Эстәлеккә күсергә

Сөләймән

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләймән
йәһ. שְׁלֹמֹה
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ Израильское царство[d]
Тыуған көнө б. э. т. 990[2]
Тыуған урыны Фәләстин
Вафат булған көнө б. э. т. 931
Вафат булған урыны Иерусалим
Үлем төрө билдәһеҙ
Ерләнгән урыны Иерусалим
Атаһы Дауыт
Әсәһе Вирсавия[d]
Бер туғандары Nathan[d], Адония[d] һәм Амнон[d]
Хәләл ефете Наама[d], дочь фараона[d] һәм билдәһеҙ
Внебрачный партнёр Сәба батшабикәһе һәм билдәһеҙ
Балалары Ровоам[d][3], Менелик I[d], Басмат[d] һәм Tafat[d]
Нәҫеле Дом Давида[d]
Һөнәр төрө монарх, хаким, Пәйғәмбәрҙәр
Биләгән вазифаһы Царь Израиля[d] һәм пәйғәмбәр[d]
Әүҙемлек урыны Фәләстин[4]
Эшмәкәрлек йылдары Б. э. т. X быуат[4]
Телгә алынған хеҙмәттәр Паралипоменон[d], 1-я Паралипоменон[d], Третья книга Царств[d], 2-я Паралипоменон[d], Вторая книга Маккавейская[d], Четвёртая книга Царств[d], Вторая книга Царств[d], Деяния святых апостолов[d], Божественная комедия[d], Сказки просто так[d], Кольцо Соломона[d], Ҡөрьән, Сокровенные слова[d], Царство Сулеймана[d], Соломон и царица Савская[d], Solomon & Sheba[d], Solomon[d], The Judgement of Solomon[d], Мең дә бер кисә һәм Кебра Негаст[d]
 Сөләймән Викимилектә

Сөләймән (бор.-йәһ. שְׁלֹמֹה, Шломо́; грек. Σαλωμών, Септуагинтала Σολωμών; Вульгатала лат. Salomon; рус. Соломон; ғәр. سليمان‎سليمان Ҡөрьәндә Сөләймән) — өсөнсө йәһүд батшаһы, беҙҙең эраға тиклем 965—928 йылдарҙа берләшкән Исраил батшалығының легендар хакимы; ул идара иткән осорҙа Исраил батшалығы һис күрелмәгән кимәлдәге үҫешкә өлгәшә. Дауыт батша менән Бат-Шеваның (рус. Вирсавия) улы. Сөләймән батшалыҡ иткәндә Йәрүсәлимдә йәһүдилек өсөн иң изге урын һаналған Йәрүсәлим Ҡорамы төҙөлә.

Сөләймән — бик күп легендаларҙың персонажы, уларҙа аҡыллыларҙың аҡыллыһы һәм ғәҙелдәрҙең ғәҙеле һанала, йыш ҡына тылсымсы итеп һүрәтләнә: хайуандар һәм ҡоштар телен аңлай, ендәрҙе буйһондора.

Иҫке Ғәһедтәге «Вәғәзсе китабы» (рус. «Екклесиаст»), «Йырҙар йыры» (рус. «Песнь песней»), «Сөләймәндең ғибрәтле һүҙҙәре» (рус. «Притчи Соломоновы»), шулай уҡ ҡайһы бер зәбүр йырҙарының (рус. псалмы) авторы Сөләймән булған тип иҫәпләнә[5]. Православие һәм католик сиркәүҙәре тарафынан «Сөләймәндең хикмәттәре» (рус. «Премудрости Соломона») китабының да авторы ул тип һанала.

Сөләймән батшаның тарихта булған-булмағанлығы, Дауыт батшаның һәм Исраил дәүләтенең тарихта булған-булмағанлығы кеүек үк, фәнни бәхәстәр предметы булып тора.

