Sony
Sony Corporation, «Со́ни» (япон. ソニー株式会社Сони: кабусики-гайся )(яп. ソニー株式会社 Сони: кабусики-гайся) — 1946 йылдың 7 майында барлыҡҡа килгән Япония трансмилли корпорацияһы, штаб-фатиры Токиола. Йорт һәм профессиональ электроника, уйын консолдәре һәм башҡа юғары технологиялы продукция сығарыуҙа махсуслаша. Бынан тыш, Sony, Sony Music Entertainment тауыш яҙҙырыу маркаһына, Columbia Pictures һәм TriStar Pictures киностудияларына, шулай уҡ MGM компанияһы фильмдарының бөтә архивына (Comcast компанияһы менән берлектә) эйә булып, донъялағы иң ҙур медиаконгломераттарҙың береһе булып тора; финанс хеҙмәттәре күрһәтә. Эшмәкәрлегенең төп төбәктәре — Япония, АҠШ, Ҡытай һәм Европа илдәре.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Sony корпорацияһы 1946 йылдың 7 майында Акио Морита һәм Масару Ибука тарафынан ойошторола[28]. Тәүҙә ул «Токё цусин когё кабусики-гайся» (Токио телекоммуникация-сәнәғәт компанияһы), ҡыҫҡаса Тоцуко йә TTK тип атала, әммә Акио Морита был атаманы америкалыларҙың ауыр әйтеүен асыҡлай. Хәҙерге «Сони» атамаһы лат. sonus («тауыш») һәм ингл. sunny boys («ҡояш кеүек балалар» тигән һүҙҙәрҙән яһалған; ингл. sonny-boys варианты япон телендә «кескәй даһиҙар» тигән мәғәнәне бирә)[29]; Морита шулай уҡ донъяла бер телдә лә булмаған һүҙҙе табырға тырыша. Әммә «сон-ни» тигән яңы һүҙ япон телендә уңышһыҙ эшҡыуарлыҡты аңлатҡан һүҙгә тартым булғанлыҡтан (һүҙмә-һүҙ: «аҡса юғалтыу»), бер n хәрефен алып ташларға ҡарар ителә [30].
Морита оҙаҡ йылдар компанияға етәкселек итә, маркетинг менән һатыу итеү өсөн яуаплы була һәм баҙарҙағы уңышын тәьмин итә.
1950 йылда компания, әле TTK тип йөрөтөлгән сағында, Японияла беренсе магнитофонды сығара башлай. Норио Ога магнитофондың тауышын яҡшыртыу өҫтөндә эшләй. 1950-се йылдар башында компания 25 000 АҠШ долларына Western Electric компанияһынан транзисторҙар етештереүгә лицензия һатып ала. 1955 йылда тәүге «TR-63» радиоалғысын сығара, был яңылыҡ компанияның уңышлы юлына башланғыс һала[31].
1958 йылда компания Sony Corporation тигән атама ала һәм уның акциялары — Токио фонд биржаһында, ә 1970 йылдан Нью-Йорк фонд биржаһында котировкалана башлай. 1960 йылда Sony үҙенең беренсе транзисторлы телевизорын тәҡдим итә. Ошо уҡ йылда АҠШ-та (Нью-Йорк) һәм Швейцарияла сауҙа вәкиллектәре асыла. 1962 йылда башҡа етештереүселәрҙән бойондороҡлолоҡто кәметеү маҡсатында пластмасса деталдәр эшләү өсөн Sony Chemicals бүлендек компанияһы асыла.
1968 йылда компания инженерҙары Sony Trinitron (инг.)баш. (инг.)баш. төҫлө телевизорҙары өсөн кинескоп эшләй, унда бер генә (ә өс түгел) электрон пушка ҡулланыла, был һүрәттең асыҡлығын арттыра. 1968 йылдың мартында CBS/Sony Records Inc. уртаҡ предприятиеһына нигеҙ һалына, Sony Corporation менән CBS Inc. (Си-Би-Эс) уның ойоштороусылары була. 1988 йылда Sony Corporation партнёрының өлөшөн һатып ала, ә 1991 йылда был компанияның исемен Sony Music Entertainment (Japan) Inc. тип үҙгәртә.
1971 йылда телекомпаниялар өсөн U-matic профессиональ видеомагнитофоны, 1975 йылда ҡулланыусылар өсөн Betamax стандартындағы видеомагнитофон сығарыла. 1979 йылда Walkman портатив аудиоплеерының тәжрибә өлгөһө барлыҡҡа килә[32].
