Сильва Давид
Давид Сильва | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Давид Хосуэ Хименес Сильва | |
Тыуа | 8 ғинуар 1986[1][2] (38 йәш) Аргинегин, Канар утрауҙары, Испания | |
Гражданлығы | Испания | |
Буйы | 170[3] см | |
Клубы | ||
Клубы | Манчестер Сити | |
Номер | 21 | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1995—2000 | Сан Фернандо | |
2000—2004 | Валенсия | |
Клуб карьераһы* | ||
2004—2010 | Валенсия | 118 (22) |
2004—2005 | → Эйбар | 35 (5) |
2005—2006 | → Сельта | 34 (4) |
2010—х. в. | Манчестер Сити | 301 (57) |
Йыйылма командаһы** | ||
2001—2002 | Испания (16 йәшкә тиклем) | 6 (2) |
2003—2004 | Испания (17 йәшкә тиклем ) | 20 (5) |
2004—2005 | Испания (19 йәшкә тиклем) | 14 (5) |
2001—2002 | Испания (20 йәшкә тиклем) | 5 (4) |
2004—2006 | Испания (21 йәшкә тиклем) | 9 (7) |
2006—2018 | Испания | 125 (35) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Донъя чемпионаттары | ||
Алтын | КАР 2010 | |
Конфедерациялар кубоктары | ||
Бронза | ЮАР 2009 | |
Көмөш | Бразилия 2013 | |
Европа чемпионаты | ||
Алтын | Австрия/Швейцария 2008 | |
Алтын | Польша/Украина 2012 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
Давид Хосуэ Хименес Сильва (исп. David Josué Jiménez Silva, испанса әйтелеше: [ˈsilβa daˈβið]; 8 ғинуар 1986 йыл, Аргинегин, Канар утрауҙары) — Испания футболсыһы, Англияның «Манчестер сити» клубы уйынсыһы һәм Испания милли йыйылма командаһының экс-уйынсыһы. Донъя чемпионы (2010), Испания йыйылма командаһы составында Европа чемпионы (2008 һәм 2012 йылдар).
Сильва ярымһаҡ һыҙатында һөжүм функцияһын үтәй, флангыларҙа ла уйнай ала, һул яҡҡа өҫтөнлөк бирә, сөнки һулаҡай, шулай уҡ үҙәк һөжүм итеүсе ярымһаҡсы бурысын да уңышлы башҡара. Сильва, йыш ҡына һөҙөмтәле пас тапшырып, плеймейкер функцияһын үтәй, шулай уҡ даими рәүештә икенсе һөжүмсе ролен башҡарып, команда һөжүмен тамамлап ҡуя.
Давид Сильва 14 йәшендә «Валенсия» йәштәр футбол клубына килеп эләгә һәм уның тәрбиәләнеүсеһе булып тора. Үҙен төп командала күрһәткәнгә тиклем ул ике миҙгел «Эйбар» һәм «Сельта» өсөн ҡуртым нигеҙендә сығыш яһай. «Валенсия» составында дүрт миҙгелдә 150-нән ашыу матчта ҡатнашып, 2010 йылда Сильва «Манчестер Сити» клубына күсә һәм шунан алып уның иң алдынғы уйынсылары береһе булып тора, клуб менән бергә дүрт тапҡыр Англия Премьер-лигаһында еңә, биш тапҡыр Футбол лигаһы кубогын ике тапҡыр Англия кубогын яулай.
Иртә йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Давид Сильва 1986 йылдың 8 ғинуарында Гран-Канария утрауының көньяғында ҙур булмаған Аргинегин ҡалаһында тыуа. Уның атаһы, Фернандо Хименес, сығышы менән Канар утрауҙарынан була, полицияла эшләй һәм йәш сағында төбәк кимәлендә ярымпрофессиональ футбол командаларында уйнай, шулай уҡ был командаларҙа Испания йыйылма командаһының буласаҡ уйынсыһы Хуан Карлос Валерон да була[4]. Давидтың әсәһе — Сильва Эва сығышы менән Япониянан. Үҙенең азат һыҙатлы булыуы һөҙөмтәһендә Давид бала сағында «Ҡытай» (исп. El Chino) ҡушаматын ала.