Сөләймәндең тарихта булған-булмағанлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библия Сөләймәндең тормошо һәи идараһы тураһында мәғлүмәттәрҙең төп сығанағы һанала. Библиянан тыш, уның исеме еврей тарихсыһы Иосиф Флавийҙың «О древности еврейского народа. Против Апиона» тигән трактатында телгә алына[6]. XXI быуат башына ҡарата Сөләймәндең тарихта булғанлығын раҫлаған кире ҡаҡҡыһыҙ археологик дәлилдәр табылмаған[7]. Шуға ҡарамаҫтан уны тарихи шәхес тип һанау ҡабул ителгән[8][9]. Библияла Сөләймәндең хакимлыҡ итеү осорона ҡағылышлы бик күп исемдәр һәм һандар менән айырыуса ентекле фактология бар. Сөләймәндең исеме башлыса Йәрүсәлим ҡорамы төҙөлөшөнә бәйле телгә алына, был ҡорамды һәм шулай уҡ ул төҙөткән бер нисә ҡаланы Навуходоносор II ҡыйрата[комм. 1].

Шуның менән бергә дөрөҫлөккә оҡшаған тарихи ерлек күрәләтә арттырыуҙар менән йәнәш килә[10][11]. Еврей тарихының һуңғы осорҙары өсөн Сөләймәндең батшалыҡ итеүе периодов «алтын быуат» кеүек була. Бындай осраҡтарға хас булғанса, «ҡояш кеүек» батшаға донъяның барлыҡ хөрлөк-кинәнестәре «йәбештерелә»: һушты алғыс байлыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡара аҡыл[12][13].

Сөләймәндең исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шломо (Сөләймән) исеме иврит телендә «שלום» (шалом — «тыныслыҡ»), «שלם» (шалем — «камил», «бөтөн») тигән тамырҙарҙан яһалған. Библияла Сөләймән бер нисә исем менән йөрөтөлә. Йедидъяһ (рус. Иедидиа «Алланың яратҡаны йә Алланың дуҫы») — Сөләймәнгә бирелгән шартлы исем, атаһы Дауыт Бат-Шева (рус. Вирсавия) менән зина ҡылғандан һуң ихлас күңелдән тәүбә иткәне өсөн Алланың уны ғәфү иткәнен белдереп, улы Сөләймәнгә ҡушыла[14].

Аггадала (Талмуд әҙәбиәтендә) Сөләймәндең Ғибрәтле һүҙҙәре китабындағы Агур, Бин, Яке, Лемуэл, Итиэл, Укал (30-1, 31-1 шиғырҙар) исемдәре лә Сөләймән батшаға ҡушып ҡулланыла.[15]

Библиялағы хикәйәләү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сөләймән батша. Әрмән миниатюраһы. Библия, 1269 йыл

Библия — Сөләймәндең ысынбарлыҡтағы шәхес булыуын нигеҙләү өсөн ҡулланылған төп сығанаҡ. Уның исеме антик авторҙарҙың хеҙмәттәрендә лә осраштырғылай, был хаҡта Иосиф Флавий яҙған[16]. Библиялағы хикәйәләүҙәрҙән башҡа,[17] уның тураһында башҡа шаһилыҡтар табылмаған. Шуға ҡарамаҫтан уны тарихи шәхес тип һанау ҡабул ителгән[18]. Сөләймәндең исеме башлыса Йәрүсәлим Ҡорамын төҙөүгә бәйләнә. Навуходоносор II был Ҡорамды, Сөләймән төҙөткән тағы бер нисә ҡаланы емертә.[19] Ысынбарлыҡҡа тартым тарихи дәлилдәр уйҙырмаға оҡшаш хикәйәләүҙәр менән ярашып килә[20][21][22].

Изге Яҙмала әйтелеүенсә, Сөләймән Исраил батшалығының баш ҡалаһы Йәрүсәлимдә тыуған (1 Йылъяҙмалар китабы (рус. 1 Книга Паралипоменон), 3-5). Библияла Сөләймәндең ҡатыны, ғаммон ҡәбиләһе ҡыҙы Нәғәмә (рус. Наама; 3 Батш. 14: 22,31) һәм Сөләймәндең ҡыҙҙары Таваҫ (рус. Тафафь; 3Батш. 4:11) менән Басемаҫ (рус. Васемафа; 3Батш. 4:15) телгә алына.

Сөләймәндең улы Рехавғам (рус. Ровоам; 3Батш. 14:21) тәхет вариҫы була.

