Никола Пуссен
Никола Пуссен | |
франц. Nicolas Poussin | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | |
Үлгән урыны: | |
Ил: | |
Имза: | |
Работы |
Никола Пуссен (Фр.Nicolas Poussin, итальян.Niccolò Pussino ; 1594, Лез Андели, Нормандия — 19 ноябрь, 1665, Рим) — француз рәссамы. Әүҙем ижади тормошоноң байтаҡ өлөшөн 1624 йылдан башлап Римда кардинал Франческо Барберини ҡанаты аҫтында үткәрә. Король Людовик XIII менән кардинал Ришелье уның ижады менән ҡыҙыҡһына һәм уға беренсе рәссам исеме бирелә. 1640 йылда Парижға килә, әммә король һарайында үҙ урынын таба алмай һәм бер нисә билдәле француз рәссамы менән дошманлаша. 1642 йылда Пуссен Италияға китә һәм вафатына тиклем шунда йәшәй, Франция короле һарайы һәм ҙур булмаған мәғрифәтсе коллекционерҙар төркөмө заказдарын үтәй.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәш сағы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пуссендың тәүге биографияһын Римдәге дуҫы Джованни Пьетро Беллори баҫтырып сығарған, ул Швеция королеваһы Кристинаның китапханасыһы булып хеҙмәт иткән. Шулай уҡ рәссамдың тағы бер дуҫы, Римдәге Франция илселеге секретары (1647), ә һуңыраҡ королдең тарихсыһы булып эшләгән Андре Фелибиен уның биографияһын яҙа.
Буласаҡ рәссамдың бала сағы һәм йәшлеге тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек. Никола Пуссен Нормандияла Лес-Андельенан ике саҡрым ярым алыҫлыҡтағы Вийер утарында тыуған[8] Атаһы Жан нотариус ғаиләһендә тыуған, король Генрих IV армияһы ветераны булған, уларҙың ғаиләһе 1280-се йылдарҙан документтарҙа телгә алынав[9]. Уларҙың нәҫеле Суассондан булған. Әсәһе Мари де Лезман Вернон прокурорының тол ҡалған ҡатыны була һәм уның Маргарита исемле ҡыҙы була. Мари бай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған һәм уҡый-яҙа белмәгән. Бишенсе тиҫтәне ҡыуған Жан Пусен тол ҡатынға өйләнергә ҡарар итә[10]. Пуссендың тыуған йылы тураһында теүәл генә мәғлүмәт юҡ, үҙе 1650 йылда төшөрөлгән автопортретында 1593 йылда тыуғанмын тип яҙа[11]. Ата-әсәһе менән мөнәсәбәттәре тураһында ла әллә ни мәғлүмәт юҡ, тик рәссам уларҙы наҙан һәм тәрбиәһеҙ, тупаҫ кешеләр тип иҫкә ала, Италияға киткәндән һуң улар менән бер ниндәй ҙә бәйләнеш тотмай[12].
Фараз ителеүенсә, Никола Руандағы иезуиттар латин мәктәбендә белем алған. Һынлы сәнғәт буйынса тәүге дәрестәрҙе уға Нувель Жувене тигән ҡаланан-ҡалаға күсенеп йөрөүсе рәссам биргәндер тигән фекер бар[13].
1610 йыл тирәһендә Квентин Варен уға иғтибар итә һәм Никола Пуссен унан рәсем һабаҡтары ала башлай. Йәш Николаның эштәрендә Варендың йоғонтоһо һиҙелә, мәҫәлән, был уның сюжетҡа, кеше йөҙөндәге хистәр сағылышына, драпировкаға һәм шул уҡ ваҡытта ҡуйы төҫтәр һайлауға иғтибар итеүендә күренә. Ата-әсәһе Николаның рәссам булыуын теләмәй, 18 лйәшендә Никола Парижға ҡасып китә[14].
Сәнғәт тарихсыһы Т. Каптерева фекеренсә, «Франция баш ҡалаһының сәнғәт тормошо ул ваҡытта төрлө-төрлө була һәм унда ҙур, үҙенсәлекле оҫталар булмай»[15].