Сильваға футбол менән мауығыу атаһынан күсә. бала сағында ул атаһының күнекмәләренә һәм уйындарына йөрөй, майҙандан ситтә туп менән уйнай, күп ваҡытын урамда дуҫтары менән футбол уйнап үткәрә. Балалар командаһында уйынын Сильва ҡапҡасы булып башлай, һуңынан ялан уйынсыһы була. Кумиры Микаэль Лаудрупҡа оҡшарға тырышып, үҙ урынын вингер позицияһында таба.
14 йәшендә Сильваны Мадридтың "Реал"ына ҡарарға саҡыралар. Ул баш ҡалаға тиклем оҙон юл үтә, бер нисә күнекмә үткәрә, уның күнекмәләрен клубтың баш тренеры Висенте Дель Боске үҙе ҡарай, әммә һөҙөмтәлә буйы бәләкәй булғас, командаға тура килмәй. Бер нисә айҙан, йәштәртурнирҙарында уны иғтибарға алғандан һуң, Давид "Валенсия"ның йәштәр командаһына эләгә[5]. Атаһы уның менән күсенә һәм стадионға һаҡсы булып эшкә урынлаша[6].
Клуб карьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Валенсия»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2004 йылда "Валенсия"ла 18 йәшлек Сильваға урын табылмай, дәғүәселек бик юғары була, ә ул икенсе команда кимәленән үҫкән була. Йәш футболсы уйын тәжрибәһен туплаһын өсөн уны бер йылға Испанияның икенсе дивизиондағы «Эйбар» клубына ҡуртымға бирәләр. Ул команда составына яҡшы инеп китә һәм миҙгелдә 35 матч уйнап, 5 гол индерә. Киләһе миҙгелде лә Сильва ҡуртымда үткәрә, был юлы Испанияның элиталы дивизионына эләккән «Сельтала». Ул унда ла төп ролдәрҙә була, 34 уйын уйнай һәм 4 гол индерә. Сельта уйламаҫтан, "Валенсия"нан саҡ ҡына ҡалышып, турнир таблицаһының 6 юлын биләй[7].
Примерала дебют миҙгеленән һуң Сильва һәләтле һәм перспективалы уйынсы тип иҫәпләнә. 2006 йылда 20 йәшлек Давид бер ниндәй ауырлыҡһыҙ "Валенсия"ның төп командаһында нығына, команданан киткән Пабло Аймарҙы алмаштыра[8]. «Валенсия» составында дебют миҙгелен Кике Санчес Флорес етәкселегендә юғары кимәлдә үткәрә, Примераның, Испания кубогының һәм Чемпиондар лигаһының һәр матчында тиерлек уйнай. Миҙгел дауамында Сильва 49 уйында уйнап өлгөрә, 8 гол индереп, айырылып тора. 2007 йылдың 21 июнендә ул үҙ клубы менән ете йылға яңы контракт төҙөй[7][9].
2007/2008 йылдар миҙгеле «Валенсия» һәм Сильва өсөн ауыр була. Команда түбән кимәл күрһәтә, бер нисә ҡыйратыуға дусар була, ә яңы баш тренер Рональд Куман команданың алдынғы уйынсылары менән низағҡа инә, һөҙөмтәлә унан Каньисаресты, Ангулоны һәм Альбельданы ҡыуып сығара[10]. «Валенсия» чемпионатта 10-сы урын ала, әммә 2008 йылдың апрелендә Испания кубогын яулауға өлгәшә. Был Сильваның карьераһында беренсе профессиональ трофей була[7]. Команда өсөн ауыр миҙгел булыуына ҡарамаҫтан, Сильва барлыҡ уйындарҙа ҡатнаша һәм юғары әҙерлек күрһәткән аҙ һанлы уйынсыларҙың береһе була. Был уға Испания йыйылма командаһы менән Европа чемпионатына барыу мөмкинлеге бирә[11].