1979 йылдың авгусында Sony Corporation страховкалау өлкәһендәге The Prudential Insurance Company of America тигән Америка компанияһы менән уртаҡ предприятие аса. Ул Sony Prudential Life Insurance Co., Ltd. тип атала, 1991 йылда исеме Sony Life Insurance Co., Ltd. тип үҙгәртелә, 1996 йылдан ул тулыһынса Sony Corporation ҡарамағына күсә, 2004 йылда яңы асылған Sony Financial Holdings Inc. финанс компанияһы ҡарамағына тапшырыла.
1983 йылда Sony Philips компанияһы менән бергә баҙарға тәүге компакт-дисктар сығара. 1984 йылда электрон комплектлаусылар етештереү подразделениеһы асыла. 1985 йылда 8 миллиметрлы видеокассеталы портатив видеокамералар етештерелә башлай.
1989 йылда Columbia Pictures Entertainment, Inc. компанияһы һатып алына, 1991 йылдан ул Sony Pictures Entertainment Inc. тип атала.
1993 йылда Sony Computer Entertainment Inc. бүлендек компанияһына нигеҙ һалына.
1994 йыл аҙағында корпорация япон баҙарына PlayStation уйын консолен сығара, киләһе йылына ул Америка баҙарына ла сыға. 1997 йылда Sony VAIO сауҙа маркалы DVD-плеерҙар, компьютерҙар һәм ноутбуктар етештерә башлай. 2000 йылда PlayStation 2 уйын консоле сығарыла.
2001 йылда корпорация Швецияның Ericsson компанияһы менән бергә кеҫә телефондары етештереүсе берлектәге предприятие ойоштора. 2002 йылда Sony Ericsson телефондары сығарыла башлай. Телефонға үҙ уйлап табыуҙарын да индерә барып, Sony Walkman һәм Cyber-shot серияларын хасил итә. Әммә 2011 йылда Ericsson был партнёрлыҡтағы өлөшөнән баш тарта. Киләһе йылынан кеҫә телефондары Sony бренды менән сыға башлай[33].
2002 йылда Aiwa Co., Ltd. компанияһы йотола.
2004 йылда Sony Financial Holdings Inc. төп финанс холдинг компанияһы (SFH) ойошторола, уға Sony Life Insurance Co. страховкалау компанияһы һәм Sony Bank Inc. банкы инә. 2004 йылда йәнә Samsung Electronics менән берлектә S-LCD Corporation нескә пленкалы транзисторҙарҙа эшләгән шыйыҡ кристаллы дисплейҙар етештереү предприятиеһы асыла, 2012 йылда Sony үҙ өлөшөн Корея партнёрҙарына һата. 2004 йылда Bertelsmann AG немец компанияһы менән берлектә тауыш яҙҙырыу өлкәһендәге уртаҡ предприятие төҙөлә, ул Sony BMG тип атала, 2008 йылда ул тулыһынса Sony ҡарамағына күсә, ә 2009 йылда атамаһы Sony Music Entertainment тип үҙгәртелә.
2012 йылда Японияның башҡа электроника етештереүселәре (Toshiba, Hitachi), шулай уҡ INCJ дәүләт-хосуси корпорацияһы менән бергә Japan Display предприятиеһы асыла, ул мобиль ҡоролмалар өсөн экрандар етештерә[34]. Sony продукцияһы Android-смартфондар һәм планшеттар баҙарын әүҙем яулай башлай[35].
2013 йылда Японияның Olympus Corporation компанияһы менән берлектә Sony Olympus Medical Solutions Inc. предприятиеһы ойошторола. 2014 йылда VAIO сауҙа маркаһы аҫтында персональ компьютерҙар етештергән подразделение Japan Industrial Partners, Inc. тигән икенсе япон компанияһына һатыла.
Етәкселеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кэнитиро Ёсида (Kenichiro Yoshida, 1960 йылда тыуған) — 2018 йылдан компанияның президенты һәм генераль директоры, бер юлы башҡарма директор һәм башҡарма президент та булып тора.
- Кадзуо Хираи (Kazuo Hirai, 1960 йылдың 22 декабрендә тыуаған) — 2018 йылдан директорҙар советы рәйесе [36], компанияла ул — 1984 йылдан бирле[37].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Sony Corporation'дың төп операцион сегменттары:
- Game & Network Services (уйындар һәм селтәр хеҙмәттәре) — PlayStation уйын ҡушылмалары һәм видеоуйындар эшләү һәм етештереү, Sony Interactive Entertainment LLC бүлендек компанияһы аша улар менән бәйле селтәр хеҙмәттәрен тәҡдим итеү; 2016 йылда әйләнеш ¥1,48 триллион тәшкил итә, уның яртыһы ҡорамал етештереүгә тотонола, операцион килем — ¥88,7 миллиард.