Францияла яңыраҡ ҡына тамамланған Дини һуғыштар ваҡытында бик күп сиркәү һәм монастырҙар туҙҙырыла, уларҙы яңынан тергеҙергә кәрәк була, бынан тыш королева Мария Медичи королдең баш ҡалалағы һәм ҡаланан ситтәге резиденцияларын картиналар менән биҙәргә теләй, күп һанлы бай француз сауҙагәрҙәре лә уларҙан ҡалышырға теләмәй. Тик рәссам һәм скульпторҙарҙың ябыҡ корпорацияларына йәш рәссамдарға эләгеү бик ауыр була. Пуссен башта ван Элле, һуңыраҡ Лаллеман тигән рәссамдарҙың оҫтаханаларында эшләй, ләкин бригада менән эшләү уға оҡшамай. Пуссен ғүмер буйы әкрен генә, бер үҙе эшләләүҙе хуп күрә [16].
Парижда йәш рәссамға ауырға тура килә, сөнки ситтән килгәндәр менән баш ҡалала төрлө штрафтар һәм суд янауҙары аша көрәшәләр. Никола кире ата-әсәһе әянына ҡайта, Варен оҫтаханаһына эшкә бара. 1616 йылда улар бергә Парижға китә. Баш ҡалала Пуссен Король сәнғәт коллекцияларын һәм китапханаһын һаҡлаусы, королева-регентша Мария Медичиның камердинеры Александр Куртуа менән таныша. Пуссен Луврға инеп, Италия рәссамдарының картиналарын күсереп яҙа башлай. Александр Куртуа Рафаэль һәм Джулио Романо картиналарынан гравюралар йыйынтығына эйә була, Пуссен улар менән һоҡланыуын йәшермәй.[20] Икенсе версия буйынса Куртуа менән ул 1612 йылда ғына тәүге тапҡыр осраша[17]. Король һарайы коллекцияһында Пуссен беренсе тапҡыр антик сәнғәт менән дә таныша[18].
1618 йыл тирәһендә ул Римға юллана, тик унда барып етмәй, Флоренцияла туҡтай, сөнки рәссам сәйәхәтен дауам итеү өсөн аҡса эшләргә тейеш була[19]. Королева Мария Медичи дәүерендә француз рәссамдары менән Флоренция рәссамдары араһында бәйләнеш нығына, бәлки Пуссендың был ҡалала туҡтауы ла осраҡлы булмағандыр тиҙәр. Йәш Пуссендың рәссам булып формалашыуына бындағы Италия Яңырыуы, айырыуса, Кватроченто, әҫәрҙәре йоғонто яһай [20].
1619—1620 йылдар тирәһендә Пуссен Сен-Жермен-л’Осеруа сиркәүе өсөн «Изге Дионисий Ареопагит» картинаһын яҙа. Эш эҙләп провинциялар буйлап йөрөй, күпмелер ваҡыт Дижонда үткәрә. Фелибьен һүҙҙәре буйынса, Флоренциянан һуң рәссам Коллеж-де-Лайнда төпләнә һәм кьяроскуро (яҡтылыҡ менән күләгә ), перспектива һәм симметрияны үҙләштереүгә күп көс һала. Үҙе әйтеүенсә, Пуссенға Франс Пурбус, Туссен Дюбрей һәм Приматиччо әҫәрҙәре ҙур йоғонто яһай. Шундай рәссамдарҙың береһе — Пуссендың замандашы, ҡалғандары «Фонтенблоның икенсе мәктәбенә» (Париждағы рәссамдар мәктәбе) ҡарай.
1622 йылда Пуссен ҡабаттан Римға барырға уйлай, тик бурыстары күп булыу арҡаһында Лионда ҡулға алына. Иезуиттар коллежы уға һәм тағы ла алты рәссамға Изге Игнатий Лойола һәм Изге Франциск Ксаверийҙың тормошо тураһында картиналарға заказ бирә, шулай итеп, Пуссен бурыстарын ҡаплай. Бынан һуң уға Париждағы Нотр-Дам соборы өсөн Мәрйәм Ана үлеме тураһында алтарь картинаһын яҙыуға Париж архиепискобы де Гонди тарафынан заказ бирелә. Был факт уның Парижда ҙур ихтирам яулауы тураһында һөйләй[21][22].
1620-се йылдарҙа Пуссен ижады Францияла йәшәгән итальян шағиры Мариноның иғтибарын йәлеп итә. Уның ҡурсалауы 30 йәшлек рәссамға тыныс ҡына эшләргә һәм үҫешергә мөмкинлек бирә[23][24].
Кавалер Марино өйөндә Пуссен уның бай китапханаһындағы Леон Баттиста Альберти менән Альбрехт Дюрер тракттаттары, Леонардо да Винчиҙың ҡайһы бер ҡулъяҙмалары һәм һүрәттәре менән таныша[25]. Беллори раҫлауынса, Пуссин Мариноның «Адонис» поэмаһына бер нисә иллюстрация башҡарған, ул кардинал Массимиҙың Римдағы китапханаһында һаҡланған[26].