2008 йылдың йәйендә «Валенсия» эштән киткән Куманға компенсация түләү тһәм яңы клуб стадины төҙөү сығымдарына бәйле етди финанс проблемалары кисерә. Команданың ҡайһы бер алдынғы уйынсылары, шул иҫәптән Европа чемпионатында үҙен яҡшы күрһәткән Сильва ла башҡа клубтарға күсер, тип күҙаллана[12]. Футболсы менән Англия Премьер-лигаһы клубтары ҡыҙыҡһына. «Манчестер Юнайтед» етәкселегенең тәҡдимден «Валенсия» кире ҡаҡҡан, тигән хәбәрҙәр була, шулай уҡ испанлыны «Ливерпуль» һәм «Тоттенхэм» клубтары ла һатып алырға теләй. Авнгуста Давид үҙ клубы менән тағы ла биш йылға контракт төҙөй һәм шулай итеп "Валенсия"ла ҡалыу теләген белдерә[13].
2008 йылдың 30 авгусында, Примераның яңы миҙгелендәге беренсе беренсе матчында Сильва тағы ла һул балтырын йәрәхәтләй. Физиотерапия ярҙам итмәй һәм футболсыға сентябрҙә операция яһала, ул өс айҙан тергеҙеү ваҡытын үтә[14]. 2009 йылдың 3 ғинуарында, йәрәхәтләнгәндән һуң "Валенсия"ның төп составына тәүге тапҡыр сығып, Сильва «Атлетико Мадрид» командаһы ҡапҡаһына ике туп индерә. Был уның командаһына 3:1 иҫәбенә еңеү мөмкинлеген бирә. Marca гәзите, Сильва "Валенсия"ның йөҙөн ныҡ үҙгәртте, тип яҙа, ә El País баҫмаһы команданың еңеүен уның ҡаҙанышы тип баһалай[15]. Давид бик тиҙ элекке формаһына ҡайта һәм миҙгелдең ҡалған өлөшөн "Валенсия"ның төп составында үткәрә. 2009 йылдың йәйендә сираттағы тапҡыр башҡа клубтар уға иғтибар күрһәтә башлағас, «Валенсия» президенты Мануэль Льоренте, Сильва һатылмай, тип белдерә[7]. Испанлыны бигерәк тә Англияның «Ливерпуле» алырға тырыша һәм уның өсөн 25 миллион фунт тәҡдим итә[16].
«Манчестер Сити»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың 30 июнендә Давидтың «Манчестер Сити»ға күсеүе тураһында иғлан ителә. Трансфер суммаһы 28,5 миллион евро тәшкил итә. Контракт биш йылға иҫәпләнә[17]. Манчестерҙа Сильва яңынан асыла, клуб фанаттарын үҙенә ғашиҡ итә. Тевес—Сильва парын белгестәр Англия Премьер-лигаһының иң көслөһө тип таный.
2011/2012 йылдар миҙгелендә «Сити»ға Серхио Агуэро һәм Самир Насри кеүек оҫталар килә, әммә Давид был йондоҙло компанияла юғалып ҡалмай, киреһенсә, уларҙың фонында асығыраҡ күренә башлай һәм 2011 йылдың сентябрендә «Премьер-лиганың иң яҡшы ай уйынсыһы» исеменә лайыҡ була.
2014 йылдың авгусында футболсы «Манчестер Сити» менән контрактын тағы ла тағы биш йылға оҙайта.