Сөләймән кесе улдарының береһе булһа ла, Дауыт батша тәхетте нәҡ уға бирергә ниәт итә. Әммә Дауыт ҡартайғас, власты уның Адония тигән улы тартып алмаҡ була (3 Батш. 1:5). Ул баш ҡаһин Әвйәтәр (рус. Авиафар) һәм ғәскәр башлығы Йоав (рус. Иоав) менән бергә мәкерле план ҡороп, үҙен тәхет вариҫы тип иғлан итә.

Сөләймәндең әсәһе Бат-Шева менән Натан (рус. Нафан) пәйғәмбәр быны Дауытҡа еткерә.[23] Адония Изге сатырға инеп ҡаса. Бик ныҡ үкенеп тәүбә иткәс, уны Сөләймән ғәфү итә.[24] Власҡа килгәс, Сөләймән ул саҡта үҙенә тоҙаҡ ҡороуҙа ҡатнашҡандарҙың һәр береһенә яза бирә. Әвйәтәрҙе ҡаһинлыҡтан бушата, Йоавты аҫа. Был язаларҙы тормошҡа ашырған Бенаяны (рус. Ванея) ғәскәрҙең яңы башлығы итеп тәғәйенләй.

Сөләймәнгә Алла тоғро булыу шартын ҡуя, алмашҡа Сөләймәнгә һис күрелмәгәнсә көслө аҡыл һәм сабырлыҡ бирә (3Батш. 3:10 — 11)

Сөләймән менән Сәба батшабикәһе Сан-Франческо базиликаһындағы Пьеро делла Франческа фрескаһында

Сөләймәнде уның биләмәләре аша Мысырҙан Дамаскҡа үткән сауҙа юлы байыта . Уның хакимлығы аҫтында булған Исраил менән Йәһүҙиә бик ҙур майҙанлы ил була. Сөләймән финики батшаһы Хирам менән дуҫ йәшәй. Мөһабәт төҙөлөштәр уны Хирам алдында бурысҡа батыра[12] (3 Батш. 9:15). Бурыс иҫәбенә Сөләймән уға иленең көньяғындағы ҡалаларҙы бирергә мәжбүр була.

Библияла хикәйәләнгәнсә, Сөләймәндең тәрән аҡылы һәм даны тураһында ишеткән Сәба батшалығының хакимәһе, «уны табышмаҡтар менән һынамаҡ булып» (3Батш. 10-сы бүлек), Сөләймән эргәһенә килә. Ҡунаҡсыл Сөләймән уға «ни теләһә һәм ни һораһа, шуны бүләк итеп» оҙатып ҡала. Библияла яҙылыуынса, ошо сәфәрҙән һуң Исраил ғүмерҙә булмағанса сәскә атыу кисерә. Сөләймәнгә йылына 666 талант алтын килеп тора (3Батш. 10: 14). Һуңынан Сәба батшабикәһе тураһындағы тарих күп төрлө легендалар менән байытыла, хатта Сөләймән менән араларында ғишыҡ бәйләнеше булған, имеш, тип тә һөйләйҙәр. Эфиопияның христиан хакимдары үҙҙәренең ошо мөхәббәт емешенән донъяға килеүен белдерә.

Сөләймән, Мысыр фирғәүененең ҡыҙына өйләнеп, йәһүдтәр менән мысырҙар араһындағы мең ярым йыллыҡ дошманлыҡҡа сик ҡуйған тип иҫәпләнелә. (3Батш. 9:16).

Батшалыҡ итеүенең ахыры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библия хәбәр итеүенсә, Сөләймәндең ете йөҙ ҡатыны һәм өс йөҙ йәриәһе була (3Батш. 11:3), улар араһында сит илдәрҙән алынғандары ла була. Сөләймән батшалыҡ иткән осор сағыштырмаса тыныс үтә. Сөләймән тәхеткә ултырыуына ҡырҡ йыл тигәндә вафат була. Легендаға ярашлы, был хәл ул яңы миһрабтың төҙөлөшөн күҙәтеп торған саҡта була. Хатаға юл ҡуймаҫ өсөн (бәлки, мәрткә киткәндер тип) ярандары уны хакимлыҡ таяғын селәүҙәр йыра башлағансы ерләмәй тота. Шул сағында ғына уны рәсми рәүештә вафат тип тапҡандар һәм ерләгәндәр.