Хәҙерге ваҡытта улар Овидийҙың «Metamorphoses» (Метаморфозалар) өсөн эскиздар тип таныла, был әлегә тиклем Пуссендыҡы тип танылған әҫәрҙәре араһында иң алда тыуҙырылған әҫәрҙәр. Виндзор замогы коллекцияһында 11 график бит (9 горизонталь һәм 2 вертикаль) һәм 4 һуғыш күренеше һаҡланған. Шундай һүрәттәрҙең береһе, атап әйткәндә, «Адонистың тыуыуы» Беллори тарафынан тасуирлана һәм был серияны идентификациялау өсөн нигеҙ булып хеҙмәт итә.
Я. Золотов фекеренсә, Марино өсөн эшләнгән һүрәттәрҙә Пуссен стиленең үҙенсәлеге асыҡ күренә, был— ваҡиғаның драматик мәғәнәһен ҡатнашыусыларҙың хәле аша, ым-ишара аша сағылдырыу. Өлгөрөп еткән Пуссен был ысулды «рәссам алфавиты» тип атаған[27].
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: боронғо сюжеттар буйынса тәүге эштәрендә Пуссен драматик күренештәрҙе театр декорацияларында һүрәтләү традицияларын, ҡурҡып тормай, боҙа һәм уларҙа XVII быуат костюмдарын, селтәрҙәр, ҡатмарлы эшләпәләр һ.б. төшөрмәй[28].
Кавалер Марино Италияға 1623 йылдың апрелендә ҡайта. Күрәһең, рәссамдың ижады менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһынған һәм уны папа һарайына саҡырған. Кавалер Марино Италияға 1623 йылдың апрелендә ҡайта. Күрәһең ул рәссамдың ижады менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһынған һәм уны папа һарайына саҡырған (Урбан VIII яңы ғына понтифик итеп һайланған). П.Дежарден фекеренсә, ошо ваҡыттан алып, Пуссен ижадының Рим осоро башлана [29].
Италиялағы тормошоноң беренсе осоро (1624—1640)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Париждан Пуссен тура Римгә бармай, Венецияға юллана, унда һәнлә сәнғәт өлгөләре менән таныша.
1624 йылдың мартынан Накола Пуссен Римдәге Сан-Лоренцо-ин-Лучина сиркәүе христиандары исемлегендә иҫкә алына башлай.
Римдә ул Жак Стелла һәм Алессандро Альгарди исемле скульпторҙар менән бергә бер оҫтахананы ҡуртымға ала. Бында ул шул дәүерҙәге билдәле рәссам, скульптор һәм архитекторҙар менән аралаша. Пуссен Римдә архитектура рәссамы, пейзажист Жан Леммер менән таныша, һуңыраҡ уның менән бергә Парижда Луврҙы биҙәүҙә ҡатнаша.
Парижда Никола Пуссен ярайһы билдәле кеше була, ә Римдә уға бөтәһен дә яңынан башларға тура килә. Римдә уның ижады менән ҡыҙыҡһынған бай, дәрәжәле кешеләр йә ситкә хеҙмәт итергә китергә мәжбүр була, йәки үлеп китә.
Пуссен, Францияла ҡулланмаған монументаль һынлы сәнғәт техникаһын һәм алымдарын тырышып үҙләштерә. Хирург Ларчер янына анатомия дәрестәренә яңынан йөрөй башлай, Доменичино академияһында моделдәрҙы төшөрә һәм пленэрҙа— Капитолийҙа һәм баҡсаларҙа тырышып эшләй. Барыһынан да нығыраҡ уны антик емереклектәр һәм скульптуралар ҡыҙыҡһындыра.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1851 йылда Виктор Кузен тәҡдиме буйынса Парижда Пуссенға һәйкәл асыла, уны асҡанда епископ Эвре месса үткәрә[30].
2015 йылдың 2 апреленән 29 июненә тиклем Луврҙа «Пуссен һәм Аллаһ» тигән күргәҙәмә ойошторола. Уның төп маҡсаты- француз классигының дини әҫәрҙәренә яңыса ҡараш тип иғлан ителә[31].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bénézit E., Zeiger-Viallet E., Busse J. Dictionnaire critique et documentaire des peintres, sculpteurs, dessinateurs et graveurs de tous les temps et de tous les pays (фр.) — 1911.
- ↑ 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 3,0 3,1 RKDartists (нидерл.)
