Лейк-Плэсид
Деревня | |
Лейк-Плэсид ингл. Lake Placid | |
Ил |
США |
---|---|
Штат | |
Округ | |
Координаталар | |
Майҙаны |
3,9 км² |
Бейеклеге |
549 м |
Халҡы |
2 638 кеше (2000) |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+1 518 |
Почта индексы |
12946 |
Һанлы танытмалар | |
Рәсми сайт |
lakeplacid.com/village/ (инг.) |
Лейк-Плэ́сид[1][2], Лейк-Пласид[3] (ингл. Lake Placid) — Нью-Йорк штатындағы ауыл, АҠШ. 1932 һәм 1980 йылдарҙағы Ҡышҡы Олимпия уйындарының баш ҡалаһы. Ваҡыты ваҡыты менән бында биатлон буйынса донъя Кубогы уҙғарыла. 1999 йылдан йөҙөү, велосипедта йөрөү һәм йүгереүҙе индергән Ironman («Тимер кеше») триатлоны буйынса ярыштар үткәреүҙең рәсми урыны булып тора. Һуңғы 37 йыл буйына бында «I Love New York» һәм «Lake Placid» ат спорты ярыштары үтә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лейк-Плэсид Аппалачи тауҙар теҙмәһенә ҡараған Адирондак тауҙарында урынлашҡан. Ауыл Плэсид күленең көньяҡ ситенә барып тоташа, әммә Миррор күленә яҡыныраҡ, күл буйлап Мейн-стрит үҙәк урамы үтә. Ауыл майҙаны 3,9 км², шуларҙың 3,6 км² — ҡоро ер тәшкил итә, 0,4 км² — һыу йөҙө тәшкил итә.
Демографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2000 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса ауылда 2638 кеше йәшәй. 1303 ауыл хужалығы һәм 604 ғаилә ауылда йәшәй. Халыҡтың тығыҙлығы квадрат миляға (738,1/km²) 1913,2 кеше тәшкил итә. Ауылдың раса составы:
Халыҡтың өлөшө, % | Этник һәм раса төркөмө |
---|---|
95,75 % | аҡтар |
0,68 % | афроамерикандар |
0,45 % | төп американдар |
0,91 % | азиаттар |
0,57 % | Океаниянан сығыусылар |
0,19 % | башҡа расалар |
0,91 % | испандар һәм латиноамерикандар |
22,3 % хужалыҡта 18 йәштән бәләкәй бергә йәшәүсе бала, 34,1 % өйләнгән бергә йәшәүсе пар, 8,4 % хужалыҡты кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙ тота һәм 53,6 % ғаилә булып йәшәмәй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Северо-Восток США // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 1999 г. ; отв. ред.: Т. Г. Новикова, Т. М. Воробьёва. — 3-е изд., стер., отпеч. в 2002 г. с диапоз. 1999 г. — М. : Роскартография, 2002. — С. 222—223. — ISBN 5-85120-055-3.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 194.
- ↑ Северо-Восток США // Атлас мира / сост. и подгот. к печати ПКО «Картография» Госгеодезии СССР в 1982 г.; отв. ред. С. И. Сергеева, В. М. Антонов. — Испр. в 1991 г. — М.: Комитет геодезии и картографии СССР, 1991. — С. 166—167. — 337 с. — 50 000 экз.