Эстәлеккә күсергә

Инчхон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Инчхон
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 1883
Рәсем
Рәсми атамаһы 인천광역시, 인천직할시 һәм 인천시
Рәсми тел Корей теле
Дәүләт  Көньяҡ Корея[1]
Административ-территориаль берәмек Көньяҡ Корея
Сәғәт бүлкәте UTC+9:00[d]
Геомәғлүмәттәр Data:South Korea/Incheon.map
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Mayor of Incheon[d]
Хөкүмәт башлығы Paul Yoo[d]
Башҡарма власть Incheon Metropolitan Government[d]
Закондар сығарыу органы Incheon Metropolitan Council[d]
Халыҡ һаны 2 936 117 кеше (2018)[2]
Административ рәүештә бүленә Gyeyang District[d], Michuhol District[d], Namdong District[d], Dong District[d], Bupyeong District[d], Seo District[d], Yeonsu District[d], Jung District[d], Канхва[d] һәм Онджин[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 7 метр
Туғандаш ҡала Филадельфия[3], Владивосток[3][4][5], Бербанк[d][3], Хайфон[d][3], Тель-Авив[3], Манила[3], Панама[d][3], Чунцин[3], Анкоридж[d][3], Кобе[d][3], Тяньцзинь[3], Мерида[d][3], Вэньчжоу[d], Seongbuk District[d], Далянь[d][6], Иокогама[3], Гонолулу[d][3][7][8], Гонолулу[d][7][8][3], Рио-де-Жанейро[9] һәм Китакюсю[10][11]
Милке Incheon Subway Line 1[d], Incheon Asiad Main Stadium[d] һәм Songdo LNG Baseball Stadium[d]
Сиктәш Кёнгидо[d] һәм Сеул
Телгә алынған хеҙмәттәр Операция «Хромит»[d]
Майҙан 1046,807 ± 0,001 км²
Рәсми сайт incheon.go.kr
Рәсми блог blog.incheon.kr
blog.naver.com/incheonto…
Урынлашыу картаһы
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 68 400 ± 99[12]
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы Category:Films shot in Incheon[d]
Карта
 Инчхон Викимилектә

Инчхон (кор. 인천광역시, 仁川廣域市, элекке исеме Чемульпо (кор. 제물포시, 濟物浦市)) — Корея ярымутрауында, Корея Республикаһында урынлашҡан ҡала һәм порт. Сеулдың Канхваман ҡултығындағы, Һары диңгеҙ буйындағы аванпорты. Инчхон халыҡ һаны буйынса Корея ҡалалары араһында, Сеул һәм Пусандан һуң, өсөнсө урында тора. Инчхон илдең мөһим транспорт үҙәге булып тора, сөнки ҡалала ярымутрауҙың көнбайыш яр буйындағы иң ҙур порт, шулай уҡ илдәге иң ҙур Инчхон аэропорты урынлашҡан. XXI быуатта ҡала, илдәге иң бейек биналарҙың береһе булған Төньяҡ-Көнсығыш Азия Сауҙа Манараһы (305 м) урынлашҡан футуристик юғары технологиялы New Songdo City проекты тирәһендә тупланған халыҡ-ара бизнес үҙәгенә әүерелде.

Инчхон порты, Ханган йылғаһы тамағында уңайлы урынлашыуы арҡаһында, Пусан портынан ҡала икенсе иң ҙур портҡа әйләнде. Порт 1883 йылда Чемульпхо (кор. 제물포, элекке транскрипцияла Чемульпо) исеме аҫтында нигеҙләнгән һәм унда ни бары 4700 кеше йәшәгән. Хәҙер иһә был динамик рәүештә үҫешкән, 2,5 миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡала. Инчхон шулай уҡ сит ил инвестицияларын йәлеп итеү өсөн ирекле иҡтисади зона (ИИЗ) статусына эйә. Кореяла бөтәһе ике ИИЗ бар (икенсеһе - Пусан-Чинхэ).

Инчхонды йыш ҡына «Корея баш ҡалаһының ҡапҡаһы» тип атайҙар һәм Оло Сеулдың бер өлөшө итеп ҡарайҙар. Сеул һәм Инчхон метрополитены бер-береһе менән бәйләнгән. Шулай ҙа Инчхон – үҙаллы административ-территориаль берәмек һәм Кореяның мөһим ҡалаларының береһе. Йонсу-гу районында «Хамбак маыль» тип аталған ауыл бар, унда күп «Корё-сарам» йәшәй.

