Ер еләге
Ер еләге | |
Халыҡ-ара ғилми атамаһы | Fragaria × ananassa Rozier, 1785[1][2] |
---|---|
Таксономия рангыһы | Төр[1][2][3] |
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон | земляника[d][1][3] |
Таксондың халыҡ атамаһы | Garden strawberry, Aedmaasikas, Puutarhamansikka, Guard-eerdbei, オランダイチゴ, Земляника садовая, Полуниця садова, 士多啤梨, 草莓[4][5], Aardbei[6], jahodník ananasový[7], 딸기, Havejordbær, Fragaria ×ananassa, mirandanera[8] һәм Farawla |
Базионим | Fragaria chiloensis var. ananassa[d] |
Имеет плод типа | орешек[d] |
Этот таксон является источником | Ер еләге[d], Fragariae folium[d] һәм клубничный сок[d] |
Зоны морозостойкости растений | 5[d][9] |
Ареал таксона | Ҡытай[5] |
GRIN URL | npgsweb.ars-grin.gov/gri…[10] |
Ер еләге Викимилектә |
Ер еләге ( рус. Клубни́ка, урыҫ телендәге «клубок, шарообразное тело» тигәндән) — еләк төрө, башҡорт телендә ерле атамалары күп: тупар, таш еләге, шартый, шыртлаҡ еләк, йөндө еләк
Еләк тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер еләге тураһында "Башҡортостан" гәзитендәге мәҡәләнән (2013, 5 июль):
Ер еләге ҡайын еләгенән үҙенә башҡа тәме, татлыраҡ һәм сөсөрәк булыуы, эрелеге, һабағынан япраҡса менән өҙөп алырға тура килеүе менән айырыла. Тап һуңғы үҙенсәлеге арҡаһында уны ҡайһы бер төбәктәрҙә шыртлаҡ еләк тип атайҙар ҙа инде. Емештәре аҡһыл йөнтәҫерәк булғанға, бәғзе райондарҙа йөндө (йөнлө) еләк тигәнде лә ишетеп, рәхәтләнеп көлгән бар. Инйәр-ҡатайҙар уны тупар тип атай, йыйғанда тупырлап төшөп торған өсөндөр. Төпһәһе менән сығып, таҙартырға тура килгәнгә күрә, уны эшкәртеүҙе мәшәҡәтлерәк һанайҙар, әммә һоҡланғыс хуш еҫе, тәме менән ҡыш табындарҙы йәмләп тора. Ҡайһы саҡ төпһәһе менән дә ҡайнаталар, бик ҡупшы килеп сыҡмаһа ла, быныһының файҙаһы күберәк тип һанала. Хәҙер таҙартылмаған килеш блендер менән генә туғып, шәкәрләп йә туңдырып ҡуйыуға өҫтөнлөк биреүселәр күбәйә [11]
.
Ер еләгенән аш-һыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайнатма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның ҡайнатмаһын ҡайнатмаларҙың батшаһы тип тә атайҙар. Ҡайнатма былай эшләнә:1 кг ер еләге, 1 кг шәкәр, ярты стакан һыу. Ер еләген таҙартып, алдан әҙерләнгән сироп өҫтөнә һалырға. Емешкә сшәкәр тулыһынса һеңеп бөтөргә тейеш. Ныҡ талғын утта бешерелә. Еләк бик һутлы булһа, ҡайнатмаға һыу өҫтәмәҫкә лә мөмкин.
Сиропһыҙ әҙерләр өсөн еләк менән шәкәрҙе бергә бутап, һалҡынса урында 10 – 12 сәғәт тоторға кәрәк.
Сәй
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер еләгендә витаминдар (С, РР, В1,В2), минералдар (тимер, марганец) ифрат күп. Ашҡаҙан ауырыуҙарына еләк сәйе бик яҡшы дауа. Шулай уҡ ул бөйөр ауыртҡанда ла ярҙам итә. Уның япрағынан сәй тамаҡ шешен дауалауҙа ҡулланыла. Ауыҙҙы сайҡатып алырға ла була. Ул былай әҙерләнә: емешенән, япрағынан, тамырынан әҙерләнгән ҡатышмаға бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм биш минутҡа ултыртып торорға. Ер еләге сәйгә тәм һәм хуш еҫ бирә.
Ер еләгенән ҡаҡ эшләйҙәр, уны ҡушып ҡамыр ризыҡтары бешерәләр [12]
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Баҡса ер еләге. Бурятия
-
Йәшел ер еләге емеше (Fragaria viridis)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://inpn.mnhn.fr/espece/cd_nom/98870/tab/taxo
- ↑ 2,0 2,1 https://www.quelleestcetteplante.fr/genres.php?genre=Fragaria
- ↑ 3,0 3,1 https://data.canadensys.net/vascan/taxon/8762?lang=fr
- ↑ 林秦文, 肖翠, 马金双 中国外来植物数据集, A dataset on catalogue of alien plants in China (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 1993. — Т. 30, вып. 5. — Б. 22127. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022127
- ↑ 5,0 5,1 刘培亮, 卢元, 杜诚, 吴振海, 寻路路, 黎斌, 岳明 陕西省维管植物名录(2021版) (билдәһеҙ) // 生物多样性 — 2022. — Т. 30, вып. 6. — Б. 22061. — ISSN 1005-0094 — doi:10.17520/BIODS.2022061
- ↑ https://www.nederlandsesoorten.nl/linnaeus_ng/app/views/species/nsr_taxon.php?id=121248
- ↑ https://portal.nature.cz/publik_syst/nd_nalez-public.php?idTaxon=37058 (чеш.) — Agentura ochrany přírody a krajiny České republiky.
- ↑ http://www.sabencia.net/nomenclator.php
- ↑ https://plants.ces.ncsu.edu/plants/fragaria-x-ananassa/
- ↑ Таксономия растений GRIN (ингл.)
- ↑ Ер еләге
- ↑ Социальная сеть работников образования. Ер еләге