- Home Entertainment & Sound (йорт техникаһы) — телевизорҙар, аудио- һәм видеоаппаратура етештереү; 2016 йылда әйләнеш — ¥1,155 триллион, операцион килем ¥50,6 миллиард тәшкил итә.
- Sony Mobile Communications — кеҫә телефондары етештереү, 2016 йылғы әйләнеш — ¥1,128 триллион, операцион зыян — 61,4 миллиард.
- Sony Financial Holdings — финанс өлкәһендәге операциялар — страховкалау, банктар; 2016 йылғы әйләнеш — ¥1,073 триллион, операцион килем — ¥156,5 миллиард.
- Pictures (фильмдар) — компанияла был тармаҡтың нигеҙен Sony Pictures Entertainment бүлендек предприятиеһы тәшкил итә, ул кинокартиналар етештерә һәм продюсерлай, Columbia Pictures һәм TriStars Pictures киностудияларына, MGM компанияһы фильмдары архивына (Comcast компанияһы менән бергә) эйә, был тармаҡҡа телевизион фильмдар, программалар сығарыу һәм таратыу ҙа ҡарай, бынан тыш, Sony Һиндостанда телевидение селтәренә һәм АҠШ-та кабель селтәренә эйә; 2016 йылда әйләнеш — ¥936 миллиард, шул иҫәптән ¥447 миллиард — кинофильмдар, ¥270 миллиард — телепродукция һәм ¥218 миллиард — телеселтәрҙәр, операцион килем — ¥38,5 миллиард.
- Devices (комплектлаусылар) — ярым үткәргес компоненттар, гальваник элементтар, оптик головкалар, хәтер карталары һәм башҡалар етештереү; 2016 йылда әйләнеш — ¥767 миллиард, операцион зыян — ¥28,6 миллиард.
- Imaging Products & Solutions (фото- һәм видеотехника) — цифрлы фотоаппараттар һәм видеокамералар етештереү; 2016 йылда әйләнеш — ¥704 миллиард, операцион килем — ¥72,1 миллиард.
- Sony Music Entertainment (музыкаль тармаҡ) — 2016 йылда әйләнеш — ¥600 миллиард, операцион килем — ¥87,3 миллиард.
Географик йәһәттән корпорация кеременең бүленеше 2016 йылда түбәндәгесә була:
- Япония — ¥2,317 триллион (28,6 %);
- АҠШ — ¥1,734 триллион (21,4 %);
- Европа — ¥1,881 триллион (23,2 %);
- Ҡытай — ¥540 миллиард (6,7 %);
- Азия-Тымыҡ океан төбәге — ¥959 миллиард (11,8 %);
- башҡа төбәктәр — ¥674 миллиард (8,3 %).
Төп етештереү ҡеүәттәре Японияла урынлашҡан, АҠШ-та (Индиана), Ҡытайҙа (Хойчжоу, Гуанчжоу, Уси), Малайзияла (Пинанг һәм Банги), Сингапурҙа ла бар.
2011 йылдың июлендә Sony DADC Боровск ҡалаһындағы (Калуга өлкәһе) CD, DVD, Blu-Ray оптик дискылары заводын һатып ала[38].
2018 йылдың 20 февралендә компания яһалма интеллект ҡулланылған яңы платформа, ашығыс такси саҡыртыу системаһы эшләү тураһында белдерә[39].
Йыл | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 | 2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 | 2012 | 2013 | 2014 | 2015 | 2016 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Әйләнеш | 7,578 | 7,474 | 7,496 | 7,160 | 7,475 | 8,296 | 8,871 | 7,730 | 7,214 | 7,181 | 6,493 | 6,796 | 7,767 | 8,216 | 8,106 |
Саф табыш | 0,015 | 0,115 | 0,088 | 0,163 | 0,124 | 0,126 | 0,369 | -0,099 | -0,041 | -0,260 | -0,455 | 0,042 | -0,128 | -0,126 | 0,148 |
Актив | 8,186 | 8,371 | 9,091 | 9,499 | 10,61 | 11,72 | 12,55 | 12,01 | 12,87 | 12,92 | 13,30 | 14,21 | 15,33 | 15,83 | 16,67 |
Үҙ капиталы | 2,370 | 2,281 | 2,378 | 2,870 | 3,204 | 3,370 | 3,465 | 2,965 | 2,966 | 2,548 | 2,024 | 2,192 | 2,258 | 2,317 | 2,463 |
Иҫкәрмә. Японияла финанс йылының аҙағы булған 31 мартҡа ҡарата һәр йылдың мәғлүмәттәре.