Кеше ултыраҡтары был ҡала урынында неолит дәүеренән үк барлыҡҡа килә башлаған. IV быуат аҙағынан һәм бөтә Урта быуаттар буйына Кореяның мөһим сауҙа үҙәктәренең береһе булып торған. Кореяның сит ил сауҙаһы өсөн асылған тәүге порттарының береһе (XIX быуат аҙағы). Япон оккупацияһы ваҡытында Дзинсэн (яп. 仁川) тип аталған. Инчхон, 1981 йылдың 1 июлендә тура буйһоноусы ҡала (хәҙерге көндә метрополия-ҡала) статусын алғанға тиклем, Кёнгидо провинцияһы составында булған.

1950 йылда, Корея һуғышы ваҡытында, бында Инчхон десант операцияһы үткәрелгән.

Инчхон климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 0,8 2,7 8,1 15,0 20,4 24,3 27,0 28,4 24,8 19,2 11,2 4,0 15,4
Уртаса температура, °C −3,1 −1,2 3,9 10,5 15,9 20,1 23,7 24,9 20,5 14,4 7,0 0,0 11,3
Уртаса минимум, °C −6,5 −4,5 0,6 6,8 12,3 17,0 21,3 22,2 16,8 10,3 3,4 −3,4 8,0
Яуым-төшөм нормаһы, мм 21 22 40 86 82 107 285 252 152 48 50 20 1165
Сығанаҡ: World Climate


Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Административ бүленеш

Инчхон 8 районға («ку») һәм 2 өйәҙгә («кун») бүленгән.

  • Пупхён (부평구; 富平區)
  • Тонку (동구; 東區)
  • Кэян (계양구; 桂陽區)
  • Чунку (중구; 中區)
  • Мичухол (미추홀구; 彌鄒忽區)
  • Намдон (남동구; 南洞區)
  • Соку (서구; 西區)
  • Йонсу (연수구; 延壽區)
  • Канхвагун өйәҙе (강화군; 江華郡)
  • Онджингун өйәҙе (옹진군; 甕津郡)
Northeast Asia Trade Tower бинаһы

XXI быуат башында ул — 2,5 миллион кеше йәшәгән эре порт ҡалаһы, үҫешкән машиналар эшләү, караптар төҙөү, ҡорос ҡойоу, нефть эшкәртеү, химия, электротехника, туҡыу, он тартыу сәнәғәте булған ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге. Ҡалала шулай уҡ яҫы быяла һәм фарфор-фаянс әйберҙәр етештереү үҫешкән. Ҙур йылылыҡ электр станцияһы эшләй.

Ирекле иҡтисади зона

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сондо Үҙәк паркы[en]

Инчхондың ирекле иҡтисади зонаһы өс өлөштән тора. Улар Нью-Сондо-Сити (кор. 송도신도시), Чхонна (кор. 청라) һәм Йонджон утрауы (кор. 영종). Зонаның дөйөм майҙаны 20 938 гектар тәшкил итә. Инчхон ИИЗ-ының маҡсаты - был өс участканы төньяҡ-көнсығыш Азияның халыҡ-ара сауҙа, логистика, ял һәм туризм үҙәктәренә әүерелдереү. Был ИИЗ Корея хөкүмәте тарафынан 2003 йылдың авгусында иғлан ителде һәм Кореяла тәүгеһе булды.

New Songdo City проекты 1994 йылда башланды һәм ҡайтанан эшкәртелгән ерҙә төҙөлә[13]. Планға ярашлы, ҡаланың был өлөшө төрлө профилдәге халыҡ-ара компанияларҙың, халыҡ-ара сауҙаның, юғары технологияларҙың үҙәгенә һәм экологик яҡтан таҙа ҡала тормошо өсөн урынға әйләнергә тейеш. Проектты 2020 йылға тулыһынса тамамлау планлаштырыла. 2008 йылда районда амбициоз проект — бейеклеге яҡынса 600 метр (151 ҡат) булған игеҙәк манаралар төҙөү тормошҡа ашырыла башланы. Иҡтисади проблемалар арҡаһында, артабан комплексның планлаштырылған бейеклеге 487 метрға (102 ҡат) тиклем кәметелде, төҙөлөштө тамамлау ваҡыты күсерелде, һәм 2015 йылға ҡарата проект әле тамамланмаған.