Йәрүсәлим Ҡорамы менән батша һарайын төҙөү бик ҙур сығымдар талап иткән һәм дәүләт ҡаҙнаһын ҡоротҡан. Әсирҙәр менән ҡолдар ғына түгел, илдәге ҡәҙимге кешеләр ҙә төҙөлөштә ҡатнашыу бурысын үтәргә мәжбүр ителгән. Сөләймән иҫән саҡта уҡ ул буйһондорған халыҡтар (идумдар, арамдар) араһында фетнәләр тоҡанып торған; ул вафат булғас та ихтилал башлана, һөҙөмтәлә, берҙәм дәүләт ике батшалыҡҡа (Исраил һәм Йәһүҙиә) тарҡала. Талмуд буйынса, Сөләймән 52 йәштә вафат була.

Йәһүдилектә Сөләймән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәһүдилек традицияһында был ғорур батшаның күндәмлеккә килеү хәле бар.

Раввиндар ҡабул иткән һығымтаға ярашлы, тәхеткә ултырғанында Сөләймәнгә ун ике (Таргум Шени буйынса — ун өс) йәш була. Ул ҡырҡ йыл батшалыҡ итә (3 Цар. 11:42), тимәк, илле ике йыл йәшәгән булып сыға[25].

Ҡөрьәнгә ярашлы, Сөләймән Дауыт пәйғәмбәрҙең улы була. Атаһынан ул күп ғилемгә өйрәнә һәм Аллаһ тарафынан пәйғәмбәр ителә, уға шулай уҡ күп заттар, шул иҫәптән ендәр өҫтөнән дә тылсымлы хакимлыҡ бирелә. Ул бик ҙур илгә идара итә, көньяҡтағы сиктәре Йеменгә тиклем етеп тора. Ислам традицияһында Сөләймән тәрән аҡылы һәм ғәҙеллеге менән билдәле. Ул хакимдарға үрнәк булып тора. Мосолман хакимдарының күбеһе уның исемен йөрөтөүе осраҡлы түгел.

Исламға ярашлы, Сөләймән 81-се йәшендә мәрхүм була.

Файл:Solomonstar.PNG
Сөләймән йондоҙо

Легенда буйынса, Сөләймәндең атаһы Дауыттың тамғаһы дәүләт мисәте ителә. Исламда алты ҡанатлы йондоҙ Сөләймән йондоҙо тип атала. Шул уҡ ваҡытта Урта быуаттарҙағы мистиктар Сөләймән йондоҙо тип пентаграмманы (биш ҡанатлы йондоҙҙо) атаған. Сөләймән йондоҙо өлгөһөндә иоанниттарҙың Мальта тәреһе эшләнгән, тигән фекер ҙә бар.

Оккультизмда 8 ҡанатлы «Сөләймән йондоҙо» тип ҡабул ителгән. Ҡанаттары күп булғанлыҡтан уртаһында түңәрәк хасил була. Шул түңәрәккә йыш ҡына символдар яҙғандар. Был билдәләр магияла, алхимияла, Каббалала һәм башҡа мистик тәғлимәттәрҙә ҡулланыла.

Сөләймән батша образы күп шағирҙарҙы һәм рәссамдарҙы илһамландырған: мәҫәлән, XVIII быуаттағы немец шағиры Ф.-Г. Клопшток уға шиғри трагедияһын арнай, рәссам Рафаэль — «Сөләймән хөкөмө» тигән фреска, ә рәссам Рубенс «Сөләймән хөкөмө» тигән картина яҙа, Гендель оратория бағышлай, Гуно опера ижад итә. Яҙыусы А. И. Куприн «Суламифь» (1908) тигән повесында Сөләймән батша образын һәм "Йырҙар йыры"ның мотивын файҙалана.

Легенда нигеҙендә «Сөләймән һәм Сәба батшабикәһе» тигән тарихи фильм төшөрөлә (1959).