Донъяның иң эре асыҡ компанияларынан торған Forbes Global 2000 исемлегендә 2016 йылда Sony 192-се урынды биләй, шул иҫәптән әйләнеш буйынса 96-сы, активтар буйынса 185-се, баҙар капиталлашыуы буйынса 300-сө, саф килем буйынса 593-сө була. Иң ҡиммәтле брендтар исемлегендә компания 76-сы урынды биләй[42].
Fortune Global 500 исемлегендә 2016 йылда Sony 113-сө урынға сыға (2015—116-сы, 2014—105-се)[43].
Сауҙа маркалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Sony α (Alpha)
- Sony BRAVIA
- Sony Cyber-shot
- Стол Television Sony
- Sony Communications Mobile
- Стол Music Sony
- Sony Handycam
- Sony Pictures
- Sony PlayStation
- Walkman Sony
- Sony Xperia
Менеджмент үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Sony'ҙың төп идеологы Сигеру Кобаяси билдәләүенсә, корпорация «дзен-буддасы Му принцибына тайпылышһыҙ эйәреп» идара ителә, идаралыҡты был һөҙөмтәле итә. Кобаяси әйтеүенсә, дзэнда Му «предметлаштырмауҙы» йәки «әйберләштермәүҙе» күҙҙә тота. Sony'ҙа был принцип ҡәтғи пландарға эйәреүҙән баш тартыу өсөн ҡулланыла. Корпорация менеджерына, Му принцибына ярашлы, «максималь һығылмалылыҡ» күрһәтергә кәрәк, был менеджерҙы — бюрократлашыуҙан, ә корпорацияны «ҙур күләмле булыуына ҡарамаҫтан, ҡатып ҡалыуҙан» ҡотҡара[44].
Акционерҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылға ҡарата Sony Corporation акцияларын тотоусыларҙың иң эреләре:
- Capital and Company Management Research — 6,85 %
- Sumitomo-Mitsui Trust Bank Limited — 5,04 %
- Japan BlackRock Co., Ltd. — 5,01 %
- Management PRIMECAP Company — 3,66 процент[45]
Бүлендек компаниялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Sony EMCS Corporation (Япония)
- Sony Semiconductor Corporation (Япония)
- Sony Marketing (Japan) Inc. (Япония)
- Sony Mobile Communications Inc. (Япония)
- Sony Computer Entertainment Inc. (Япония)
- Sony Visual Products Inc. (Япония)
- Sony Video & Sound Products Inc. (Япония)
- Sony Music Entertainment (Japan) Inc. (Япония)
- Sony Financial Holdings Inc. (Япония, өлөшө 60 %)
- Sony Life Insurance Co., Ltd. (Япония)
- Sony Bank Inc. (Япония)
- Sony Corporation of America (АҠШ)
- Sony Electronics Inc. (АҠШ)
- Sony Computer Entertainment America LLC (АҠШ)
- Sony Pictures Entertainment Inc. (АҠШ)
- Sony Music Entertainment (АҠШ)
- Sony Europe Limited (Бөйөк Британия)
- Sony Computer Entertainment Europe Limited (Бөйөк Британия)
- Sony Global Treasury Services Plc (Бөйөк Британия)
- Sony Overseas Holding B.V. (Нидерланд)
- Sony Mobile Communications AB (Швеция)
- Sony Electronics Asia Pacific Pte. Ltd. (Сингапур)
- Sony (China) Limited (Ҡытай)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 https://www.sony.com/ja/SonyInfo/News/Press/202005/20-039/
- ↑ Sony Corp. (Tokio) // https://pm20.zbw.eu/folder/co/020726 — 1908.
- ↑ https://www.sony.com/ja/SonyInfo/CorporateInfo/data/
- ↑ https://www.linuxfoundation.org/membership/members/
- ↑ https://www.w3.org/Consortium/Member/List
- ↑ https://www.wi-fi.org/membership/member-companies
- ↑ https://www.sdcard.org/about_sda/member_companies/index.html
- ↑ https://www.wirelesspowerconsortium.com/members/18268
- ↑ https://www.cipa.jp/e/guide/member-list.html
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Sony Annual Report 2021 SEC 20-F
- ↑ Forbes Sony Key Data
- ↑ https://www.sony.net/SonyInfo/CorporateInfo/History/history.html
- ↑ 会社概要|ソニーミュージックグループ コーポレートサイト (яп.)
