Эстәлеккә күсергә

Одиссей

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Одиссей
Όδυσσεύς
Тиресий Одиссейға өгөт-тәсихәт бирә, вазаға төшөрөлгән рәсем. Б.Э. IV быуат
Тиресий Одиссейға өгөт-тәсихәт бирә, вазаға төшөрөлгән рәсем.
Б.Э. IV быуат
Мифология

Боронғо грек мифологияһы

Тип

Греция

Урыны

Троя, Итака, Урта диңгеҙ буйы

Грексә яҙылышы

Όδυσσεύς

Латинса яҙылышы

Ulysses (Улисс)

Заты

ир

Шөғөлө

Итака батшаһы

Атаһы

Лаэрт

Әсәһе

Антиклея

Туғандары

Ктимена[d]

Ҡатыны

Пенелопа

Балалары

Телемах, бер нисә эйәрсен балалар

Бәйле персонаждар

Ҡурсаусы — Афина, дошманы — Посейдон

Йәшәгән дәүере

Троя һуғышы осоро

Билдәләре

хәйлә

Бәйле ваҡиғалар

Троя һуғышы

Атрибут

һаҡал, грек моряктарының баш кейеме

Телгә алынған

«Илиада», «Одиссея»

 Одиссей Викимилектә

Одиссе́й (бор. грек. Ὀδυσσεύς — Страдающий; лат. Ulysses, Ули́сс), боронғо грек мифологияһында[1] Итака батшаһы, Лаэрт һәм Антиклеяның улдары, Пенелопаның ире һәм Телемаханың атаһы, Троян һуғышында ҡатнашыусы булараҡ дан ҡаҙана, аҡыллы һәм тапҡыр оратор. "Илиада"ла төп персонаждарҙың береһе. «Одиссея» поэмаһының баш геройы, әҫәрҙә оҙаҡ йылдар сит яҡтарҙа берәҙәк булып йөрөүе һәм тыуған яғына ҡайтыуы тураһында хикәйәләнә. Одиссей ҡыйыулығы менән генә түгел, хәйләкәрлеге, тапҡырлығы менән дә билдәле була. Шуға ла уның «аҡыллы хәйләкәр» тигән ҡушаматы була.

рәссам Уолтер Крейн картинаһы

Ғәҙәттә, грек моряктарының кәпәсен кейгән һаҡаллы ир итеп һүрәтләнә.

Этимология исемендәге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гректар «Одиссей» исеменең бер нисә мәғәнәһен тәҡдим итәләр':

  • грексә — 'οδύσσομαι' ('асыуландырылған, асыуланыу) «асыуланған», «күрә алмаусы» тигәнде аңлата. Бер варианты «аллаларҙы асыуландырыусы».
  • Птолемей Гефестион буйынса, уны тәүге исеме Утис («бер кем түгел») ҙур ҡолаҡтары өсөн бирелә.

Тыуыуы һәм йәшлек йылдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Үҙенең исемен, гректар этимологияһы буйынса «күрә алмаусы» (Жуковскийҙа «асыулы») Автолик ҡартатаһынан ала[2]. Ҡайһы берәүҙәр уны Сисиф улы тиҙәр[3]. Истр Александрийский буйынса, Антиклея уны Алалкоменияның Беотияһында таба[4].
  • Одиссейҙың Автоликтың улдары менән һунар иткән урындарын Дельфала күрһәтәләр[5].
  • Одиссей Спартаға килә һәм Һылыу Еленаны кәләшлеккә әйттереүҙә ҡатнаша[6]. Шунда Пенелопаны осрата. Еленаның атаһы Тиндарейға, Елена кейәүгә сыҡҡас, низағтар башланмаһын өсөн алдан уҡ бөтә кейәүҙәрҙән Елена кемегеҙҙе һайлаһа, шуға бөтәгеҙ ҙә ярҙам итәсәкһегеҙ, тип ант иттерергә тәҡдим итә[7]. Пенелопаға өйләнергә теләүселәр араһындағы ярыш — йүгереүҙә еңгәс, Келевтия Афинаһына Спартала өс храм төҙөй[8]. Аттары табылғас, Гиппия Посейдонына Фенеяла (Аркадий) статуя бағышлай[9]. Пенелопаға өйләнгәс, Итакаға ҡайта.