«„Сити“ менән контракт оҙайтыу — минең өсөн ғәҙәти ҡарар. Мин карьерамдың иң яуҡшы йылдарын ошо клубта иҫ киткес көйәрмәндәр менән үткәрергә теләйем», — тип белдерә Сильва команданың рәсми сайтына биргән интервьюһында[18].
"Манчестер Сити"ҙа Давид төп уйынсы статусына эйә була. Һөжүмсе менән яҡшы бәйләнештә тора, дәғүәселәрҙең ҡапҡаһына даими хәүеф менән янай.
2017 йылдың декабрендә Сильва бер ни тиклем ваҡытта балаһының һаулығы менән проблемалар булыу арҡаһында уйндарҙа ҡатнашмай: «Минең улым Матео тыуҙы. Ул ваҡытынан алда тыуҙы һәм табиптар ярҙамында һәр көн йәшәү өсөн көрәшә»[19]. 2018 йылдың 11 майында Матео дауахананан сыға[20].
2019 йылдың 26 июнендә Сильва 2020 йылдың йәйендә «Манчестер Сити»ҙан китәсәген белдерә[21].
Йыйылма командаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2003 йылда үҫмерҙәр командалары араһында Донъя чемпионатында Давид «Бронза туп»ҡа эйә була һәм командаһына финалға етергә ярҙам итә[6]. 2005 йылдағы Донъя йәштәр чемпионатында дүрт гол индереп, Испания йыйылма командаһына турнирҙың 1/8 финалына етергә ярҙам итә[22].
Давидтың Испания йыйылма командаһы өсөн дебюты 2006 йылдың 15 ноябрендә Румынияға ҡаршы иптәштәрсә матчта үтә. Ул шулай уҡ Англия еңелгән матчта ла уйнай. Беренсе матчтарҙа яҡшы уйын күрһәтеп, Сильва йыйылма командала урынын һаҡлап ҡала. 2007 йылдың 22 авгусында, Грецияға ҡаршы иптәштәрсә матчта испандар 3:2 иҫәбенә еңә, Сильва 2 гол индерә. 2008 йылда Испания йыйылма командаһы өсөн триумфаль булған Европа чемпионатында, Рәсәй командаһына ҡаршы ярымфиналда ҡатнаша. Унда испандар 3:0 иҫәбе менән еңә, Сильва 82-се минутта өсөнсө гол индерә.
Давид үҙ активына 2010 йылдың Донъя чемпионатын индерә алмай, сөнки баш тренер Висенте дель Боске 24 йәшлек футболсыға Швейцария менән уйындағы еңелеүҙе (1:0) аҡлау мөмкинлеге бирмәй. Һуңыраҡ Давид был хаҡта: 2010 йылда Европа чемпионатында Швейцарияға еңелгәс, эҙемтәләре миңә генә ҡағылды. Был мин ҡорбан булған беренсе генә хәл түгел. Әгәр мин «Барселона» йәки «Реал» өсөн уйнаһам, хәл-торош икенсе булыр инеме икән? Дөрөҫөн әйткәндә, әгәр мин был командаларҙың берәйһенә күсһәм, миңә мөнәсәбәт икенсерәк булыр кеүек тойола", — ти.
2012 йылғы Европа чемпионатына һайлап алыу матчтарында Сильва 7 уйында 4 гол индерә. Бынан тыш бер нисә һөҙөмтәле пас тапшыра. Шулай итеп, был һайлап алыу циклында Сильва, туптар һаны буйынса һөжүмселәр Фернандо Торрес һәм Фернандо Льорентены уҙып, Давид Вильянан ҡала, йыйылма командаһының икенсе һөжүмсеһе итеп алына.
Евро-2012 финалында Сильва Италия командаһы ҡапҡаһына тәүге тупты индерә. Матч Испания йыйылма командаһы файҙаһына 4-0 иҫәбе менән тамамлана. Шулай уҡ айырыла: Альба Жорди, Фернандо Торрес һәм Хуан Мата айырылып тора.
