петербурга. СПб: 2002. С. 150—194.
- Коновалов П. Б. Хунну в Забайкалье (погребальные памятники). — Улан-Удэ: Бурятское книжное издательство, 1976. 248 с.
- Крадин Н. Н. Империя Хунну. Владивосток: Дальнаука, 1996. 164 с. 2-е изд. перераб. и доп. М.: Логос, 2001/2002. 312 с.
- Материалы по истории кочевых народов в Китае III—V вв. Вып. 1. Сюнну. М., 1989. 288 с.
- Материалы по истории сюнну (по китайским источникам). [ Выпуск 1.] М., 1968. 178 с.
- Материалы по истории сюнну (по китайским источникам). Выпуск 2. М., 1973. 168 с.
- Миняев С. С. Сюнну // Исчезнувшие народы. М., 1988
- Миняев С. С. Азиатские аспекты «гуннской проблемы» // Археология и этнография Южной Сибири. Барнаул. 1990
- Полосьмак Н. В., Богданов Е. С., Цэвээндорж Д. Двадцатый ноин-улинский курган. Новосибирск, ИНФОЛИО. 2011. 184 с.
- Руденко С. И. Культура хуннов и Ноинулинские курганы. М.-Л., 1962. 206 с.
- Хунну: археология, происхождение культуры, этническая история 2016 йыл 5 март архивланған.. Улан-Удэ, 2011.
- Гордиенко А. В. К вопросу о распространении культуры хунну на север // Экология древних и традиционных обществ: докл. конф. Тюмень: Вектор Бук, 2007. Вып. 3. С. 180—184.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Annales китапханаһында Хунну бүлеге