- ↑ Nicolas Poussin // Benezit Dictionary of Artists (ингл.) — OUP, 2006. — ISBN 978-0-19-977378-7
- ↑ Verdi R. Nicolas Poussin // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ http://arts-graphiques.louvre.fr/detail/artistes/1/2141-POUSSIN-Nicolas
- ↑ KulturNav (ингл.) — 2016.
- ↑ Denio, 1899, p. 1—2
- ↑ Denio, 1899, p. 3
- ↑ Desjardins, 1903, p. 27—28
- ↑ Denio, 1899, p. 5—6
- ↑ Desjardins, 1903, p. 28,31
- ↑ Королева, 2010, с. 3
- ↑ Temperini, Rosenberg, 1994, p. 14—15
- ↑ Каптерева Т. П., Быков В. Е. Пуссен и другие мастера Классицизма . Искусство Франции XVII века. ARTYX.RU: История искусств. Дата обращения: 24 октябрь 2017. Архивировано 4 ноябрь 2018 года.
- ↑ Temperini, Rosenberg, 1994, p. 16
- ↑ Desjardins, 1903, p. 35
- ↑ Золотов, 1988, с. 24
- ↑ Temperini, Rosenberg, 1994, p. 17
- ↑ Золотов, 1988, с. 26
- ↑ Королева, 2010, с. 7
- ↑ Золотов, 1988, с. 27
- ↑ Denio, 1899, p. 20
- ↑ Desjardins, 1903, p. 37
- ↑ Королева, 2010, с. 4
- ↑ Denio, 1899, p. 23—24
- ↑ Золотов, 1988, с. 31—32
- ↑ Золотов, 1988, с. 33
- ↑ Desjardins, 1903, p. 37—38
- ↑ Poussin et Dieu, 2015, Poussin et Dieu ? Introduction du catalogue par Nicolas Milovanovic et Mickaël Szanto, p. 15
- ↑ Poussin et Dieu, 2015, p. 3
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Богемская К. Г. Пейзаж. Страницы истории. — М. : Галактика, 1992. — 336 с. — ISBN 5-269-00053-9.
- Даниэль С. М. К интерпретации пейзажей Пуссена // Проблемы развития зарубежного искусства. — Вып. Х. — Л., 1980. — С. 28—38.
- Даниэль С. М. О «теории модусов» Пуссена // Советское искусствознание-79. — М., 1980. — Вып. 1. — С. 123—135.
- Даниэль С. М. Никола Пуссен // Кудрикова С. Ф. Художники Западной Европы: Франция XV—XVIII века: Биографический словарь. — СПб.: Азбука-классика, 2010. — С. 279—286. — ISBN 978-5-9985061-0-9
- Даниэль С. М. Пуссен и театр (тезисы) // Театральное пространство: Материалы научной конференции (1978). — М., 1979. — С. 215—228.
- Дзери Ф. Пуссен. Триумф Флоры. — М. : Белый город, 2001. — 48 с. — ISBN 5-7793-0358-4.
- Дмитриева Н. А. Краткая история искусств. Вып. II: Северное Возрождение; страны Западной Европы XVII—XVIII веков; Россия XVIII века. — 3-е изд., доп. — М.: Искусство, 1990. — 318 с. — ISBN 5-210-00246-2.
- Золотов Ю. К. Пуссен / Ю. Золотов. — М. : Искусство, 1988. — 375 с. : ил. — Ҡалып:OCLC.
- Кларк К. Нагота в искусстве : исследование идеальной формы / Пер. с англ.: М. В. Куренной и др.. — СПб. : Азбука-классика, 2004. — 480 с. — ISBN 5-352-00580-1.
- Королёва С. Никола Пуссен. 1594—1665. — М. : Директ-Медиа; Комсомольская правда, 2010. — 48 с. — (Великие художники. Том 54).
- Кузнецова И. А., Шарнова Е. Б. Франция XVI — первой половины XIX века : собрание живописи : каталог / Ирина Кузнецова, Елена Шарнова; Государственный музей изобразительных искусств имени А. С. Пушкина. — М. : Красная площадь, 2001. — 479 с. — ISBN 5-900743-57-8. — Ҡалып:OCLC.
- Письма Пуссена / Пер. Д. Г. Аркиной. — М. : Искусство, 1939. — 208 с.
- Прусс И. Малая история искусств. Западноевропейское искусство XVII века. — М. : Искусство, 1974. — 384 с.
- Пуссен, Никола // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Рачеева Е. П. Великие французские художники. — М. : ОЛМА-ПРЕСС, Образование, 2006. — 144 с. — (Мастера европейской живописи). — ISBN 5-94849-640-6.