2018 йылдың 13 авгусында, Рәсәйҙәге Донъя чемпионатынан һуң, 32 йәшендә йыйылма командалағы карьераһын тамамлай[23].
Уйын ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]4-3-3 схемаһы буйынса уйын ваҡытында бер һөжүмсе һәм ике һөжүм итеүсе флангы ярымһаҡсыһы һөжүме комбинацияһында Сильва бик йыш вингер функцияһын башҡара. Һулаҡай булһа ла, ул һул флангыла ла, уң флангыла ла уйнай уйнай ала[24], инсайд манераһына өҫтәнләк бирә, йәғни дәғүәселәр ҡапҡаһына яҡынлашҡан һайын үҙәккә күсә һәм юғары тиҙлеге, яҡшы дриблингыяйыраҡ үҙәк һаҡсыларға ҡаршы һөҙөмтәле уйнау мөмкинлеге бирә[25]. Әммә Сильва үҙәккә уйнарға сығып, оборонала асыҡ урын ҡалдырғанда флангы һаҡсыларына фланганы ҡапларға тура килә[26].
Башҡа, һөжүм линияһы тығыҙлығы юғары булғанда (мәҫәлән, ике һөжүмсе менән уйнағанда йәки үҙәк һөжүмсе ярымһаҡсы менән уйнағанда), фланга ярымһаҡсылары роле үҙгәрә. Был осраҡтаСильва бик йыш үҙәктә һөжүмселәр эргәһендә урынлаша, компактлы киңлектә хәрәкәт итә, әммә шул уҡ команда буйынса партнерҙарына һөжүм өсөн мөмкинлектәр булдырыу диспетчеры функцияһын башҡара[27]. Давид үҙе, үҙәктә уйнау уның өсөн әһәмитәлерәк, тип белдерә. Беренсенән, был позициянан уның үҙенең гол индереү мөмкинлектәре ҙурыраҡ[24], икенсенән, флангыла башҡарырға тура килгән оборона функцияларынан азат[26]
Сильва Премьер-лиганың элиталы плеймейкерҙары иҫәбенә инә. Ул уйын ҡырын яҡшы күреүе һәм пасты оҫта биреүе менән айырылып тора[28]. 2011/2012 йылдар миҙгелендә Сильва 12 һөҙөмтәле пас бирә һәм ошо күрһәткес буйынса Премьер-лиганың лидеры булып таныла[29]. 2013/2014 йылдар миҙгеле уртаһында пастар һаны буйынса (90 минут уйын ваҡытында уртаса 78,94) лидерҙар рәтендә була, шул уҡ ваҡытта уның пасының 88 проценты адресатҡа барып етә[30]. 2013/2014 йылдар миҙгелендә Давид 86 гол мөмкинлеген тыуҙыра, «Манчестер Сити»ҙа был күрһәткес буйынса уны Самир Насри ғына уҙа(92)[31].