Троян һуғышының башланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Еленаны Парис урлағандан һуң Еленаға ғашиҡ булып, заманында уға өйләнергә теләүселәр Троян һуғышына йыйылалар. Одиссейға күрәҙәсе, әгәр Трояға барасаҡ булһаң, 20 йыл берәҙәклектә йөрөп, меҫкен булып, юлдаштарыңды юғалтып, яңғыҙ ҡайтасаҡһың, тип иҫкәртә. Одиссей аҡылдан шашҡан булып ҡыланырға була: һабанға ат менән үгеҙҙе егә лә тоҙ сәсә башлай, Паламед уның алдағын фаш итә[10]. Паламед яңы тыуған бала Телемахты һабан аҫтына һала[11], Одиссей дөрөҫөн әйтергә мәжбүр була. Һуғышҡа киткәндә Одиссей Паламедтан үс алырға була[12].
  • Фетида Ахиллес улының һуғыштан ҡайтмаясағын белгәнгә уны яуға ебәрмәҫ өсөн Скирос утрауының батшаһы Ликомедта йәшерә. Ахиллес ҡатын-кыҙҙар кейемендә батша ҡыҙҙары араһында була. Әсәһе тарафынан ҡатын-кыҙҙар араһына йәшерелгән Ахилды табып, һуғышҡа алып китер өсөн, Одиссей һәм Диомед алыпһатар ҡиәфәтендә Скирос утрауына киләләр һәм тауарҙарын һатырға йәйеп һалып, юлбаҫарҙар һөжүмен уйнайҙар. Одиссей, ҡатын-ҡыҙ биҙәнеү әйберҙәре араһына ҡорал һала ла бер юлы хәрби клич һәм шау-шыу күтәрергә бойора[13]. Барлыҡ ҡатын-кыҙҙар ҡоттары осоп ҡаса башлайҙар, бары тик береһе генә, ҡоралына йәбешә, шул рәүешле Ахилл үҙен белдерә.
  • Одиссея ҡалҡанында дельфин һүрәте була[14].
Одиссей һәм Диомед үззәре үлтергән Троян батшаһы Рестың аттарын урлайҙар. Ҡыҙыл фигуралы аттик амфора, 360 йыл б.э.т.
Троян аты миконос вазаһында, 670 йыл б.э. тиклем
  • Кефаллониянан (йәки Итакинан) Одиссей Трояға 12 карап килтерә[15].
  • Тенедос юлында Ахилл менән бәхәсләшә[16]. Гомер фаразы буйынса, Ахилл менән мәжлестә бәхәсләшә[17].
  • Ҡараптар Троя ярҙарына килеп еткәс, һөжүм башланмай тора, сөнки күрәҙәселәр был ерҙәргә беренсе булып баҫҡан кеше һәләк буласаҡ тип иҫкәртәләр. Одиссей яугирҙәрҙе эйәртер өсөн караптан беренсе булып һикереп төшә, ләкин үҙенең аяҡтары аҫтына ҡалҡан ырғытып өлгөрә. Шуға ла ергә беренсе булып Протесилай баҫҡан булып сыға һәм ул һәләк була.
  • Трояға илсе булып бара[18].
  • Одиссей Паламедты һатлыҡ йән итеп күрһәтеп, уға булған үсен тормошҡа ашыра.
  • "Илиада"ла 17 троян яугирен үлтерә[19].
  • Одиссей һәм Аякс Теламонид Ахилдың кәүҙәһен һаҡлайҙар[20]. Одиссей Афинаға мөрәжәғәт итә һәм Ахилдың һуғыш кейеме, ҡоралдары Одиссейға тапшырыла, быға Аякс ғәрләнеп үҙенә ҡул һала.
  • Күрәҙәселәр һуғыштың Геракл уғынан башҡа еңеү менән бөтмәйәсәген әйтәләр. Геракл уғы һуғыш башланғанда утрауҙа ташлап ҡалдырылған Филоктет ҡулында була. Одиссей асыуынан ярһыған Филоктет янына утрауға китә һәм уҡты үҙенә бирергә өгөтләй[21]).
  • Күрәҙәселәр талабы буйынса Диомед дуҫы менән бергә Одиссей Ахилдың улы Неоптолемды һуғышта ҡатнашырға өгөтләй. Атаһының ҡоралдарын уға бирә.
  • Приамдың улы Гелен күрәҙәселек итеүе буйынса, еңеү өсөн Троянан палладиумды — Афинаның һынын алырға кәрәк. Одиссей Диомед менән бергә уны урлайҙар.
  • Троян атын Одиссей уйлап таба. Троян аты эсендә үҙе лә ултыра[22].
  • Троя алына, караптар китәләр.
  • Одиссейҙың караптары лотофагтар утрауына килеп туҡтай. Бында лотос ашаусылар йәшәй. Йәшәүҙең мәғәнәһен улар үҙ-үҙҙәрен онотоу хәленә еткереүҙә күрәләр. Лотос ашау уларға онотолорға ярҙам итә. Бында Одиссей командаһының бер өлөшөн юғалта.
Одиссей үҙенең юлдаштары менән циклоп Полифемдың күҙен сығаралар. Ҡара фигуралы биҙәү, 565—560 се йылдар б.э.тиклем
  • Одиссейҙың караптары циклоптар утрауына килеп туҡтай, яугирҙәр мәмерйәлә ҡунырға булалар, төн уртаһында алпамыша Полифем ҡайтып инә. Мәмерйә уның ятағы булып сыға. Циклоп командаларының бер өлөшөн ашай. Одиссей уны осло һайғау менән күҙһеҙ ҡалдыра. Циклоп Одиссейҙы тотор өсөн һарыҡтарҙы һәрмәй-һәрмәй берәм-берәм мәмерйәнән сығара башлай. Одиссей бер һарыҡтың аҫтына инеп, йөнөнә йәбешеп мәмерйәнән сыға ала.
  • Одиссейҙың караптары Эол утрауына килеп туҡтай. Эол — елдәр батшаһы. Ул Одиссейға йөн моҡсай бирә, унда елдәр тупланған була. Итаки ярҙары күренгәс кенә моҡсайҙы сисергә ҡуша. Одиссейҙың иптәштәре батша хазина биргән тип уйлап Одиссей йоҡлағанда йәшерен генә моҡсайҙы сисәләр. Елдәр ысҡынып күҙ асып йомғансы караты инде күренгән Итаки ярҙарынан алып китәләр.
  • Лестригон-каннибалдар утрауында Одиссейҙың күп кешеләрен юғалта, лестригон-каннибалдар уларҙы ашай. Уның бер генә карабы ҡала.
