Велосипед
Велосипе́д (иҫке франц. vélocipède, лат. vēlōx «тиҙ» и pēs «аяҡ») — тәгәрмәсле транспорт сараһы, кешенең мускул көсө менән аяҡ педалдәре аша йә бик һирәк ҡул ҡуҙғатҡыстары аша хәрәкәткә килеүсе; аяҡтар ярҙамында хәрәкәткә килтерелә торған ике йәки өс тәгәрмәсле машина[1]. Ике тәгәрмәсле велосипедтар киң таралған, әммә өс тәгәрмәсле велосипедтар ҙа була.
Рәсәйҙең юл ҡағиҙәләрендә велосипед «инвалид коляскаларынан башҡа транспорт сараһы, ике һәм унан күберәк тәгәрмәсле, унда ултырған кешенең мускул көсө менән хәрәкәткә килеүсе» атала.[2]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1817 йылда Карлсруэла немец профессоры барон Карл фон Дрез эшләгән, ә 1818 йылда беренсе ике тәгәрмәсле самокатҡа патент алған һәм «йүгереү өсөн машина» (Laufmaschine) тип атаған. Дрездың самокаты ике тәгәрмәсле, рулле булған, педалһеҙ велосипедҡа оҡшаған, рамы ағастан булған.
XIX быуаттың 70-се йылдарынан «пенни-фартинг» схемаһы киң ҡулланыла башлай. Исеме тәгәрмәстәрҙең ҙурлығын күрһәтә, пенни тәңкәһе фартингтан күпкә ҙурыраҡ тигәнде аңлатҡан.
Хәҙергегә оҡшаған беренсе велосипедты Rover — «Скиталец» тип йөрөткәндәр. Уны 1884 йылда инглиз уйлап табыусыһы Джон Кемп Старли уйлап тапҡан һәм 1885 йылда сығара башлаған. «Пенни-фартинг» велосипедтарынан Ровер велосипедтары айырмалы рәүештә артҡы тәгәрмәскә цеп тапшырғысы булған, ике тәгәрмәсе лә бер ҙурлыҡта булған һәм йөрөтөүсе ике тәгәрмәс араһында ултырған. Тәүге йыйып алынғыс велосипед 1878 йылда эшләнә, беренсе алюмин — 1890 йылда, ә лигерад ҡайһы берҙә рикамбент тип йөрөткәндәр, ятҡан килеш йөрөүсе велосипедтар 1895 йылда эшләнә башлай, ә 1914 йылда «Пежо» фирмаһы уларҙы күпләп етештерә башлай.
Велосипедтар XIX быуаттың икенсе яртыһында үҫешен дауам итә. 1974 йылда күпләп титандан велосипедтар етештереү башлана, ә 1975 йылда — углепластиктан велосипедтар етештереү башлана . 1983 йылда велокомпьютер уйлап табыла. 1990 йылдың башында индекслы тиҙлек күсереү системаһы киң тарала.
Социаль урыны (әһәмиәте)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Велосипедтар етештереү башҡа транспорт төрҙәре, иң элек автомобилдәр һәм самолёттар өсөн техник база булдырыуҙа ҙур роль уйнай. Велосипед рамдары, шулай уҡ велосипедтың башҡа өлөштәрен (шайбалар, подшипниктар, тешле тәгәрмәстәр) етештереү өсөн эшләнгән металл эшкәртеүҙең күп технологиялары һуңынан автомобилдәр һәм самолёттар етештереүҙә ҡулланылған. XX быуат башында барлыҡҡа килгән күпселек автомобиль фирмалары (мәҫәлән, Rover, Шкода, Morris Motor Company, Опель) велосипед фирмаһы булараҡ башлаған. Ағалы-ҡустылы Райттар ҙа велосипед етештереүсе булараҡ эш башлай[3].