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Командала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Испания кубогы эйәһе: 2007/08
- Англия чемпионы (4): 2011/12, 2013/14, 2017/18, 2018/2019
- Англия кубогы эйәһе(2): 2010/11, 2018/19
- Англия суперкубогы эйәһе (3): 2012, 2018, 2019
- Футбол лигаһы кубогы эйәһе (5): 2013/14, 2015/16, 2017/18, 2018/19, 2019/20
Шәхси
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- АПЛ ай уйынсыһы: сентябрь 2011
- Премьер-лиганың иң яҡшы ассистенты: 2011/12[29]
- УЕФА версияһы буйынса 2012 йылғы Европа чемпионатының символик йыйылма командаһы составына инә
- PFA версияһы буйынса йыл командаһы составына ингән(2): 2011/12, 2017/18
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2020 йылдың 5 мартында яңыртыла
Клуб | Миҙгел | Чемпионат | Милли кубоктар | Еврокубкоктар | Йәмғеһе | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Лига | Уйындар | Голдар | Пастар | Уйындар | Голдар | Пастар | Уйындар | Голдар | Пастар | Уйындар | Голдар | Пастар | ||
Эйбар | 2004/2005 | Сегунда | 35 | 4 | - | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 35 | 4 | - |
Сельта | 2005/2006 | Примера | 34 (31) | 4 | - | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 0 | 34 (31) | 4 | - |
Валенсия | 2006/2007 | Примера | 36 (31) | 4 | 1 | 2 (1) | 1 | 0 | 11 (7) | 3 | 2 | 49 (39) | 8 | 3 |
2007/2008 | Примера | 34 (32) | 5 | 6 | 8 (7) | 1 | 5 | 8 (7) | 1 | 0 | 50 (46) | 7 | 11 | |
2008/2009 | Примера | 19 (17) | 4 | 8 | 5 (4) | 1 | 0 | 3 (2) | 1 | 0 | 27 (23) | 6 | 8 | |
2009/2010 | Примера | 30 (28) | 8 | 7 | 2 (1) | 1 | 0 | 8 (8) | 1 | 4 | 40 (37) | 10 | 11 | |
«Валенсия» өсөн барлығы | 119 (108) | 21 | 22 | 17 (13) | 4 | 5 | 30 (24) | 6 | 6 | 166 (145) | 31 | 33 | ||
Манчестер Сити | 2010/2011 | Премьер-лига | 35 (30) | 4 | 8 | 8 (6) | 1 | 4 | 10 (8) | 1 | 2 | 53 (44) | 6 | 14 |
2011/2012 | Премьер-лига | 36 (33) | 6 | 17 | 3 (3) | 0 | 2 | 10 (10) | 2 | 2 | 49 (46) | 8 | 21 | |
2012/2013 | Премьер-лига | 32 (29) | 4 | 10 | 6 (5) | 1 | 3 | 3 (3) | 0 | 0 | 41 (37) | 5 | 13 | |
2013/2014 | Премьер-лига | 27 (26) | 7 | 12 | 7 (5) | 0 | 1 | 6 (5) | 1 | 3 | 40 (36) | 8 | 16 | |
2014/2015 | Премьер-лига | 32 (32) | 12 | 11 | 4 (2) | 0 | 2 | 6 (4) | 0 | 1 | 42 (38) | 12 | 14 | |
2015/2016 | Премьер-лига | 24 (22) | 2 | 11 | 4 (4) | 0 | 0 | 8 (8) | 2 | 1 | 36 (34) | 4 | 12 | |
2016/2017 | Премьер-лига | 34 (31) | 4 | 8 | 4 (4) | 2 | 1 | 8 (8) | 2 | 2 | 46 (43) | 8 | 11 | |
2017/2018 | Премьер-лига | 29 | 9 | 11 | 2 | 0 | 2 | 7 | 0 | 2 | 38 | 9 | 15 | |
2018/2019 | Премьер-лига | 33 | 6 | 8 | 8 | 1 | 2 | 9 | 3 | 2 | 50 | 10 | 19 | |
2019/2020 | Премьер-лига | 19 | 3 | 7 | 7 | 0 | 1 | 2 | 0 | 0 | 28 | 3 | 8 | |
«Манчестер Сити» өсөн барлығы | 301 | 57 | 105 | 50 | 5 | 18 | 68 (43) | 11 | 15 | 423 (283) | 73 | 136 | ||
Карьераһында барлығы | 489 | 83 | 127 | 66 | 9 | 23 | 96 | 17 | 21 | 654 | 111 | 169 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ DAVID SILVA jimenez // https://bdfa.com.ar/jugadores-51723.html (исп.)
- ↑ David Silva // FBref.com (билдәһеҙ)
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 23 апрель 2019. Архивировано из оригинала 19 июнь 2018 года. 2018 йыл 19 июнь архивланған.
- ↑ Player Biography: David Silva // World Soccer. — IPC Inspire, May 2012. — С. 50—55.
