Һайланған мәҡәлә
|
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (121) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
Бөгөн: 15 июнь ♦ Кисәге: 14 июнь ♦ Иртәгә: 16 июнь ♦ Барлыҡ көндәр ♦
|
Ер: Ел көнө.
- Оло йәштәгеләргә ҡарата баш-баштаҡлыҡ күрһәтеү тураһында мәғлүмәт таратыу көнө.
- Иғәнә (хәйер-саҙаҡа) биреү көнө.
- Йәйәү йөрөү көнө.
Һөнәри байрамдар
|
15 июнь юбилярҙары
|
- Рахманов Тәлғәт Лотфулла улы (1920—24.08.2010), партия, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1962—1987 йылдарҙа КПСС-тың Илеш район комитетының беренсе секретары. КПСС-тың XXII—XXVI съездары делегаты, РСФСР-ҙың 9–11 саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы, Илеш районының почётлы гражданы.
- Нур Зарипов (1925—6.09.1997), ғалим-фольклорсы, әҙәбиәт белгесе. 1957—1959 йылдарҙа һәм 1964 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1967—1969 йылдарҙа бүлек мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы Филология фәндәре кандидаты (1964). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1987). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
- Мырҙаҡаев Фәрүәз Ғиниәт улы (1935—14.06.1995), ғалим-гигиенист-токсиколог. 1963 йылдан Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1969 йылдан — лаборатория мөдире, 1975—1983 йылдарҙа — директорҙың фән буйынса урынбаҫары; бер үк ваҡытта 1981 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан — балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһы курсы менән коммуналь гигиена кафедраһы, 1990—1991 йылдарҙа — токсикология, профпатология, хеҙмәт һәм тирә яҡ мөхит гигиенаһы кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1974), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969).
- Лощенкова Римма Хәлиулла ҡыҙы (1955), ғалим-педагог-методист. 1981 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (2010), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2001). 1990 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. «Халыҡ ижады — Рәсәй профсоюздарының 100 йыллығына» Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты (Өфө, 2005).
- Нәсибуллин Рәсим Мөхлис улы (1960), рәссам, график. 1998 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. 1982 йылдан республика, төбәк һәм ил кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2008). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Рәтамаҡ ауылынан.
|
|