Демократия
Демокра́тия (бор. грек. δημοκρατία — «халыҡ власы», δῆμος — «халыҡ» һәм κράτος — «власть») — бөтә ҡатнашыусылар ҙа ҡабул ителәсәк ҡарарға тигеҙ йоғонто яһай ала торған коллектив ҡарарҙар ҡабул итеү ысулы нигеҙендәге сәйәси режим[2]; йәмғиәттең власть башында халыҡ тороуына, халыҡтың дәүләт эштәренә идара итеүенә нигеҙләнгән сәйәси ҡоролош формаһы; бөтә коллектив ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла торған етәкселек формаһы[3]; власть халыҡ ҡулында булған, тиң хоҡуҡтар һәм ирек тәьмин ителгән сәйәси ҡоролош; берәй коллективҡа етәкселек иткәндә уның активлығын һәм йоғонтоһон тәьмин итеү принцибы[4].
Демократия тураһында бәхәстәр боронғо Гректар заманынан алып бөгөнгө көнгә тиклем бара. Демократия төшөнсәһенә түбәндәгесә аңлатма бирелә:
- сәйәси режим тибы;
- дәүләттең ойоштороу һәм идара итеү формаһы;
- граждандарҙың иреген ойоштороу принцибы, уның менән бәйле сәйәси һәм мораль характерҙағы вазифаоар йыйылмаһы;
- шәхестең потенциалын үҫтереү, йәмғиәт тормошона йәлеп итеү саралары.
Демократия тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Демократия Боронғо Греция ҡалаһы Афинала барлыҡҡа килгән. Бөтә төп ҡарарҙар, закондар Халыҡ йыйынында ҡабул ителгән. Аҙнаһына бер тапҡыр меңерләгән ирекле граждандар тау итәгендә йыйыла, ундағы махсус таш эскәмйә-баҫҡыстарға ултырыша. Йыйын аяҙ көндә булырға тейеш тип һаналған, сөнки Аллалар улар хөрмәтенә килтерелгән ҡорбанды ғына күрә, ғәҙелһеҙ эштәргә ҡарата халыҡ ҡәһәрен ишетә, тип уйлағандар. Граждандар төрлө вазифаларға яңы кешеләр һайлаған, хакимлеге тамамланғандарҙың отчётын тыңлаған. Тәләгән кеше, таш сәхнәгә менеп, үҙ фекерен еткерә иркен әйтә алған.
Демократия принциптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Демократик хоҡуҡи дәүләт рамкаларында, йәмғиәт үҫеше, демократик режим принциптарына түбәндәгеләр керә:
- ирекле һайлауҙар;
- закон сығарыу, башҡарыусы власть, суд власының бүленеше.
- сәйәсәт һәм идея плюрализмы;
- консенсус;
- хоҡуҡи дәүләт;
- кеше хоҡуҡтары;
- закон нигеҙендә аҙсылыҡтың үҙ мәнфәғәтен, позицияларын яҡлау.
Демократия һайлап ҡуйылған һәм тура демократияға бүленә. Демократик йәмғиәттә һайлап ҡуйылған демократия ике принципҡа нигеҙләнеп эшләй: граждандарҙың ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашыуы; дәүләт органдарына һайлап ҡуйылған яуаплы кешеләрҙең һайлаусылар алдында отчёт биреүҙәре һәм контроль аҫтында эшләүҙәре.
Тура демократия — граждандарҙың һайлау, плебецит юлы менән уҙ ихтиярын белдереүе һәм башҡа төрлө формаларҙа ҡарар ҡабул итеүҙә таранан-тура ҡатнаша алыуы. Демократия сикһеҙ була алмай. Объектив сәбәптәр арҡаһында, һәр граждандың сәйәси һәм башҡа ҡарарҙарҙы ҡабул итеүҙә даими ҡатнашыуы мөмкин түгел. Халыҡ власын тормошҡа ашырыуҙың иң мөһим сараһы булып, граждандарҙың ижтимағи үҙ идарала туранан-тура ҡатнашыуы, үҙенең демократик хоҡуҡтарынан файҙалана алып, демократияның теге йәки был формаһында дәүләт, йәмғиәт, етештереү менән идара итеүҙә үҙ өлөштәрен индерә алыуҙары. Әммә ижтимағи үҙидара, плебесцит демократияһы итеп аңлап, кешеләрҙең ирекле хеҙмәттәшлек итеү юлы менән тормошҡа ашырылған, бер ниндәй ҙә хоҡуҡи нормалар менән сикләнмәгән, туранан-тура халыҡ тарафынан идара ителә торған власть анархик идея менән һуғарылған тип һанала. Сәйәси режимдың ниндәй булыуына ҡарап, йәмғиәттең асыҡлылыҡ дәрәжәһе билдәләнә.
Тоталитар режимда ижтимағи тормоштоң барлыҡ сараларын да дәүләт тоталитар контроль аҫтында тота, ә дәүләт үҙе тулыһынса ябыҡ була. Авторитар режимда ижтимағи тормоштоң сәйәси сфераһы тулыһынса тоталитар контроль аҫтында тотола, ә башҡа даирәләрендә асыҡлыҡ өлөшләтә була. Демократик режимда йәмғиәт һәм уның барлыҡ сфералары ла асыҡ була.
Хәҙерге донъя шарттарында демократия һәм уның принциптары бик тар арауыҡта ғына йәшәй. Хәҙерге дәүләттәрҙең яртыһынан артығы диктатор дәүләттәр, уларының да күпселеге тоталитар дәүләт. Демократия, ижтимағи тормош төҙөлөшөнөң камил ысулы булмаһа ла, универсаль сифаттарға эйә. Демократияның да кәмселектәре һәм йомшаҡ яҡтары бар.