Велосипедсылар йәмғиәте юлдарҙың сифатын яҡшыртыуға өлгәшә. Ун туғыҙынсы быуат аҙағында АҠШ-та Яҡшы юлдар хәрәкәтен етәкләгән һәм финанслаған Америка тәгәрмәслеләре лигаһы ошондай ойошмаға миҫал булып тора. Юлдарҙың сифатын күтәреү автомобилдәр эшләүҙе лә тиҙләтте.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы эмансипациялауҙа велосипедтар ҙур роль уйнай. Атап әйткәндә, улар ярҙамында 1890-сы йылдарҙа модала ҡатын-ҡыҙҙар шаровары эшләй башлаған, был ҡатын-ҡыҙҙарҙы корсеттарҙан һәм башҡа төрлө кейемдән ҡотҡарырға ярҙам иткән. Бынан тыш, велосипедтар ярҙамында ҡатын-ҡыҙҙар бығаса күрелмәгән мобиллеккә эйә була. Шулай итеп, мәҫәлән, Американан билдәле суфражистка Сьюзен Энтони (1826—1906) 1896 йылдың 2 февралендә «New York World» гәзитенә биргән интервьюһында былай тип белдерҙе:
Велосипед ҡатын-ҡыҙҙарҙың эмансипацияһы өсөн башҡалар менән бергә алғанға ҡарағанда күберәк эшләгәндер, тип уйлайым. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ тойғоһо бирә. Велосипедта ҡатын-ҡыҙҙы күрһәм, йөрәгем шатлыҡ менән тула… был — ирекле, төшөнкөлөккә бирелмәгән ҡатындың күренеше.
Чеховтың «Футлярҙағы кеше» хикәйәһендә төп герой ҡатын-ҡыҙҙың велосипедта йөрөүенә шул тиклем хайран ҡала, хатта уға өйләнеүҙән баш тарта.
Хәҙерге йәмғиәттә велосипедта йөрөү йәшәү стиленең билдәле бер үҙгәреүен сағылдырыуҙан тыш, ул үҙенә күрә социаль түңкәрелеште аңлата.
— ти Христиан университетының Ландшафт архитектураһы факультеты профессоры Чжунъюань Дай Юнти. Уның фекеренсә, халыҡ күпләп йәшәгән Тайвань ҡалаларында велосипедты файҙаланыуҙы әүҙемләштереү парник газдарҙың атмосфераға ҡалдыҡтарын кәметеү буйынса мөһим сара булырға тейеш, ә велосипедсылар тирә-яҡ мөхиткә яҡынлаша[4].
Ҡулланышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Велосипед өс төрлө өлкәлә ҡулланыла:
- Транспорт — велосипед кеше һәм йөк ташыу сараһы булараҡ ҡулланыла.
- Спорт — төрөлө спорт төрҙәре велосипед төҙөлөшөнә айырым талаптар ҡуя.
- Ял итеү — велотуризм, ял итеү урындарында йөрөү. Балалар, үҫмерҙәр, цирк велосипедтары һәм башҡалар.
Төрлө илдәрҙә почта хеҙмәте велосипедтарҙы XIX быуат аҙағынан алып ҡуллана. Мәҫәлән, Бөйөк Британияның почтаһы (ингл. Royal Mail) велосипедты 1880 йылдарҙан алып ҡуллана. Велосипедист- почтальондар һаны Бөйөк Британияла −37 000, 27 500 Германияла- 27 500 , Венгрияла — 10 500 .
Күп кенә илдәрҙә полиция урамдарҙа патруль хеҙмәтен үтәгәндә, айырыуса ауыл ерендә, велосипедтар ҡуллана. Велопатрулдәр, велосипедлы почта кеүек үк XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килә. 1896 йылда Кент графлығы полицияһы 20 велосипед һатып ала, ә 1904 йылда полиция велопатрулдәре һаны 129-ға етә. Велопатруль автомобиль тығындарында тормай, йәйәүле ял итеүсе кешеләр, хоҡуҡ боҙоусы янына йәшерен генә бара ала. Былар әлбиттә велосипед биргән өҫтөнлөк.
Бөйөк Британияла велосипедта гәзит ташыу таралған. Был эшкә автомобиль йөрөтөүсе таныҡлығы булмаған үҫмерҙәрҙе алырға мөмкинлек бирә. Ҡайһы бер илдәрҙә велосипед менән аҙыҡ та ташыйҙар.
Велосипедтарҙы ҡайһы бер ҡалаларҙа, мәҫәлән, Лондон, Талиннда, ашығыс ярҙам хеҙмәтендә ҡулланалар. Медиктар пациенттар янына, ҡала тығындарына эләкмәй, тиҙерәк барып етергә мөмкинлек бирә.[5][6].