Одиссей сихырсы Цирцеяла. Ҡыҙыл фигуралы биҙәү, 440 йыл б. э. тиклем
  • Одиссейҙың карабы сихырсы Цирцея утрауына килеп туҡтай. Уның һыйынан кешеләр дуңғыҙҙарға һәм башҡа мал-тыуарҙарға әүерелә. Одиссей уның һөйгән йәренә әүерелә, Цирцея уға буйһона.
  • Одиссей ер аҫты батшалығына күрәҙәсе Тиресий менән һөйләшергә төшә. Ул унан ни эшләһә уға аллалар ҡайтырға рөхсәт итәсәктәрен белергә теләй. Тиресий уның һорауына яуап биреп, тағы быларҙы өҫтәп әйтә: «Үҙеңдең ел-дауыллы Итаиңды ташла ла рәхәтләнеп сәйәхәт ит. Һин диңгеҙ белмәгән кешеләрҙе осратасаҡһың, уларҙы диңгеҙ аллаһын хөрмәт итергә өйрәтергә тейешһең».
Одиссей сиреналарҙың йырына бирешмәҫ өсөн мачтаға бәйләнеп ҡуйылған. Ҡыҙыл фигуралы ваза. 480—470 йылдар б.э. тиклем.
  • Цирцеяла бер йыл йәшәгәндән һуң Одиссей артабан китә. Одиссей сиреналар утрау янынан үтеп китергә тейеш була. Гомерҙан һуңғы хикәйәттәрҙә сиреналар ҡанатлы ҡыҙҙар йәки балыҡ ҡойроҡло ҡатындар, йә ҡош тәнле, тауыҡ аяҡлы ҡыҙҙар булып тасуирланалар. Кейәүгә сығырға теләмәгәндәре өсөн ярымҡоштарға уларҙы Афродита әйләндерә. Зевс уларға йәшәргә Анфемоэссу утрауын бирә, утрау Цирцея ерҙәре менән Сцилла араһында була, сиреналар утрауҙың ҡаяларында йәшәйҙәр. Утрау сиреналар ҡорбандарының һөйәктәренән һәм кипкән тиреләренән ағарып ята. Үҙҙәренең йырҙары менән улар үтеп барған ҡараптарҙы арбайҙар. Сәйәхәтселәр үҙ-үҙҙәрен онотоп, утрауға яҡын килгән һәм караптары менән һәләк булған. Одиссей Цирцеяның иҫкәртеүе арҡаһында ғына үлемесле һәләкәттән ҡотола: ул юлдаштарының ҡолаҡтарына балауыҙ ҡоя, ә үҙен мачтаға бәйләп ҡуйырға ҡуша. Әгәр берәйһе һеҙҙең йырығыҙға ҡыҙыҡмай янығыҙҙан үтеп китә алһа, һеҙ һәләк буласаҡһығыҙ, тип сиреналарға үлемдәре тураһында алдан иҫкәртелгән була. Одиссейҙың карабы улар янынан үтеп киткәс тә, сиреналар диңгеҙгә ташланып ҡаяға әүереләләр.
  • Сцилла һәм Харибдо, ҡот осҡос ғифрит һәм көслө өйөрмә араһынан үткәндә 6 кешене юғалта. Уларҙы ғифрит ашай.
  • Гелиос утрауында Одиссейҙың иптәштәре ҡояш аллаһының үгеҙҙәрен үлтерәләр. Бының өсөн улар өҫтөнә Зевс тарафынан ебәрелгән дауыл ябырыла. Дауыл карапты юҡ итә, бер Одиссей ғына иҫән ҡала.
  • Одиссейҙы тулҡындар Калипсо нимфаһының утрауына сығарып ырғыта. Ул нимфаның һөйгән йәренә әүерелә. Утрауҙа бер генә карап та булмай, Одиссей унда ете йыл ҡалырға мәжбүр була. Ниһайәт, аллалар Одиссейҙы ғәфү итәләр. Калипсоға Гермес килә һәм аллаларҙың сихырсы ҡатынға Одиссейҙы ебәрергә ҡушыуын еткерә. Одиссей һал төҙөп, нимфа утрауынан китә.
  • Одиссей феактар утрауына йөҙөп килә, уны Навсикая батшабикәһе таба. Одиссей феактарға үҙенең тарихын һөйләй. Улар уны карапҡа ултыртып, Итаку утрауына алып баралар[23].
Одиссей кейәүҙәрҙе үлтерә. Ҡыҙыл фигуралы биҙәү скифоста, 450 йыл б. э.т.
  • Үҙенең исемен, гректар этимологияһы буйынса «күрә алмаусы» (Жуковскийҙа «асыулы») Автолик ҡартатаһынан ала[24]. Ҡайһы берәүҙәр уны Сисиф улы тиҙәр[25]. Истр Александрийский буйынса, Антиклея уны Алалкоменияның Беотияһында таба[26].
  • Одиссейҙың Автоликтың улдары менән һунар иткән урындарын Дельфала күрһәтәләр[27].
  • Одиссей Спартаға килә һәм Һылыу Еленаны кәләшлеккә әйттереүҙә ҡатнаша[28]. Шунда Пенелопаны осрата. Еленаның атаһы Тиндарейға, Елена кейәүгә сыҡҡас, низағтар башланмаһын өсөн алдан уҡ бөтә кейәүҙәрҙән Елена кемегеҙҙе һайлаһа, шуға бөтәгеҙ ҙә ярҙам итәсәкһегеҙ, тип ант иттерергә тәҡдим итә[29]. Пенелопаға өйләнергә теләүселәр араһындағы ярыш — йүгереүҙә еңгәс, Келевтия Афинаһына Спартала өс храм төҙөй[30]. Аттары табылғас, Гиппия Посейдонына Фенеяла (Аркадий) статуя бағышлай[31]. Пенелопаға өйләнгәс, Итакаға ҡайта.
  • Итакала Афина Одиссейҙы танымаһындар өсөн, уны хәйерсе ҡартҡа әйләндерә. Одиссей сусҡа ҡараусы Эвмейҙа йәшәй, үҙенең улына Телемахҡа асыла. Кейәүҙәрҙең ҡоторғанын күрер өсөн һарайына бара. Одиссейҙы кәмһетеп көләләр. Эвриклеяның няняһы уны яра эҙенән таный. Тоғро эте Аргус уны таный ҙа үлә.
  • Пенелопа улының кәңәше буйынса кейәүҙәргә шундай шарт ҡуя: кем дә кем Одиссейҙың йәйәһен тартып, 12 балдаҡ аша уҡты үткәрә ала, ул уға кейәүгә сығырға риза буласаҡ, Хәйерсе ҡарттан башҡа йәйәне тарта алмай. Улы Телемаха менән бергә Одиссей кейәүҙәрҙе, ә улар бер нисә тиҫтә кеше була, үлтереп бөтә.
  • Кейәүҙәрҙең ата-әсәләре баш күтәреп маташалар, ихтилалды баҫалар. Одиссей атаһы менән осраша.
Кейәүҙәрҙе юҡ итеү