Авторитаризм һәм демократия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авторитар дәүләттәрҙә власть хакимлыҡ иткән төркөм ҡулында, уның эшмәкәрлеге үҙе идара иткән халыҡ алдындағы яуаплылыҡ менән сикләнмәгән. Элек йәшәп килгән авторитар режимдар һайлап ҡуйылған демократиянан түбәндәге үҙенсәлектәр менәна айырылып тора:
- Власть органдарына һайлауҙар йә үткәрелмәгән, йә альтернативаһыҙ булған, йәки оппозиция формаль еңеп сыҡһа ла, власть алмашынмаған
- Һайланған кешеләрҙең власы ҡөҙрәтле һайланмаған ойошмалар (армия, сиркәү, партия) тарафынан сикләнгән
- Оппозиция асыҡтан-асыҡ эҙәрлекләнә
- Массакүләм саралары дәүләт тарафынан контролдә тотола, цензура һәм даими репрессияларға дусар ителә.
Политологтар билдәләүенсә, 1990 йылдар аҙағында гибрид режимдар (уларҙы «имитация демократияһы», «авторитар демократия»,"электораль авторитаризм" һәм башҡалар тип атайҙар) күбәйҙе. Уларҙа авторитаризм һәм демократия һыҙаттары бар. Бындай режимлы илдәрҙә һайлауҙар даими үтеп тора, сәйәси конкуренция элементтары ла бар (мәҫәлән, бер нисә партия), оппозиция хатта һайлауҙарҙа, закондар сығарыу органдарында, судта һәм массакүләм сараларҙа (СМИ) хакимлыҡ иткән көстәрҙе көсһөҙләндерә, йәки хатта еңә лә ала. Ләкин конкуренция шарттары хаким итеүселәр һәм оппозиция өсөн бер тигеҙ түгел, хакимлыҡ итеүселәр административ ресурстар менән уҫал ниәттән даими файҙалана һәм оппозиция яҡлыларҙың хоҡуҡтарын боҙа ала.
Автократтар номиналь(ҡағыҙҙағы) демократия институттарын үҙҙәрен легитимлаштырыу (законлаштырыу) һәм йәмғиәтте үҙ файҙаһына мобилизациялай ала (үҙен йәмғиәт тарафынан яҡлап сығыуҙы ойоштора). Режим менән хеҙмәттәшлек итергә риза булғандарға бүләктәр һәм әҙерәк ташламалар бирелә. Быға бәйле һөйләшеүҙәр власть тарафынан ойошторолған инеү сикле булған махсус форумдарҙа, мәҫәлән, парламенттарҙа, уҙғарыла.
Хоҡуҡи дәүләттең үҫеш кимәле- мөһим күрһәткес. Политолог Адам Пшеворский фекеренсә, демократия- һөҙөмтәләр билдәһеҙ булғанда процедураларҙың билдәле булыуы. Политологтар һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәре фекеренсә, либераль-демократик илдә граждандар, демократик процедуралар ҡулланып, йәмғиәттәге төрлө субъекттарҙың үҙ-ара тәьҫир ҡағиҙәләрен эшләп сығара һәм шул ҡағиҙәләргә ярашлы эшләгән дәүләт власы механизмдарын булдыра.
Бындай модель йәмғиәт субъекттары тәьҫир итешеүе тәртибен һәм идара итеү өсөн кәрәкле механизмдарҙы власть үҙе булдырған системанан айырыла.
Хоҡуҡи булмаған дәүләттә ҡайһы бер власть органдары был органдарҙың вәкәләтен көйләгән закондарҙы юҡҡа сығара йәки уларҙы урап үтә ала. Был,мәҫәлән,суд системаһы һәм массакүләм органдары (СМИ) эшенә ҡыҫылырға мөмкинлек бирә, режимға яраҡлашҡандарҙы бүләкләй, ә оппозицияны хоҡуҡи процедураларға ҡарап тормай эҙәрлекләй, яуапҡа тарттыра.
Ҡайһы бер политологтар фекеренсә,хәҙерге заман авторитар режимдары демократияның эстәлеген боҙоп күрһәтә,Көнбайыш тарафынан сит ҡиммәттәрҙе көсләп тағыу итеп күрһәтергә тырыша, кеше хоҡуҡтарын һаҡлаусы халыҡ-ара ойошмалар эшмәкәрлегенә ҡамасаулай (БМО- ООН, ОБСЕ, Кеше хоҡуҡтары буйынса Европа Советы- ЕСПЧ).
Ҡайһы бер политологтар делегатив демократияны айырым категория итеп күрһәтә, был осраҡта башҡарма власть закон сығарыу власын үҙенә бойһондороп тота һәм һайлаусыларҙың теләктәрен үҙ сәйәсәтендә бик аҙ иҫәпкә ала. Ләкин делегатив демократия булғанда власть алмашыныуы мөмкин, ә граждандар хоҡуҡтары һаҡлана.
шулай ук кара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы, герб и эмблема (2009)
- ↑ Hyland J. L. Democratic Theory: The Philosophical Foundations. Manchester: Manchester Univ. Press, 1995. ISBN 978-0-7190-4517-2
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сергеева З. Х. Политология. Юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбабы. Ҡазан дәүләт технология университеты. -Ҡазан, 2000. −104 б. (тат.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Даль Р. Демократия и её критики / Пер. с англ. под ред. М. В. Ильина — М.: РОССПЭН, 2003. — ISBN 5-8243-0383-5. (рус.)
- Демократия 2011 йыл 31 ғинуар архивланған. / Под ред. С. В. Сироткина. — М.: Звенья, 2001. — ISBN 5-7870-0050-1 (рус.)