Хатта автомобиль сәнәғәте лә велосипед ҡуллана. «Мерседес-Бенц» (нем. Mercedes-Benz, Зиндельфинген (нем. Sindelfingen, Германия) заводы биләмәһендә эшселәр велосипедта йөрөй. Һәр бүлектең велосипеды айырым төҫтә[7].
Велосипедтар хәрби хеҙмәттә лә ҡулланылған. 1899—1902 йылдарҙағы Көньяҡ Африкала булған инглиздәр менән бурҙар (голландтар вариҫтары) һуғышы осоронда ике яҡ та велосипедты разведка һәм мәғлүмәт тапшырыу өсөн ҡулланған. Айырым частар тимер юлдарҙы велодрезинала тикшереп йөрөгән. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ике яҡ та велосипедты разведкала, мәғлүмәт тапшырыу, яралыларҙы ташыу (Самокатчики) өсөн ҡулланған. 1937 йылда Япония Ҡытай ға һәм 1941 йылда Сингапурға Малайзия аша бәреп ингәндә велосипедтар ҡуллана. Фашист Германияһы армияһында (вермахт) бөтә пехота дивизияларында ла разведка батальондары составына ингән самокат роталары була. Велосипедта меңләгән һалдатты йәшерен һәм бик тиҙ, дошманды аптыратып, бер урындан икенсеһенә күсерергә мөмкин. Бынан тыш уларға йөк машиналары ла, яғыулыҡ та кәрәкмәй. Советтар Союзының союзниктары үҙ операциялары ваҡытында парашютистарҙы йыйыла торған велосипедтары менән бергә кәрәкле райондарға йүнәлтә торған була. Партизандар Америка менән Вьетнам араһындағы һуғыш ваҡытында ла йөк ташыу өсөн ҡулланыла. Швецияла велосипедистар ғәскәре 2001 йылға тиклем, Швейцария ла— 2003 йылға тиклем йәшәп килә. Велосипедтарҙы Америка махсус тәғәйенләнеш частары 2001 йылдан алып Афғанстанда ҡулланған тигән мәғлүмәттәр осрай.
Циркта ике тәгәрмәсле велосипедта айыуҙар һәм маймылдар, өс тәгәрмәслелә— филдәр йөрөй. Велосипед менән төрлө акробатик номерҙар тамашасыларға бик оҡшай[8].
Велосипед ярыштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Велоуҙыштар велосипедтарҙы уйлап тапҡандан һуң үткәрелә башланы. Тәүге ярыштар «пенни-фартинг» велосипедтарында һәм башҡа хәүефле велосипедтарҙа үткәрелде, был йыш ҡына йәрәхәтләнеүгә килтерә ине. 1890 йылдарҙан алып күп көнлөк велоуҙыштар популярлыҡ яулай башланы. Уларға тәүгә 1891 йылда уҙғарылған 1200 саҡрымлыҡ «Париж-Брест-Париж» уҙышы ҡарай. Был велоуҙыш этаптарҙан тормай: стартта секундомер ҡабыҙыла һәм спортсы финиш һыҙығына еткәс туҡтатыла. Йоҡларға күпме ваҡыт сарыф итергә икәнен велосипедсы үҙе хәл иткән. 1903 йылдан алып үткәрелгән «Тур де Франс» велоуҙыштарҙың иң популяры һәм абруйлыһы булған ҙур турҙар категорияһына инә[9][10].
Күп көнлөк велоуҙыштарҙан тыш, ҡыҫҡа дистанциялы велоуҙыштар ҙа үтә. АҠШ-та 5 км-ға тиклем алыҫлыҡта велосипедта уҙышыу популярлыҡ яулай. Һуңғы ун йыллыҡта тау велоуҙыштары популярлыҡ яулай — кросс-кантри. Уларға яҡын велокросс (йәки циклокросс)[11]) — шоссеға оҡшаған, тигеҙ булмаған урындарҙағы велосипедтарҙа уҙыштар. Велодромдарҙа тиҙлекте алмаштырмайынса уҙышыу өсөн, махсус велосипедтар ҡулланыла.
Уҙыштар шәхси һәм команда ярыштарына бүленә. Велосипед ярыштарының, төрҙәре һәм дисциплиналары күп, шул иҫәптән экстремаль төрҙәре лә бар.