  1. Record #100963493, Record #173419581 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. https://homework.study.com/explanation/when-was-king-solomon-born.html
  3. 10 // ΠΑΡΑΛΕΙΠΟΜΕΝΩΝ Α (йәһ.)
  4. 4,0 4,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  5. Эти тексты находятся в русле древневосточной литературы мудрости (wisdom literature) и имеют соответствия в Древнем Египте. Вероятно, в создании этих текстов принимали участие писцы, знавшие иностранные языки и знакомые с литературными традициями соседних народов.
  6. Иосиф Флавий. О древности еврейского народа. Против Апиона
  7. Clifford Mark McCormick. Palace and Temple: A Study of Architectural and Verbal Icons. — Walter de Gruyter, 2002. — P. 97
  8. Немировский, 2015, с. 670
  9. Амусин, 1976
  10. Roger S. Nam. Portrayals of Economic Exchange in the Book of Kings. Brill Academic Publishers, 2012. ISBN 9789004223936. Page 133.
  11. Megan Bishop Moore, Brad E. Kelle. Biblical History and Israel’s Past. ISBN 978-0-8028-6260-0. Page 248.
  12. 12,0 12,1 BBC Radio 4 — In Our Time, King Solomon
  13. «Новейшая библейская критика склонна видеть в библейском описании эпохи Соломона элементы идеализации этого периода девтерономическими редакторами, в глазах которых период правления Соломона был временем высшего расцвета еврейского царства под властью дома Давида» (Еврейская энциклопедия, статья «Соломон»).
  14. Библия|2Цар|12:24|,25
  15. Мишлей 30, 1; 31, 1. Объясняются в Шир а-ширим Рабба,1, 1. [1]. Шулай уҡ ҡарағыҙ en:Agur
  16. Иосиф Флавий. О древности еврейского народа. Против Апиона.
  17. The Age of Solomon: Scholarship at the Turn of the Millenium (ed. Lowell K. Handy). Brill Academic Publishers, 1997. ISBN 9789004104761. Page 49.
  18. britannica-link|553506|Solomon (king of Israel)
  19. . В середине XX века раскопками в нескольких городах Израиля были обнаружены фрагменты сооружений, которые стали связывать с именем Соломона. Однако на рубеже XX и XXI века эта связь была опровергнута.
  20. Roger S. Nam. Portrayals of Economic Exchange in the Book of Kings. Brill Academic Publishers, 2012. ISBN 9789004223936. Page 133.
  21. Megan Bishop Moore, Brad E. Kelle. Biblical History and Israel’s Past. ISBN 978-0-8028-6260-0. Page 248.
  22. «Новейшая библейская критика склонна видеть в библейском описании эпохи Соломона элементы идеализации этого периода девтерономическими редакторами, в глазах которых период правления Соломона был временем высшего расцвета еврейского царства под властью дома Давида» (Еврейская энциклопедия, статья «Соломон»).
  23. Библия|3Цар|1:10|-22
  24. Тем не менее, позже Адония нарушил договор и был казнён.
  25. Emil G. Hirsch, Ira Maurice Price, Wilhelm Bacher, M. Seligsohn, Mary W. Montgomery, Crawford Howell Toy. Solomon // Jewish Encyclopedia, 1906
  • Бейер Р. Царь Соломон. — Ростов-на-Дону: Феникс, 1998. — 320 с. — (След в истории). — ISBN 5-222-00693-X.
  • Люкимсон П. Царь Соломон. — М.: Молодая гвардия, 2012. — 336 с. — (Жизнь замечательных людей). — ISBN 978-5-235-03545-4.
  • Тибергер Ф. Царь Соломон. Мудрейший из мудрых. — М.: Центрполиграф, 2005. — 366 с. — (Nomen est Omen). — ISBN 5-9524-1582-2.
  • Штереншис М. Соломон. — Ростов-на-Дону: Феникс, ISRADON/ИсраДон, 2012. — 128 с. — (След в истории). — ISBN 978-5-222-19227-6, 978-5-94467-089-2.
  1. В середине XX века раскопками в нескольких городах Израиля были обнаружены фрагменты сооружений, которые стали связывать с именем Соломона. Однако на рубеже XX и XXI века эта связь стала оспариваться.