- ↑ Kay, Alex. David Silva: From a childhood in a Spanish fishing village to Premier League superstar... (ингл.). DailyMail (20 октябрь 2011). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ 6,0 6,1 Woitalla, Mike. Nani & David Silva: When they were children (ингл.). SoccerAmerica (26 июнь 2012). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 7,3 "Азиат" для грандов . Soccer.ru (14 август 2009). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ David Silva - Profile (ингл.). UEFA.com (3 июль 2013). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ Who can replace Ronaldo? (ингл.). BBC Sport (12 июнь 2009). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ Koeman adds Angulo to Valencia blacklist (ингл.). The Globe and Mail (19 декабрь 2007). Дата обращения: 17 ноябрь 2015.
- ↑ The Goal.com 50: David Silva (44) (ингл.). Goal.com (24 декабрь 2008). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ Liverpool linked to Valencia's David Villa and David Silva (ингл.). Daily Post (7 июнь 2008). Дата обращения: 17 ноябрь 2015.
- ↑ Silva opts to stay with Valencia (ингл.). BBC Sport (13 август 2008). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ Silva resigned to three-month absence (ингл.). UEFA.com (12 сентябрь 2008). Дата обращения: 17 ноябрь 2015.
- ↑ Sparkling Silva, Valencia's gem, leaves Atlético in the shade (ингл.). The Guardian (5 ғинуар 2009). Дата обращения: 17 ноябрь 2015.
- ↑ Valencia President: David Silva Will Not Be Leaving The Club (ингл.). Goal.com (31 июль 2009). Дата обращения: 17 ноябрь 2015.
- ↑ Официально: Давид Сильва подписал контракт с Манчестер Сити 2010 йыл 7 июль архивланған. footbolla.net.ru 30.06.2010 г.
- ↑ Silva signs new five-year deal at City . Manchester City FC. Дата обращения: 28 ғинуар 2016. 2014 йыл 12 август архивланған.
- ↑ Давид Сильва сообщил, что его ребёнок родился недоношенным и борется за жизнь
- ↑ Manchester City’s David Silva parades baby boy as Mateo steals the show before Huddersfield win
- ↑ David Silva: Manchester City midfielder to leave club at end of 2019-20 season
- ↑ Manchester City new boy David Silva: The Prada-wearing Japanese machete fighter who started life in goal... (ингл.). DailyMail (1 июль 2010). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ Давид Сильва завершил карьеру в сборной Испании (рус.), Sports.ru. 13 август 2018 тикшерелгән.
- ↑ 24,0 24,1 Premier League: Manchester City's David Silva believes pressure is now on Chelsea (ингл.). Sky Sports (23 декабрь 2014). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ Positional Analysis: What Has Happened To All The Wingers? (ингл.). Just-Football (21 июнь 2012). Дата обращения: 10 май 2015. 2021 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 26,0 26,1 Das, Susmit. What is David Silva’s best position? (ингл.). Think Football (5 ноябрь 2014). Дата обращения: 10 май 2015. Архивировано из оригинала 18 май 2015 года.
- ↑ Talintyre, Dan. David Silva: Why This Season Doesn't Compare to Last Season for Man City Man (ингл.). Bleacher Report (15 апрель 2013). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ Hughes, Lewis. David Silva: Is He the Best Player in the English Premier League? (ингл.). Bleacher Report (18 октябрь 2011). Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ 29,0 29,1 Barclays Premier League Statistics - 2011/2012 (ингл.). ESPN. Дата обращения: 10 май 2015.
- ↑ Coverdale, Jimmy. The Premier League’s Best Passers: Led by Toure, Silva & Arteta (ингл.). BSports.com (6 ғинуар 2014). Дата обращения: 10 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Keegan, Mike. The dream makers: Silva and Nasri supply line fuels City success (ингл.). Machester Evening News (14 май 2014). Дата обращения: 10 май 2015.