Һайланған мәҡәлә
|
Рёкалағы рун яҙмалы таш, көнбайыш яғы
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
19 февраль юбилярҙары
|
- Богданова Галина Михайловна (1925—9.09.2013), хеҙмәт алдынғыһы. 1941—1980 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе шымартыусыһы. Башҡорт АССР-ының VII саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975).
- Абдуллина Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы (1930—27.02.2002), ғалим-фармаколог. 1952 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1993 йылдарҙа 2-се фармакология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Арғаяш ауылынан.
- Машкин Фёдор Иванович (1930—6.03.2002), партия һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1991 йылдарҙа КПCC-тың Cтәрлетамаҡ район комитетының 1-се секретары. Башҡорт АССР-ының VI-XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXV—XXVII съездары делегаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).
- Әхийәров Камил Шәйехмырҙа улы (1930), ғалим-педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963—1989 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институты проректоры һәм ректоры, 1989 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2007 йылдан — мәктәп менән идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәре кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре докторы (1974), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының VI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1977), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1974), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1979) һәм «Почёт Билдәһе» (1976) ордендары кавалеры. Илеш районының почётлы гражданы (2012).
- Рәхмәтуллин Самат Хәмит улы (1950), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1971—2006 йылдарҙа Яңауыл район Советы башҡарма комитетының һәм Яңауыл районы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе, 2006—2009 йылдарҙа — район хакимиәтенең һаулыҡ һаҡлау, спорт һәм туризм буйынса бүлеге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Яңауыл ҡалаһынан.
- Ибашев Дмитрий Ишмаевич (1960), табип, йәмәғәтсе. 1983 йылдан Бөрө район үҙәк дауаханаһының табибы, шул иҫәптән 2004 йылдан — дауахананың хирургия бүлеге мөдире. 2015 йылдан ҡаланың Мари милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2010), Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Ҡорманай ауылынан.
|
|