Велосипедтар хәҙерге ваҡытта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Европа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәҙерге ваҡытта велосипедтар Төньяҡ һәм Көнбайыш Европа илдәрендә киң таралған. Европаның иң «велосипедлы» иле — Дания, был илдең уртаса кешеһе йылына велосипедта 893 километр юл үтә. Артабан Нидерланд (853 км). Бельгияла һәм Германияла йылына уртаса кеше велосипедта 300 километр самаһы юл үтә. Көньяҡ Европа илдәрендә велосипед популяр түгел — уртаса испандар велосипедта бер йыл эсендә ни бары 20 километр ғына йөрөй[12].
Европала велосипедтың хәҙерге популярлығы дәүләт сәйәсәте һөҙөмтәһе булып тора, сөнки велосипедты популярлаштырыу ҡала үҙәктәрен автомобилдәрҙән бушатырға, экологик хәлде яҡшыртырға, шулай уҡ кешеләрҙең һаулығын яҡшыртырға ярҙам итә.
Велосипедты һәм велосипед туризмын популярлаштырыу өсөн киләһе саралар күрелә: велосипед юлдарын һәм башҡа инфраструктураны ҡороу; велосипедты йәмәғәт транспорты менән бергә файҙаланыуҙы еңелләштереү саралары (ҡағиҙә булараҡ, велосипед туҡталыштары ябыҡ, йыш ҡына һаҡлана торған машиналар, вокзалдарҙа һәм автостанцияларҙа пассажир поездарын велосипед менән пассажирҙар өсөн махсус вагондар менән йыһазландырыу һәм башҡалар). Европа велосипедсылар федерацияһы инициативаһы менән EuroVelo дөйөм Европа велосипед маршруттары селтәре булдырыла.
Европаның велосипед баш ҡалаһы тип йөрөтөлгән Амстердамда (Нидерланд) хатта велосипедсылар өсөн махсус ҡунаҡхана бар[13]. Шулай уҡ ҡуртымға һыу велосипедын[14], велосипед-тандемды һәм хатта 8 кеше өсөн велосипедты[15] ла алырға мөмкин. Был ҡалала велосипедтар автомобилдәргә ҡарағанда нығыраҡ таралған ҡәҙимге йөрөү сараһы. Был, башҡа ҙур ҡалалар кеүек үк, Амстердамдағы парковкалар етмәү һәм ҡиммәтләнеү менән бәйле.
Финляндияла бөтә ерҙә лә, климат ҡаты булыуға ҡарамаҫтан, велосипедтар файҙаланыла. Унда ҡышҡыһын да йөрөү ғәҙәти хәл[16].
Рәсәйҙә Новосибирскиҙағы Академҡаласыҡ кеүек махсус урындарҙан тыш, велосипед киң таралмаған. Мәҫәлән, Мәскәүҙә был транспорт төрө Европалағы кеүек йәй көнө лә популярлыҡ менән файҙаланылмай. Быға бер нисә сәбәп бар: велосипед инфраструктураһының үҫешеп етмәүе (велоюлдар, велотуҡталҡалар һ.б.), мегаполис урамдарында автомобиль транспортының күплеге, күп фатирлы йорттарҙа велосипед һаҡлауҙың уңайһыҙлыҡтары.
- Велосипедтарҙы бергәләп файҙаланыу системаһы
Европаның күп кенә эре ҡалаларында (шулай уҡ АҠШ-та) велосипед прокаты системалары бар, уларға велосипедта автоматик рәүештә (кредит картаһы йәки махсус яҙылыу буйынса) алырға мөмкин булған бик күп махсус туҡталҡалар инә. Велосипедты теләһә ниндәй уңайлы туҡталҡаға кире ҡайтарырға мөмкин.
Азия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәренең күбеһендә, мәҫәлән, Ҡытайҙа, Һиндостанда һәм Индонезияла велосипед осһоҙлоғо арҡаһында төп транспорт сараларының береһе булып тора. Әммә Азия илдәрендә, атап әйткәндә, Ҡытайҙа һәм Һиндостанда велосипед ҡулланыу кәмей бара, сөнки унда йәшәүселәр автомобилдәргә, мотоциклдарға һәм мопедтарға күсә. Ҡайһы берҙә властар велосипед транспортына ҡаршы саралар күрә, сөнки ул автомобилдәр хәрәкәтенә ҡамасаулай. Мәҫәлән, 2003 йылдың декабрендә Шанхайҙа велосипед ваҡытлыса тыйыла.