Троян һуғышының башланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һәләк булған кейәүҙәрҙең ата-әсәләре, күренекле кешеләр, Одиссейҙы хөкөмгә тарттылар. Третей судьяһы булып Эпир батшаһы һайлана һәм яҡын-тирә утрауҙарҙан Неоптолем. Ул былай тип хөкөм сығара: Одиссей үҙенең Итаки батшалығынан 10 йылға ҡыуылырға тейеш. Был йылдар эсендә кейәүҙәрҙең вариҫтары Одиссейға килтерелгән зыянды уның урынына тәхеткә ултырған улы Телемахҡа түләп бөтөрөргә тейеш[32].
  • Мәңгелек дошманы Посейдон уға ҡарата йөҙ менән боролһон өсөн, күрәҙәсе Тиресей кәңәше буйынса, Одиссей ишкәк күтәреп тауҙар аша йәйәү китергә тейеш. Одиссейҙың ил гиҙеүе, Тиресей әйтеүе буйынса, диңгеҙ тураһында ишетмәгән кешеләр ерендә тамамланырға тейеш[33]. Феспротияла урындағы халыҡ ишкәкте күреп, Одиссейға: «Ниндәй көрәк күтәреп китеп бараһың?» тип ҡысҡыра,. Одиссей Посейдонға ҡорбан килтерә һәм Посейдон уға мәрхәмәтлек күрһәтә[34].
  • Одиссей феспроттар батшабикәһе Каллидикаға өйләнә һәм ғәскәр башында Арес етәкселендәге бригтарға ҡаршы яуға сыға. Аполлон ҡушыуы менән ике яҡ килешергә була.
  • Одиссей Этолия йәки Эпирҙа үлә. Үлгән ерендә күрәҙәсе батыр булараҡ хөрмәт ителә[35].