- Ротенберг Е. И. Пуссен. Тематические принципы // Советское искусствознание, 80. Вып. 2. — М., 1981. — С. 140—169.
- Серебрянная Н. К. Государственный Эрмитаж. Французская живопись XV—XVII веков: Каталог коллекции. — СПб.: Изд-во Государственного Эрмитажа, 2018. — 496 с. — ISBN 978-5-93572-811-3.
- Ямпольский М. Б. Пространственная история. Три текста об истории. — СПб. : Книжные мастерские; Мастерская «Сеанс», 2013. — 344 с. — ISBN 978-5-905586-07-1.
- Advielle V. Recherches sur Nicolas Poussin et sur sa famille. — P. : G. Rapilly, 1902. — 241 p.
- Bohn B., Saslow J. M. A companion to Renaissance and Baroque art. — Chichester : Wiley-Blackwell, 2013. — 630 p. — (Blackwell companions to art history, 4). — ISBN 9781444337266.
- Challons, Siu. Nicolas Poussin's The Four Seasons : Thesis submitted... for the degree Master of Arts. — Montreal : McGill Univ., Department of Art History, 1990. — 83 p.
- Collection de lettres de Nicolas Poussin. — P. : Imprimerie de Firmin Didot, 1824. — 414 p.
- Costello J. Nicolas Poussin and the Genesis of French Classicism : A dissertation for... degree Doctor of Pholosophy. — New York Univ., 1951. — 358 p.
- Denio E. Nicolas Poussin, his life and work. — L. : S. Low, Marston and Co, 1899. — 302 p.
- Desjardins P. Poussin : [фр.] : biographie critique, illustrée de vingt-quatre reproductions hors texte / par Paul Desjardins. — P. : Henrie Laurens, 1903. — 144 p. — Ҡалып:OCLC.
- Gardner V. Cardinal Camillo Massimo, Nicolas Poussin, and Claude Lorrain: A study of Neostoic patronage in baroque Rome : Dissertation... for the degree of Doctor of Philosophy. — University of Pennsylvania, 1998. — 337 p.
- von Mattyasovszky-Lates A. Stoics and libertines : philosophical themes in the art of Caravaggio, Poussin, and their contemporaries : Submitted … for the degree of Doctor of Philosophy. — Columbia University, 1988. — 558 p.
- Olson T. P. Nicolas Poussin, his French clientele and the social contraction of style : A dissertation... for the degree of Doctor of Philosophy. — The University of Michigan, 1994. — 608 p.
- Poussin et Dieu : Dossier de presse. — P. : Les éditions Musée du Louvre, 2015. — 50 p.
- Saint N. Louis Marin, Poussin and the Sublime // Art History. — 2011. — Vol. 34, no. 5. — P. 914—933. — DOI:10.1111/j.1467-8365.2011.00853.x.
- Temperini R., Rosenberg P. Poussin : «Je n'ai rien négligé». — P. : Gallimard, 1994. — 160 p. — (Découvertes Gallimard — Arts (n° 233)). — ISBN 978-2-07-053269-8.
- Troy T. Poussin, Gombauld, and the Creation of Diana and Endymion // Art History. — 2010. — Vol. 33, no. 4. — P. 620—641. — DOI:10.1111/j.1467-8365.2010.00778.x.
- Wilberding E. History and Prophecy : Selected Problems in the Religious Paintings of Nicolas Poussin : [англ.] : A dissertation... for the degree of Doctor of Philosophy. — Institute of Fine Arts. New York University, 1997. — 578 p.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Nicolas Poussin [French Baroque Era Painter, 1594—1665] . Artcyclopedia. Дата обращения: 23 октябрь 2017.
- Ҡалып:WGA
- Никола Пуссен «Царство Флоры». К 60-летию «Выставки картин Дрезденской галереи» в ГМИИ им. А. С. Пушкина . Государственный музей изобразительных искусств им. А. С. Пушкина (30 апрель 2015). Дата обращения: 15 ноябрь 2017.
- Дональд Ли. Никола Пуссен. Вольнодумец и философ или истовый католик? Об этом выставка в Лувре к 350-летию со дня смерти основателя классицизма . The Art Newspaper Russia, № 33 (2015). Дата обращения: 15 ноябрь 2017.
- Каптерева Т. П., Быков В. Е. Пуссен и другие мастера Классицизма . Искусство Франции XVII века. ARTYX.RU: История искусств. Дата обращения: 24 октябрь 2017.