Эстәлеккә күсергә

Хлорофилл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хлорофилл
Рәсем
Масса 892,53531 массаның атом берәмеге[1]
Асыу датаһы 1817
Химик формула C₅₅H₇₂MgN₄O₅[1]
Изомерическая формула SMILES C1=2N3C(C=C4[N+]5=C(C=C6N7C8=C(C9=[N+](C(=C1)[C@H]([C@@H]9CCC(OC/C=C(/CCC[C@@H](CCC[C@@H](CCCC(C)C)C)C)\C)=O)C)[Mg-2]735)[C@H](C(C8=C6C)=O)C(=O)OC)C(=C4*)*)=C(C2*)*[2]
Менән бәйләнештә фотон[d]
 Хлорофилл Викимилектә
Хлорофилл төҙөлөшө c1 и c2

Хлорофи́лл ( грек. χλωρός, «йәшел» һәм φύλλον, «япраҡ») — үҫемлектәрҙе йәшел төҫкә буяй торған пигмент. Уның ҡатнашлығында фотосинтез бара. Химик төҙөлөшө буйынса хлорофилл — төрлө тетрапирролдарҙың магнийлы комплекстары . Хлорофилл порфирин төҙөлөшлө һәм гемдарға яҡын.

1817 йылда француз химиктары һәм фармацевтары Жозеф Бьенеме Каванту һәм Пьер Жозеф Пеллетье үҫемлек япрағынан йәшел пигмент айырып алғандар һәм хлорофилл тип атағандар [3].

Хлорофилл Е140 аҙыҡ өҫтәлмәһе булараҡ теркәлгән.

1960 йылда америкалы химик-органик Роберт Вудворд синтез юлы менән хлорофилл эшләй.

Синтез 3 этаптан торған 15 реакцияны үҙ эсенә ала. Хлорофилл синтезы өсөн сығанаҡ матдәләр булып глицин һәм ацетат тора.

Химик структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хлорофилды протопорфирин (порфирин) һәм ике карбоксил төркөм сығарылмаһы итеп ҡарарға мөмкин. Улар башлыса сағыу буялған һәм флуоресценция сифатына эйә була.

Хлорофилл яҡтылыҡта тотороҡһоҙ. Ул кристалл рәүешендә була ала . H2O йәки Ca2+ органик иреткестәргә ҡушылыу кристаллашыуға булышлыҡ итә .

Хлорофилл a Хлорофилл b Хлорофилл c1 Хлорофилл c2 Хлорофилл d Хлорофилл f
Формула C55H72O5N4Mg C55H70O6N4Mg C35H30O5N4Mg C35H28O5N4Mg C54H70O6N4Mg C55H70O6N4Mg
C2 группа -CH3 -CH3 -CH3 -CH3 -CH3 -CHO
C3 группа -CH=CH2 -CH=CH2 -CH=CH2 -CH=CH2 -CHO -CH=CH2
C7 группа -CH3 -CHO -CH3 -CH3 -CH3 -CH3
C8 группа -CH2CH3 -CH2CH3 -CH2CH3 -CH=CH2 -CH2CH3 -CH2CH3
C17 группа -CH2CH2COO-Phytyl -CH2CH2COO-Phytyl -CH=CHCOOH -CH=CHCOOH -CH2CH2COO-Phytyl -CH2CH2COO-Phytyl
C17-C18 элемтә Берәрле Берәрле Икешәрле Икешәрле Берәрле Берәрле
Таралыуы Бар ерҙә лә Ер өҫтө үҫемлектәренең күпселеге Ҡайһы бер һыу үҫемлектәре Ҡайһы бер һыу үҫемлектәре Цианобактериялар Цианобактерииялар

Хлорофилл аҙыҡ буяуҙары ( европа реестрында теркәү номеры E140) булараҡ ҡулланыла, мәгәр этанол иретмәләрҙә һаҡлау, бигерәк тә әсе мөхиттә, уны тотороҡһоҙ итә, бысраҡ һоро-йәшел төҫкә инә һәм тәбиғи буяу булараҡ ҡулланыу мөмкин түгел. Шулай уҡ һыуҙа натив төрө иремәү ҙә уны аҙыҡ-түлек буяуы итеп ҡулланыуҙы сикләй. Әммә кондитер изделиелары бешергәндә синтетик буяуҙарҙы ярайһы уңышлы алмаштыра.

Яһалма хлорофилл — баҡыр хлофиллин комплексы (тринатрий тоҙҙары) аҙыҡ-түлек буяуы сифатында ( европа реестры теркәү номеры E141) ҡулланыла. Натив хлорофилдан айырмалы рәүештә, баҡыр комплексы әсе мөхиттә тотороҡло, зөбәржәт йәшел төҫтә була һәм оҙаҡ һаҡлана, һыуҙа һәм һыулы-спиртлы иретмәләрҙә ирей. Америка (USP) һәм Европа (EP) фармакопеялары баҡыр хлорофилды аҙыҡ-түлек буяуҙарына индерә, әммә ауыр металл булараҡ, баҡыр концентрацияһына лимит ҡаралған.

  1. 1,0 1,1 1406-65-1 (ингл.)
  2. ftp://ftp.ebi.ac.uk/pub/databases/chebi/ontology/chebi.obo — 2021.
  3. Pelletier and Caventou (1817) «Notice sur la matière verte des feuilles»(Замечания о зелёном материале листmtd), Journal de Pharmacie, 3 : 486—491.

Ҡалып:Пищевые добавки