Туғандаш мөнәсәбәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Няня Одиссейҙы аяғындағы яра буйынса таный

Антик әҙәбиәт сығанаҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Гомер. «Илиада»
  • Гомер. «Одиссея»
  • «Телегония»
  • Вергилий. «Энеида»
  • Софокл. Пьесалар «Аякс», «Филоктет»
  • Еврипид. Пьесалар «Гекуба», «Киклоп», «Рес».
  • Аполлодор Афинский. «Эпитомы», III, 7; V, 6-22; VII, 1-40
  • Псевдо-Аполлодор. «Мифологик китапхана», III, 8
  • Овидий. «Метаморфозы», XIII, 1-398
В.Серов. Одиссей һәм Навсикая
  1. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т.2. С.243-246, Любкер Ф. Реальный словарь классических древностей. М., 2001. В 3 т. Т.2. С.479-482; Псевдо-Аполлодор.
  2. Гомер.
  3. Эсхил. Суд об оружии, фр.175 Радт; Софокл. Эант 190; Еврипид. Ифигения в Авлиде 525
  4. Ликофрон. Александра 783 и комм.; Плутарх. Греческие вопросы 43
  5. Павсаний.
  6. Гесиод. Перечень женщин, фр.198 М.-У.; Гигин. Мифы 81
  7. Псевдо-Аполлодор.
  8. Павсаний.
  9. Павсаний.
  10. Ликофрон. Александра 819; Гигин. Мифы 95
  11. Стасин.
  12. Гомер.
  13. Гигин. Мифы 96
  14. Стесихор. Разрушение Трои, фр.225 Пейдж; Ликофрон. Александра 656
  15. Гомер.
  16. Софокл. Сотрапезники, фр.566 Радт
  17. Гомер. Одиссея 75-78 и схолии // Примечания В. Н. Ярхо в кн. Гомер. Одиссея. М., 2000. С.393
  18. Овидий.
  19. Гигин. Мифы 114
  20. Гомер.
  21. Павсаний.
  22. Гигин. Мифы 108; Квинт Смирнский.
  23. Гигин. Мифы 125
  24. Гомер.
  25. Эсхил. Суд об оружии, фр.175 Радт; Софокл. Эант 190; Еврипид. Ифигения в Авлиде 525
  26. Ликофрон. Александра 783 и комм.; Плутарх. Греческие вопросы 43
  27. Павсаний.
  28. Гесиод. Перечень женщин, фр.198 М.-У.; Гигин. Мифы 81
  29. Псевдо-Аполлодор.
  30. Павсаний.
  31. Павсаний.
  32. Плутарх. Греческие вопросы 14
  33. Гомер.
  34. Павсаний.
  35. Секст Эмпирик.