- ↑ 提出書類内容照会画面(提出本文書)
- ↑ 15,0 15,1 15,2 ソニー、オリンパス株すべて売却 米ファンドが要求 (яп.) — 2019.
- ↑ ソニーがオリンパス株の半数売却、成長投資へ現金確保 (яп.) — 2015.
- ↑ ソニー株が4日続伸、オリンパス株全てを売却-物言うローブ氏要求 (яп.) — 2019.
- ↑ https://www.sonypictures.jp/corp/about
- ↑ https://www.docketalarm.com/cases/Delaware_District_Court/1--13-cv-01762/Pragmatus_Mobile_LLC_v._Sony_Mobile_Communications_%28USA%29_Inc._et_al./6/#q=1-7-1+Konan
- ↑ https://www.sie.com/corporate/history/2003_2012.html
- ↑ https://www.nyse.com/quote/XNYS:SONY
- ↑ https://web.archive.org/web/20240822165900/https://www.sony.com/ja/SonyInfo/CorporateInfo/data/
- ↑ https://coptr.digipres.org/NSRL_(National_Software_Reference_Library)
- ↑ Sony // (unspecified title)
- ↑ Geluidsbanden voor een bandrecorder
- ↑ Sony, Japan // https://www.centraalmuseum.nl/nl/maker/japan-sony
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Sony Corporation - Company Profile, Information, Business Description, History, Background Information (англ.). Advameg, Inc.. Проверено 21 декабря 2016.
- ↑ Отрывки из интервью Мориты. // East/west quartet. С. 26.
- ↑ Nelly N Ma’arif. Power of Marketing. Penerbit Salemba Empat, Manila, Philippines. ISBN 978-979-691-445-6. С. 314
- ↑ Акио Морита, 2014, с. 69
- ↑ UP Special №6, 2011, с. 56—57
- ↑ Sony: история гениальных изобретений. Компаньон (4 мая 2013). Проверено 9 марта 2015.
- ↑ Валерий Кодачигов, Александр Силонов. Создается крупнейший в мире производитель ЖК-экранов. // vedomosti.ru. Проверено 1 сентября 2011. 4 февраля 2012 года.
- ↑ Екатерина Брызгалова. Sony обойдется без Ericsson. // gazeta.ru (27 октября 2011). Проверено 13 декабря 2011. 5 февраля 2012 года.
- ↑ Каз Хираи уходит с поста главы Sony. VGTimes.Ru. Проверено 5 июня 2018.
- ↑ Sony Corp. - Company Officers 2017 йыл 21 август архивланған. (англ.). Reuters. Проверено 22 декабря 2016.
- ↑ Кадр с закрытой конференции Sony — ИгроМир
- ↑ Sony планирует выйти на рынок оперативного вызова такси
- ↑ Annual Report 2006 on SEC Filing Form 20-F (англ.). Sony Kabushiki Kaisha (1 September 2006). Проверено 19 декабря 2016.
- ↑ Annual Report 2011 on SEC Filing Form 20-F (англ.). Sony Kabushiki Kaisha (28 June 2011). Проверено 19 декабря 2016.
- ↑ Sony on the Forbes Global 2000 List (англ.). Forbes. Проверено 22 декабря 2016.
- ↑ Sony Stock Price, Financials and News 2016 йыл 23 декабрь архивланған. (англ.). Fortune. Проверено 22 декабря 2016.
- ↑ Уланов, Уланова, 2014
- ↑ SNE - Ownership Information (англ.). MSN Money (Microsoft). Проверено 23 декабря 2016.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Николай Надеждин Как "Тотсуко" стала транснациональной мегакорпорацией // UP Special : журнал. — 2011. — № 4. — С. 50—52. — ISSN 1729-438X. Архивировано из первоисточника 2 апрель 2015.
- Николай Надеждин Sony: шаги к мировому успеху // UP Special : журнал. — 2011. — № 6. — С. 55—57. — ISSN 1729-438X. Архивировано из первоисточника 4 март 2016.
- Акио Морита. Sony. Сделано в Японии = Made in Japan: Akio Morita and Sony. — М.: Альпина Паблишер, 2014. — 288 с. — ISBN 978-5-9614-4606-7.
- Уланов М. С., Уланова Г. В. Буддизм и современный менеджмент // Современные научные исследования и инновации. — М.: Международный научно-инновационный центр, 2014. — № 11—3 (43). — С. 198—201. — ISSN 2307-776X.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Глобаль сайт (инг.)(инг.)
- Sony Россия
- Sony Corporation — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.ЛентапедииSony Corporation — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Sony Corporation на сайте Комиссии по ценным бумагам и биржам (инг.)(инг.)