Һуңғы тиҫтә йылдарҙа велосипед фирмаларының күбеһе етештереүҙе ошо илгә күсергәнгә күрә, Ҡытай шулай уҡ велосипед етештереүсе төп төбәк булып тора. Велосипедтарҙың яҡынса 95 проценты Көньяҡ-Көнбайышстанда етештерелә.
Филиппиндан алып Пакистанға тиклем Японияла һәм Көнсығыш, Көньяҡ Азияның күп кенә илдәрендә велорикшалар популяр.
Велосипед рекордтары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Велосипедты яһағандан һуң төрлө велосипед конструкциялары өсөн тиҙлек сиген даими билдәләргә маташалар:
- 268,83 км/сәғәт (һауаның аҙ ҡаршылығы менән) — 1995 йылда Бонневиль тоҙло тигеҙлегендә Фред Ромпельберг (Нидерланд, Юта штаты) тарафынан ҡуйылған.
- 133,28 км/сәғәт (82,819 миль/сәғәт) — 2009 йылдың 18 сентябрендә Америка Ҡушма Штаттарында (Батл-Маунтин, Невада) Георгий Георгиев конструкциялаған Varna Diablo велосипедында Сэм Уиттингем тарафынан ҡуйылған.
Шулай уҡ 2010 йылда Маркус Штольц Чилиҙағы тауҙан тиҙлекте сәғәтенә 210 саҡрымға еткергән.
Ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Классик конструкциялы велосипед руль һәм алғы тәгәрмәсле шарнир менән беркетелгән рамдан, артҡы тәгәрмәстән, ултырғыстан, кәкре (яңылыш шатундар тип йөрөтөләр) педалдәрҙән, сылбырлы тапшырыу һәм тормоздарҙан тора. Өҫтәмә рәүештә велосипед бер йәки ике амортизатор, ҡанат (сәсмәнән һаҡланыу өсөн), багажник, яҡтылыҡ техникаһы (лампалар һәм/йәки яҡтылыҡты кире ҡайтарғыс — катафоттар), тауыш сигналы, таяу-аяҡҡа баҫтырыу ҡоролмаһы һ.б. менән йыһазландырылыуы мөмкин.
Тәгәрмәстәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡағиҙә булараҡ, велосипедта бер диаметрлы ике тәгәрмәс ҡуйылған. Һәр тәгәрмәскә втулка менән тоташтырылған тирәстән, резина камеранан (автомобиль камераһына оҡшаш, әммә йоҡараҡ) һәм протекторлы шинанан (шинанан) тора. Һуңғы ваҡытта камераһыҙ тәгәрмәстәр популярлыҡ яулай. Тау велосипедтары киң покрышкалар менән йыһазландырыла, улар велосипедтың трасса өҫтө менән эләктереүен яҡшырта, вибрацияны һүндерә һәм камераны, тирәсте боҙолоуҙан һаҡлай.
Рама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Каркас велосипедтың башҡа компоненттары беркетелгән өлөшө булып тора— тәгәрмәстәр, тоташтырғыс штангалар, педалдәр, ултырғыс, руль.
Конструкцияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Классик рамаһы (ҡуш бриллиант) торбаларҙан, йәки алғы һәм артҡы өсмөйөш барлыҡҡа килтереүсе ике өсмөйөш (артҡы өсмөйөш икеләтә икеләтә тигеҙләнгән) ҡауырһындарҙан тора һәм артҡы тәгәрмәсте нығытыу өсөн артҡы сәнске барлыҡҡа килтерә. Бындай форма рамдың минималь ауырлығында уның ҡатылығын тәьмин итә.
Алғы өсмөйөш ултырғыс аҫты торбаһы менән каретканы тоташтырғандан һуң барлыҡҡа килә; каретканы руль колоннаһы менән тоташтырыусы аҫҡы торба һәм руль колоннаһын ултырғыс торбаһына тоташтырыусы өҫкө торба. Артҡы өсмөйөш ултырғыс торбаһынан һәм каретканан артҡы тәгәрмәс төйөнөнә тиклем һуҙылған ике пар торбанан барлыҡҡа килә.