Майҙаны: 5327 га Планлаштырылған халыҡ һаны: 252 000 кеше Төҙөлөш ваҡыты: 1994~2020 Ҡалып:Обновить

Майҙаны: 13 833 га Планлаштырылған халыҡ һаны: 144 800 кеше Төҙөлөш ваҡыты: 2002~2016

Чхонна халыҡ-ара районы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Чхонна халыҡ-ара районындағы торлаҡ йорттар

Майҙаны: 1778 га Планлаштырылған халыҡ һаны: 90 000 кеше Төҙөлөш ваҡыты: 2004~2008

Инчхон – Кореяның төп транспорт үҙәктәренең береһе.

Инчхон халыҡ-ара аэропорты – Көньяҡ Кореяның төп аэропорты һәм Азиялағы иң ҙур хабтарҙың береһе. 2005 йылда Инчхон аэропорты 160 843 рейсҡа хеҙмәт күрһәткән (157 134 халыҡ-ара, 3 709 эске). Уртаса көнөнә 441 рейс (431 халыҡ-ара, 10 эске). Рейстарҙың 59,7% -ына Кореяның ике милли авиакомпанияһы – Korean Air һәм Asiana Airlines хеҙмәт күрһәтә. Сит ил авиакомпаниялары ҡалған 40,3% рейсҡа хеҙмәт күрһәтә. Skytrax версияһы буйынса, 2009 йылда донъялағы иң яҡшы аэропорт[14].

Диңгеҙ транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Инчхон порты

Инчхон порты – Пусан портынан ҡала ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Ҡала паром кисеүҙәре менән төньяҡ Ҡытайҙың күп ҡалалары менән тоташҡан:

  • Ҡытай Далянь, Даньдун, Ляонин провинцияһында
  • Ҡытай Циндао, Вэйхай, Шаньдун провинцияһында
  • Ҡытай Циньхуандао, Хэбэй провинцияһында
  • Ҡытай Тяньцзинь (үҙәк буйһоноуҙағы ҡала)

Тимер юл транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Инчхон метрополитены поезы

2007 йылда Кимпхо аэропорты менән Инчхон аэропорты араһында юғары тиҙлекле линия (AREX) асылды. Был линияның 6 станцияһы һәм 40,3 км юлы бар.

Ҡалала Сеул метрополитены менән тоташҡан метрополитен эшләй. Метрополитендың 28 станциянан торған бер линияһы бар. Юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 29,4 км тәшкил итә. Беренсе линияны оҙонайтыу һәм икенсеһен төҙөү планлаштырыла. Икенсе линия 27 станциянан һәм 29,2 км юлдан торасаҡ. Уның төҙөлөшө 2009 йылдың 26 июнендә башланды һәм 2014 йылға тиклем дауам итәсәк. Korail компанияһы 2013 йылға тиклем Инчхондан Сувонға тиклем тағы бер метро линияһын төҙөйәсәк. Был линияның Инчхон территорияһында 10 станцияһы буласаҡ.

Автобус бәйләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Инчхон автовокзалынан Кореяның бөтә өлөштәренә лә ҡала-ара автобус бәйләнеше булдырылған. Ҡала эсендә, шулай уҡ күрше ҡалаларға (Пучхон, Кимпхо, Сеул һәм Сихын) йөрөү өсөн күп һанлы автобус маршруттары бар. Инчхон менән Сеул араһында юғары тиҙлекле автобус бәйләнеше эшләй.

Инчхондағы Азиаданың төп стадионы

Инчхон Юнайтед – Инчхондан футбол клубы. 2003 йылда ойошторолған. Көньяҡ Корея футболының юғары дивизионы булған K-League-ла сығыш яһай. 2014 йылда ҡалала Йәйге Азия уйындары үткәрелде.

  • Инчхон ҡала музейы – Кореяның тәүге йәмәғәт музейы, 1946 йылдың апрелендә Инчхондың тарихын һәм мәҙәни ҡиммәттәрен өйрәнеү һәм тикшереү маҡсатында асылған.
  • 1984 йылда, Инчхондың йөҙ йыллығына, ҡалала Инчхон десант операцияһына арналған мемориаль зал һәм комплекс асылды. Музейҙа десанттың бөтә этаптары тураһында һөйләгән фото- һәм видеоматериалдарҙың ҙур коллекцияһы бар. Комплекс составына 18 метрлыҡ мемориаль башня һәм Корея һуғышында ҡатнашҡан ун алты илдең дәүләт флагтары инә[15].
Инчхон панорамаһы
Инчхон панорамаһы
  • Кан Хеджон – көньяҡ корея актрисаһы һәм фотомоделе
  • Peggy Gou – көньяҡ корея диджейы, йырсы, йырҙар авторы һәм продюсеры