Өҫкө торбаһыҙ йәки өҫкө торбаһы төбөнә йәнәш торған каркастар бар. Бындай рамдар асыҡ рамдар тип атала. Асыҡ каркаслы велосипед оҡшаш һыҙаттарға эйә булған ябыҡ каркаслыға ҡарағанда ауырыраҡ, әммә асыҡ каркаслы велосипеҡта ултырыу уңайлыраҡ. Элек ҡатын-ҡыҙҙар асыҡ каркаслы велосипедтар ҡулланған (юбка кейеп, әҙәп боҙмайынса велосипедҡа ултырырға мөмкин булған), шуға ла уларҙы йыш ҡына «ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы» тип атайҙар. Хәҙер улар ике енес араһында ла популяр.
Ҡала һәм балалар велосипедтары өсөн рамдар ҡайһы берҙә йыйылмалы итеп эшләнә, был велосипед һаҡлау һәм ташыу өсөн уңайлы (мәҫәлән, Мәскәү метрополитенында велосипед йөрөтөү тыйыла[17]). Йыйылмалы рамдар ғәҙәттә асыҡ була[18].
Төрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Видео
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Hip-Hop MayDay в «Лужниках» 2022 йыл 6 март архивланған.
-
Hip-Hop MayDay в «Лужниках» 2022 йыл 6 март архивланған.
-
Hip-Hop MayDay в «Лужниках» 2022 йыл 6 март архивланған.
Һаулыҡҡа йоғонтоһо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Велосипед филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Малый лист Почты России, 2008 г. № 1286—1289. Велосипеды.
-
Малый лист Почты России, 2008 г. № 1286.
-
Малый лист Почты России, 2008 г. № 1287.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Русско-башкирский словарь технических терминов (А. Н. Кусеев, 2003)
- ↑ Правила дорожного движения РФ. Общие положения . Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 12 август архивланған.
- ↑ The Wright’s Bycicle Shop 2007 йыл 25 ғинуар архивланған.
- ↑ Крутя педали, едем в будущее (Велосипедизм на Тайване) «Тайваньская панорама» 2010 № 3, стр. 8(недоступная ссылка)
- ↑ На улицах Таллина появились врачи «скорой помощи» на велосипедах
- ↑ Скорая медицинская помощь на велосипедах
- ↑ Социальная роль велосипедов 2009 йыл 22 июль архивланған. (недоступная ссылка с 22-05-2013 (4221 день) — история, копия)
- ↑ Велосипед в цирке // Цирк, все о цирке 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
- ↑ «Большая петля»-2012 стартует в Бельгии . Дата обращения: 11 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 3 ноябрь 2010 года.
- ↑ Мигель Индурайн может стать рекордсменом
- ↑ Что такое циклокросс или почему велосипедисты так любят грязь? Дата обращения: 21 ноябрь 2013. Архивировано из оригинала 20 ноябрь 2013 года. 2013 йыл 20 ноябрь архивланған.
- ↑ Dröge Ph. Voorwaarts, Fiets! // Quest. — Сентябрь 2004. — Статья из научно-популярного журнала (Бельгия)
- ↑ Сайт: Bicycle Hotel Amsterdam Netherlands 2005 йыл 24 март архивланған.
- ↑ Canal Bike // Canal Company: alles over feesten, waterfietsen en rondvaarten op de Amsterdamse grachten . Дата обращения: 18 март 2005. Архивировано из оригинала 4 апрель 2005 года.
- ↑ Для дальнейшей информации см. сайт о велосипедах в Амстердаме 2005 йыл 13 март архивланған. (недоступная ссылка с 22-05-2013 (4221 день) — история, копия)
- ↑ Велосипедный коммьютинг, на двух колёсах по городу | Велосипедный блог Ride a bike!
- ↑ Правила пользования Московским метрополитеном. См. пункты 2.5.2 и 2.10.4 2014 йыл 29 ноябрь архивланған.
- ↑ Складной велосипед с закрытой рамой. 2010 йыл 11 ғинуар архивланған. (недоступная ссылка с 22-05-2013 (4221 день) — история, копия)